...Әнүәрҙәрең китеп барғас, бушап ҡалды был донъялар...16.02.2018
Уҡытыусым Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровтың яҡты иҫтәлегенә бағышлайым.

Өфөгә юл төшкән һайын күңелем елкенеп, ашҡынып киләм БДУ ҡаршыһына. Алыҫ-алыҫта ҡалған йәшлек эҙҙәремде табырға теләгәндәй, мәрмәр баҫҡыстарҙан күҙҙәремде ала алмайынса, яйлап ҡына икенсе ҡатҡа күтәреләм. Аяҡтарым үҙенән-үҙе тарих факультеты тарафтарына әйҙәй. Сит йөҙҙәргә, студенттарҙың “сырҡ-сырҡ!” итеп шау-гөр килеүенә иғтибар итмәйенсә, үҙ уйҙарыма бирелеп, ипләп кенә “Ватан тарихы” кафедраһының ишеген шаҡыйым. Миңә таныш булмаған йәш ғалимдар араһынан күҙҙәрем һаман да тик бер ғалимды – хөрмәтле уҡытыусым Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровты эҙләй...
Башҡа әйләнеп ҡайта алмаҫлыҡ ерҙәргә мәңгелеккә киткәнен белһәм дә, күңелем ышанмай, ошо кескәй генә бүлмәлә, ҡағыҙҙарына күмелеп, һаман да ул яҙышып ултыра төҫлө...

Әлеге ваҡытта “торғонлоҡ” тип аталған заман алдыбыҙға оло маҡсаттар ҡуйған, алға ынтылған совет йәштәре өсөн “алтын быуат” иң бәхетле дәүер булып хәтерҙә ҡалды. Ул ваҡыттарҙа тарих факультетына уҡырға инеү күптәр өсөн “Измаилды штурмлауға” тиң булды. Тарих, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәрен — телдән, рус теленән иншаны уңышлы яҙып та, инде конкурстан уҙырға бер аҙым ҡалғас ҡына, бигерәк тә ауыл мәктәптәренән килгән абитуриенттарҙы сит телдәрҙән ҡуйылған имтихан, салғы менән ҡырып ырғытҡандай, юҡҡа сығара торғайны. Иләктән иләнеп, үҙ көсө, белеме менән уҡырға ингән студенттарға университет уҡытыусылары хөрмәт менән ҡараны. Курс эшен яҙыу, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа докладтар менән сығыш яһау өсөн профессорҙар иң беренсе ошондай тырыш, яуаплы студенттарҙы үҙ итте.
Беренсе курста “Башҡортостан тарихы” махсус курстарын Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров алып барҙы. Өлкәнерәк курста уҡығандар беҙгә, “перваштар”ға, һәр уҡытыусы тураһында “мөһим мәғлүмәттәр”ҙе алдан уҡ һөйләп, буласаҡ “алыш”тарға алдан әҙерләп ҡуйыуҙы кәрәк тип таба ине. “Әнүәр Закирович — етди уҡытыусы, уның дәрестәренә “шалтай-балтай” ҡарашта йөрөү мөмкин түгел, теләйһеңме-теләмәйһеңме, башыңды баҫып уҡы ла уҡы, шулай итмәһәң, уҡыу йорто менән һаубуллашыуың да бар”, — олораҡтарҙың уның тураһында фекере ошолайыраҡ ине. Сибай педагогия училищеһында энә менән ҡойо ҡаҙыуҙың ауырлыҡтарына ҡарағанда тәмен нығыраҡ татыған, студент һурпаһын ярайһы ғына шурпылдатҡан ҡыҙға был һүҙҙәр әллә ниндәй ҙур яңылыҡ булып һаналманы.
Ыҡсым кәүҙәле, ҡара сәстәрен артҡа тараған урта йәштәрҙәге уҡытыусыбыҙ дәрестәрен ипле итеп алып бара. Һәлмәк кенә һөйләй, бер генә лә артыҡ, кәрәкмәгән һүҙ ҡыҫтырмай, башҡа ҡайһы берәүҙәр кеүек, шәхси тормошон, хеҙмәттә ҡаҙанған уңыштарын ҡабат-ҡабат һөйләп, теманан ситләшмәй. Башҡорт тарихының данлы ла, шаңлы ла, ғибрәтле лә биттәрен асып, беҙҙең йөрәктәргә еткерергә, күңел ҡылдарыбыҙҙы ҡуҙғытырға тырыша.
Лекциялары эпостар, башҡорт халыҡ әкиәттәре, ер-һыу атамалары, башҡорт батырҙары, ил уҙамандары тураһында легенда-риүәйәттәр, фольклор ҡомартҡылары менән үрелеп алып барыла, тарихи романдарға ла иғтибар бирелә. Рус телле мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт әҙәбиәте, тарихы менән бөтөнләй таныш булмаған, күбеһенсә район үҙәктәренән, ҡала мәктәптәренән йыйылған студенттар ҙа уны йотлоғоп тыңлай, әңгәмәгә ҡушылырға тырыша. Ә телде, әҙәбиәтте белгән студенттарға Әнүәр Закир улы нығыраҡ таяна, уларға башҡорт тарихы тураһында өҫтәмә эштәр өйөп ҡайтара.
Хәтерләйем, бер дәрестә ул ваҡыттарҙа бик телгә алынмаған “Урал батыр” эпосы тураһында һүҙ сыҡты. Эпостың йөкмәткеһен һөйләй алырлыҡ студент табылыуына уҡытыусыбыҙ шатланғандай булды. Дәрестән һуң да оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. “Башҡорт тарихы ошо эпостан башлана. Килер бер көн, быны бөтә донъя таныр, ошо шиғри юлдарҙың һәр һүҙе аша тарихыбыҙға тәҙрә баға бит, тик уны күрергә генә кәрәк”, — тигәйне ул. Ул саҡтағы “сей” студент ҡыҙ “Урал батыр”ҙан был тәҙрәне күпме генә эҙләп ҡараһа ла, эпосты әкиәт кенә итеп ҡабул итеүҙән арына алманы шул...
Әнүәр Закир улы етәкселегендә дүрт йыл буйы курс эшен яҙып, бишенсе курста диплом эшен уңышлы яҡланым. Тарих фәненә мөкиббән, тынғыһыҙ остазым менән архив кәштәләренән теге йәки был мәғлүмәтте табыу маҡсатында тау-тау ҡағыҙҙар аҡтарырға, һәр мәғлүмәтте урынлы ҡулланыу өсөн ғилми эштәр яҙыу оҫталығына өйрәнеү насип итте.
Уҡытыусым Башҡортостан ауылдары тарихы буйынса етди эш башлағайны. Студенттарын ул бер ҡасан да “ҡара урманға” индермәне, үҙе яттан белгән фондтарҙы байҡатып, тәжрибә туплатты. “Ҡара ергә әйләндереп киткән көтөүлектәренән” дә бер бөртөк “йәшел үлән” — яңы мәғлүмәт таба алғандарҙың арҡаһынан һөйөп, “маладис!”, “булыр бала — биләүҙән” тигән һүҙҙәр менән күңелен күтәрер ине. Төрлө йылдарҙа халыҡ иҫәбе теркәлеп барған Ревизия материал­дарының төбөнә төшөп, шәжәрә төҙөү нескәлектәренә лә унан өйрәндек. Бер аҙ тәжрибә туплағас, тарихи мәғлүмәттәр эҙләп, Милли архивтың күп фондтарын үҙаллы штурмлай ҙа башланыҡ.
Ул үҙе иҫ киткес тырыш, ныҡышмал, көслө рухлы кеше ине. Архивтарға, китапханаларға бармаған көнө булмағандыр. Башында ел уйнаған студенттарҙы йәшлек тигән йәшен уты бындай урындарҙан уратып-уратып ҡыуалай. Аңлай уҡытыусыбыҙ, йомшаҡ ҡына шелтәләп алған була. Милли архивтың уҡыу залындағы иң артҡы өҫтәле артында ҡағыҙҙарҙан саҡ ҡына башы күренеп, бирелеп эшләп ултырған остазыбыҙҙың беҙҙе күреүгә йөҙө яҡтыра. “Әһә, шилмалар, килдегеҙме, миңә күренеп китергә булдығыҙмы? Хәҙер мин һеҙгә эш табам”, — тигәндәй, күҙлектән арыған күҙҙәрен ҡулъяулығы менән һөртә-һөртә, үҙе эргәһенә ымлап саҡырып та ала. “Бына “дәдә”геҙ тәки теге документты тапты бит!” — тип балаларса бер ҡатлылыҡ менән ҡыуанып, тапҡан мәғлүмәттәре тураһында бирелеп китеп һөйләр, ысын күңелдән шатлығын уртаҡлашыр ине.
Әнүәр Закир улы ғәҙел, кешелекле, ябай булыуы менән студенттарҙы үҙенә тартты. Милләтенең телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт иткән ғалим ғүмерен халҡыбыҙға хеҙмәт итеүгә арнаны. Уның хеҙмәт емештәре булған 320 фәнни мәҡәлә, 20-ләп монография, Башҡортостан Республикаһы, Минзәлә өйәҙе, Пермь, Свердловск, Һарытау, Һамар, Силәбе өлкәләрендәге ауылдар тарихын өйрәнеүгә арналған оло хеҙмәттәре һәр ауылға “Тыуыу тураһында таныҡлыҡ” бүләк итте. 1812 йылғы Ватан һуғышына бағышланған “Любезные вы мои...”, “Олатайҙарҙың бар тарихы” хеҙмәттәре лә халҡыбыҙҙың үткәненә битараф булмағандарҙың, тарих уҡытыусыларының өҫтәл китабына әйләнде.
Хөрмәтле уҡытыусыларым, БДУ-ның тарих факультеты профессорҙары — Ирек Аҡманов, Нияз Мәжитов, Рим Янғужин, Нәзир Ҡолбахтин, Марат Ҡолшәриповтар менән берлектә юғары уҡыу йорттары һәм мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйен­ләнгән уҡыу әсбаптарын нәшерләп сыға­рыуҙа Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровтың да роле баһалап бөткөһөҙ. Уның етәкселегендә донъя күргән “Башҡорт­тарҙың хәрби тарихы” энциклопедияһы хөрмәтле уҡытыусымдың мәшһүр ғалим, илһөйәр шәхес булыуын тағы ла бер тапҡыр раҫланы.
Ғүмеремде ауыл мәктәбендә балаларға белем биреүгә арнаным. Дәрестәремдә Рәсәй тарихы менән бер рәттән, республикабыҙ, йәшәгән районыбыҙ тураһында төплө белем бирергә, үҫеп килгән йәш быуындың күңелендә бәләкәй Ватаныбыҙға һөйөү тәрбиәләргә тырыштым.
Остазым Әнүәр Закир улынан күреп, архив сығанаҡтары менән эшләү, уларҙы урынлы ҡуллана белеү кластан тыш сараларҙы юғары кимәлдә уҙғарыуҙа бигерәк тә ныҡ ярҙам итте. Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе таба алмай ыҙаланһам, уҡытыусыма мөрәжәғәт итәм. “Шул-шул фондтарҙан эҙлә”, — тип фондтарҙың һандарын әйтеп үк бирә. “Мин университетта, ваҡытың булһа, инеп сыҡ”, — тип кафедраһына саҡыра.
Ауылда донъя көтөп, эреле-ваҡлы балалар үҫтергән, етмәһә, мәктәп эшенә төптән егелеп арып-йонсоп, ябығып бөткән элекке студенткаһын йәлләп, шелтәләп тә ала. Яңы баҫтырылған уҡыу әсбаптары, гәзит-журналдарҙа сыҡҡан тарихи-этнографик мәҡәләләр, мәктәптәрҙә тарих фәнен уҡытыу кимәле тураһында һорашыр, үҙе менән типә-тиң әңгәмә ҡора алырлыҡ ауыл уҡытыусыһына хөрмәт менән ҡарар, хатта уның фекерҙәренә ҡолаҡ һалыр ине. “Хужаң (ирең) әбижәйт итмәйме, берәй ярҙам кәрәкмәйме, – тип хәл-әхүәл һорашып – иҫән-һау йөрө, үҙеңде һаҡла”, – тип атайҙарса ҡайғыртып, изге теләктәрен теләп, оҙатып ҡала...
Ул әҙәпле, тәртипле кеше булды. Шаяртып ҡына ла насар һүҙ әйтмәҫ, кинәйәләп тә йәмһеҙ ҡыланмаҫ. Фәнни хеҙмәттәрендә лә ваҡиғаларҙы сурытыу, артыҡ һүҙ юҡ, барыһы ла сығанаҡтар менән төплө дәлилләнгән. Киң күңелле уҡытыусым үҙе тормош һабаҡтарын биргән студенттарының уңыштары менән ихлас ғорурланды. Тура һүҙле булыуы, системаға яраҡлаша белмәүе, үҙ фекерен яҡлап, фәнни бәхәстәрҙең уртаһында йыш ҡалыуы, бәлки, остазыма күңел төшөнкөлөгөн, ауырлыҡтарҙы ла йыш килтергәндер. Ләкин ул бөтә сетерекле хәлдәрҙән дә намыҫ менән сыға алды. Тәрән аҡылына таянып, йөрәк ҡушыуы буйынса яҙылған алтынға бәрәбәр фәнни хеҙмәттәре оло ғалимыбыҙҙы ХАЛҠЫБЫҘ КАРАМЗИНЫ дәрәжәһенә күтәрҙе.
Әнүәр Закир улы тураһындағы хәтирәләремдең осона сыға алмайынса уйланып ултырғанда “Юлдаш” радиоһынан яңғыраған “Ғәзиз халҡым...” йыры йөрәгемдең иң нескә ҡылдарын ҡуҙғытты. Эйе, берсә ялҡын, берсә һалҡын булған халҡыбыҙ яҙмышы, ошо яҙмыштарҙы йылъяҙмаға күсергән, тарихыбыҙҙы ил, донъя кимәленә күтәргән күренекле шәхестәре араһында Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровтың да исеме алтын хәрефтәр менән яҙылырға тейеш. Уның исеме баш ҡалабыҙҙың бер урамына бирелһә, мәшһүр ғалимыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүгә тәүге аҙым яһалыр ине.

Клара ҒӘЙФУЛЛИНА (ХӘЛИТОВА),
1981 – 1986 йылдарҙа БДУ-ның тарих факультеты студенты.


Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад