Яҙғы өмәләр дауам итә: Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары менән 9 апрелдән 21 майға тиклем республиканың ҡала һәм райондарында тирә-йүнде тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәрен тамамлау фарыз. Әйткәндәй, республика халҡы йыл һайын был сарала ихлас ҡатнаша.
Тирә-йүнде таҙартып бөтөү менән бер рәттән, май байрамдарына тиклем юлдарҙағы соҡор-саҡырҙы тигеҙләү эштәре тамамланырға, ә йәй киң ҡоласлы ремонт эштәре башланырға тейеш. Әлегә 128 мең квадрат метр юл япмаһы тигеҙләнгән.
Үткән аҙнала республиканың ҡала һәм ауылдарындағы өмәләрҙә 400 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан, 4 меңдән ашыу техника ҡулланылған. Әйткәндәй, экологик өмәләр осоронда "Тәбиғәт" дәүләт унитар предприятиеһының ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары сүп-сарҙы бушлай ҡабул итә.
Баш ҡалала ла яҙғы эштәр дәррәү бара. 9 – 16 апрелдәге экологик өмәләрҙә 228 меңдән ашыу халыҡ ҡатнашһа, 21 апрелдә үткәрелгән сарала ла 100 меңдән ашыу кеше урамдарға сыҡты. Мәҫәлән, Затон биҫтәһендәге "Тулҡын" скверы гөрләп торҙо. Күрәһең, урындағы халыҡ ағаслыҡты ифрат "үҙ" итә – сквер пластик шешәләр, тәмәке төпсөктәре, тимер банкалар һәм башҡа сүп-сар менән тулы ине, дөрөҫөн әйткәндә, ял итеү мөмкинлеге бик сикләнгәйне. Ленин районының мәктәп уҡыусылары, үҫмерҙәр клубы ағзалары, студенттар тырышлығы менән "Тулҡын" тәртипкә килтерелде.
Шулай уҡ 21 апрелдә Өфөлә йәштәрҙең "Минең республикам" социаль-экологик акцияһы башланды. Халыҡ-ара "Ҡотҡарырға һәм һаҡларға" акцияһына ярашлы ойошторолған сарала 17 уҡыу йорто һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаһынан 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Улар Конгресс-холл эргәһенән башлап автомобиль күперенә тиклем арауыҡтағы Ағиҙел йылғаһы ярын тәртипкә килтерҙе.
Г. САЛАУАТОВА.