Уны “йүкә телефон” аша табалар...16.02.2018
Уны “йүкә телефон” аша табалар...Статистика аяуһыҙ: юл-транспорт ваҡиғалары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге урындарҙың береһен биләй, ул ғына түгел, аварияның үлемесле осраҡ менән тамамланыуы ла – йыш күренеш. Бындай йөрәк өшөткөс хәлдәр тураһында көн дә тиерлек матбуғат саралары, интернет аша ишетеп-белеп торабыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Унан тыш, көн һайын юлдарҙа кеше ҡорбандарына килтермәгән, әммә автомобиль хужаларының матди тотороҡлоғон ярайһы ғына ҡаҡшатҡан хәлдәр ҙә меңәрләп теркәлә.

Ғөмүмән, һәр юл-транспорт ваҡиғаһы – зыян, аҙыраҡ йәки күберәк кимәлдәме – уныһы икенсе мәсьәлә. Беренсенән, был тетрәнеү, сөнки планлаштырылған ғәмәлдәр тормошҡа ашмай, мәшәҡәттәр өҫтәлә. Икенсенән, кем ғәйепле, нисек зыянды иҫәпләргә, кемгә яуаплылыҡ йөкмәтергә – ҡәҙимге граждандарға был нескәлектәрҙе төшөнөү, ҡануниәт нигеҙендә һығымта яһау ҡатмарлы ла, ҡыйын да. Ғөмүмән, юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле зыянды ҡаплатыу мәсьәләләрен белгескә тапшырыу отошлораҡ, сөнки һәр эште һөнәренең оҫтаһы башҡарырға тейеш.
Марина Дмитриева – шундайҙарҙан. Автоюристар араһында ярайһы тәжрибә туплаған, етеҙ, ғәҙел, грамоталы белгес иҫәпләнә ул. Бөгөнгөһө шундай булһа ла, быға тиклем тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татырға, тотороҡлоҡҡа өлгәшкәнсе, байтаҡ һынау үтергә тура килгән уға.
Уның биографияһы география дәреслеге төҫлө: Төркмәнстанда тыуған, өсөнсө класты тамамлағансы Үзбәкстанда йәшәгән. Әммә бәхет ҡошо ҡайҙа ла ҡойроғон тоттормағас, Бәләбәйҙә тыуып үҫкән әсәһе менән атаһы, балаларын алып, Башҡортостанға ҡайтырға тәүәккәлләгән.
Марина әйтеүенсә, әсәһе уны медицина хеҙмәткәре итеп күрергә теләгән, шул юҫыҡта белемен камиллаштырыу мөмкинлеген дә булдырған. Бала саҡтан юрист булам тип хыялланған Маринаның әсәһенә ҡаршы торорға ҡыйыулығы етмәһә лә, яҙмыш барыбер үҙенсә хәл иткән: ҡыҙ медицина университетына уҡырға инә алмаған. Баш ҡалалағы статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжына барған үҫмерҙең пландарын иһә атаһының ҡаты сирләп китеүе боҙған: уҡыу йортонда академ ялы алып, һатыусылар курсына йүнәлгән...
– Һатыусы курсын тамамланым да эшкә тотондом, ниһайәт, аҡса тәмен тойҙом. Тормош тәгәрмәсе ҙур тиҙлек менән алға тәгәрәне. Кейәүгә сыҡтым, балабыҙ тыуҙы... Әммә быларҙың барыһы ла мин хыялланған, күҙаллаған ғәмәлдәр түгел ине. Бигерәк тә һөнәрем күңелемә ятмай ине, – ти Марина.
Ҡыҫҡаһы, ҡабаттан социаль-хоҡуҡи техни­кумға уҡырға инергә, юрист һөнәрен үҙләш­терергә була ул. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Ике йылдан ҡулына диплом алғас, ул юридик компанияларҙың береһенә эшкә урынлаша, ике йыл шунда эшләп, юл-транспорт ваҡиғалары өлкәһендәге бәхәстәр буйынса тәжрибә туплай.
– Юл-транспорт ваҡиғаларының нескәлек­тәренә төшөнөү, бәхәсле урындарҙы асыҡлау, клиенттарҙың мәнфәғәтен судта яҡлау – тәүге ҡарамаҡҡа ошолар тынғыһыҙ һәм ҡатмарлы эш тойолһа ла, һөнәремде ифрат яраттым, рәхәтләнеп эшләнем. Киреһенсә, бәхәсле осраҡтарҙы асыҡлау минең өсөн ҡыҙыҡ, сәм өҫтәй ине, — ти Марина Дмитриева.
Әммә ҡатындың ынтылыштарын иң яҡын кешеһе – ире аңларға ла теләмәй. Ана, йорт янында ғына сауҙа үҙәге бар, эшлә шунда һатыусы булып, тип ҡабатларға ярата ул. Ә инде Маринаның юриспруденция буйынса юғары белем алырға йыйынғанын белгәс, бөтөнләй өйҙә тынғылыҡ бөтә. Сая ҡатын холоҡһоҙ ире менән көн дә низағлашып йәшәгәнгә ҡарағанда, яңғыҙ башыма тынысыраҡ тип, айырылышырға мәжбүр була...
Бөгөн Марина Дмитриева ике улын үҙе тәрбиәләй. Ҡасандыр хыялланған юғары белемде лә алған. Шәхси эше бар, ул ярайһы уҡ ырамлы бара.
– Ғәҙәттә, клиенттар мине “йүкә телефон” аша таба – хеҙмәтләндереү оҡшаһа, хаҡы ла, сифаты ла ҡәнәғәтләндерһә, кешеләр ҙә, мин дә ҡәнәғәт. Улар минең турала дуҫтарына-таныштарына һөйләй. Ҡайһы саҡта бер үк клиенттарға йылдар буйы ярҙам итергә тура килә.
Страховка компаниялары менән бәхәстәр күп. Улар, әлбиттә, юл-транспорт ваҡиғаһы өсөн сығымдарҙы әҙерәк түләү яғын ҡарай, бының өсөн төрлө нескәлектәргә бара. Был өлкәлә тәжрибәһе булмаған кешегә тейеш булған түләүҙәрҙе юллап алыу ҡатмарлы. Минең тәжрибәмдә, мәҫәлән, шундай хәл булғайны. Әсәһе бәләкәй ҡыҙы менән аварияға эләккән, бала уртаса ауырлыҡтағы хәлдә дауаханала ятҡан. Водитель ҡатынға ОСАГО буйынса ремонт өсөн билдәле бер сумманы түләгәндәр, ә баланың һаулығына килгән зыян өсөн – юҡ. Ошо түләүҙе уларға юллашырға тура килде, – ти Марина. – Ғәмәлдә бер авария икенсеһенә оҡшамай, клиенттар ҙа төрлө. Хеҙмәтләндереүемдең хаҡына килгәндә – алдан уҡ килешеп ҡуям, теге йәки был осраҡ өсөн билдәләнгән сумма бар. Шуныһы – эш клиент мәнфәғәтендә ыңғай хәл ителһә генә, түләү алам, һөҙөмтә юҡ икән – аҡса ла юҡ. Автоюристың адвокаттан төп айырмаһы ошонда, тип гел шаяртам.
Ғөмүмән, зыянды ҡаплатыу тураһындағы проблеманы белгес хәл итергә тейеш. Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң автомобиль янында йоҙроҡ төйнәп, тауыш күтәреүҙән бер файҙа ла булмаясаҡ.
Шулай итеп, клиенттар исеменән автомобиль һатҡанда йәки алғанда; юл-транспорт ваҡи­ғаһына эләккәндә (уның нескәлектәрен асыҡлау, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре менән бәхәсте хәл итеү, грамоталы итеп дәғүә яҙыу, зыянды иҫәпләү); клиент мәнфәғәтен судта яҡлау һәм башҡа мәсьәләләр килеп тыуһа, автоюрист ярҙамы урынлы буласаҡ.
...Марина Дмитриева иһә ике сифаты менән һоҡландыра: беренсенән, маҡсатҡа тоғролоҡ. Тормошта нимә генә булмаһын, бер генә хәл дә хыялдан юғарыраҡ була алмай — ошо хәҡиҡәтте иҫбатлай уның яҙмышы. Икенсенән, ауырлыҡтар аша үтеп тә, күңеленең ҡатмауы, ғәҙеллек, кешелеклелек кеүек сифаттарҙы килем алыуҙан күпкә юғарыраҡ ҡуйыуы – мәртәбә.



Вернуться назад