Уҡыусыларға шәп бүләк16.02.2018
Уҡыусыларға шәп бүләк13 февралдә Әбйәлил райо­нында “Башнефть” компанияһының сираттағы социаль проекты — Сиҙәм урта мәктәбе төҙөкләндереүҙән һуң сафҡа инде. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле Рушан Сәйетов, Башҡортостан Республикаһының Социаль маҡсатлы программаһы фонды баш белгесе Татьяна Васильева һәм башҡалар ҡатнашты. Рөстәм Хәбиб улы билдәләүенсә, “Башнефть” “Роснефть” менән берлектәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә һуңғы йылдарҙа республика район һәм ҡалаларында социаль инфраструктура һәм спорт йүнәлешендә ҙур эштәр атҡарыла.


1954 йылда төҙөлгән белем усағына ошоға тиклем бер ниндәй капиталь ремонт эшләнелмәгән. Ниһайәт, 2012 йылдан алып 2017 йылға тиклем дүрт этапта төҙөлөш эштәре башҡарыла. Тәүге йылда уҡыу йортоноң стеналары ҡайтанан тигеҙләнә, ишек, тәҙрә, иҙән тулыһынса яңыларына алмаштырыла. Бер йылдан һуң мәктәптең йылытыу системаһы яңыртыла. Артабанғы этапта инклюзив белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Әле белем усағы физик мөмкин­лектәре сикләнгән уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер, релаксация кабинеттары булдырылған. 2015 йылдың яҙынан мәктәптең төкәтмәһе ремонт­ланһа, артабан башланғыс мәктәп бинаһы, оҫтахана һәм мәктәп яны яңы төҫ ала. Спортты үҙ иткән Сиҙәм уҡыусылары өсөн иң шәп бүләктәрҙең береһе — өр-яңы хоккей майҙансығы. Әйткәндәй, районда спорт күрһәткестәре буйынса Сиҙәм урта мәктәбе тәүге урынды биләй. Бында спорттың бөтә төрҙәре буйынса тиерлек секциялар эшләй, уҡыусылар һәр саҡ сәләмәт тормошто үҙ итә. Ҡунаҡтарҙы бигерәк тә йылы иҙән түшәлгән хоккейсыларҙың кейенеү бүлмәһе, төрлө тренажерҙар урын­лаштырылған сәләмәтлек үҙәге хайран ҡалдырҙы.
Уҡыусыларға шәп бүләкМәктәп директоры Шәүрә Әхмәтҡу­жина әйтеүенсә, бөгөн бында барлығы һигеҙ ауылдан 360 уҡыусы белем ала, бөтәһе 34 педагог эшләй.
— Мәктәбебеҙҙең төп ғорурлығы — уҡыусылар. Улар төплө белем алыу менән бер рәттән спортта ла үҙҙәрен һынатмай. 15 уҡыусыбыҙ бокс буйынса республика чемпионы булһа, һигеҙе Рәсәй буйынса чемпион титулына эйә. Альберт Мәүлетдинов — ориентал спорт төрө буйынса Бөтә донъя һәм Европа чемпионы, Алина Ғибәҙәтова ошо уҡ спорт буйынса донъяның көмөш призеры. Кикбоксинг буйынса Башҡорт­остан Республикаһының 11 чемпионын үҫтерһәк, биш уҡыусыбыҙ Рәсәй чемпионы исемен йөрөтә. Шулай уҡ милли көрәш, волейбол, баскетбол буйынса уңыштарыбыҙ юғары. Киләсәктә хоккейсылар тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Уның өсөн бөгөн беҙҙә бөтә шарттар булдырылған. Бар талаптарға яуап биргән боҙ майҙансығын төҙөүҙә ҙур өлөш индергән “Башнефть” йәмғи­әтенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, киләсәктә беҙҙең хоккейсыларыбыҙ боҙ майҙансыҡтарын иретерлек ҙур еңеү­ҙәргә ирешер, — тине Шәүрә Ильяс ҡыҙы үҙ сығышында.
Уҡыусыларға шәп бүләкӨр-яңы хоккей майҙансығын тантаналы рәүештә асып, буласаҡ боҙ “батыр”ҙарына старт биреп, уйындарында сәм һәм еңеү теләп тәүге шайбаны Рөстәм Мәрҙәновҡа ташлау хоҡуғы бирелде. Был көндә Сиҙәм һәм Аһылай ауылдарының хоккей командалары үҙ-ара туғандарса матч үткәрҙе.
Мәктәп асыуҙың тантаналы өлөшө актовый залда дауам итте. Уҡыусылар ҡунаҡтарға йыр-моңдары аша үҙҙәре­нең рәхмәтен белдерҙе, матур һәм заманса мәктәптә яҡшы уҡырға, илебе­ҙ­ҙең лайыҡлы граждандары булып үҫергә һүҙ бирҙе.
Белем усағына капиталь ремонтҡа “Башнефть” йәмғиәтенән бөтәһе 59,4 миллион һум аҡса бүленгән.

Әбйәлил районы.


Рөстәм МӘРҘӘНОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры:
— Бөгөнгө мәктәптең асылыуы — “Башнефть” йәмғиә­тенең тотороҡло эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Әбйәлилдәр — тырыш халыҡ, бында дәртле һәм сәмле, талантлы кешеләр йәшәй. Шуға күрә улар тәҡдим иткән проекттың “Башнефть” етәкселеге тарафынан хуплау табыуы, уның тормошҡа ашыуы юҡҡа түгел. Киләсәктә лә был йүнәлештә эштәр дауам ителәсәк, райондың Дәүләт ауылындағы мәҙәниәт йорто өр-яңынан ремонтланасаҡ.

Рушан СӘЙЕТОВ, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле:
— “Башнефть” компанияһы финанслау объекттарын һайлаған ҙур социаль һөҙөмтә биргән, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, муниципаль берәмекте үҫтереүгә йүнәлтелгән социаль һәм инфраструктура проекттарына өҫтөнлөк бирә. Әле урындағы властың һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең тәҡдиме берҙәм хупланды — мәктәп райондағы бер нисә ауыл өсөн уҡыу үҙәген тәшкил итә, тимәк, ул ҙур социаль әһәмиәткә эйә.
Рим СЫҢҒЫҘОВ, Әбйәлил район хакимиәте башлығы:
— Әбйәлилдә генә түгел, республикала иң төҙөк һәм заман талаптарына яуап биргән тәүге мәктәп ул — Сиҙәм урта мәктәбе. Бөгөн күргәндәр менән күңел ҡыуана, бындай белем усағында насар уҡыу мөмкин түгел, бар шарттар тыуҙырылған икән, уҡыусылар үҙҙәренең хеҙмәте, яҡшы уҡыуҙары менән яуап бирергә бурыслы. “Башнефть” йәмғиәте менән артабан да тығыҙ бәйләнештә эшләрбеҙ, — тигән ниәттәбеҙ. Киләсәктә Дәүләт ауылы клубын ремонтлау һәм республиканың “100 йыллығына — 100 объект” программаһы сиктәрендә Тупаҡ ауылында яңы мәктәп төҙөү ҡарала.

Тимур ҠАСИМОВ, Сиҙәм урта мәктәбе уҡыусыһы:
— Күрше Әлмөхәмәт ауылынан йөрөп уҡыйым. Мәктәбебеҙ яңы төҫ алыуына бик шатмын, уҡыуы ла күңелле!


Вернуться назад