Республикабыҙҙа халыҡ ижады коллективтарының
VI республика “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” фестивале
башланды. Сара, 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында үтәсәк Халыҡ-ара фольклориадаға әҙерлеккә ярашлы, күп милләтле башҡорт ерендә халыҡ ижадын күтәреү, үҙешмәкәр сәнғәтте, һәүәҫкәр артистарҙың ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ ижадының төрлө жанрҙарын үҫтереү маҡсатында өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Республика буйынса барған халыҡ ижады коллективтарының фестивале ноябрҙә Өфөлә йомғаҡлау концерты менән тамамланасаҡ.
“Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика фестивален тәүгеләрҙән булып асыу хоҡуғы Белорет районына тапшырылды. Белореттар Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец илбаҫарҙарын тар-мар итеүенә 75 йыл тулыуға арналған фестивалде лайыҡлы күтәреп алды һәм халыҡ ижадының бар үҙенсәлеген ижади коллективтарҙың сағыу сығыштарында күрһәтеүгә өлгәште. Ғинуар аҙағында республика халыҡ ижады коллективтары фестивале Инйәр район мәҙәниәт йортонда, Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында һәм ҡаланың мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә 26 ижади коллективты бергә йыйҙы.
Фестиваль нигеҙендә район һәм ҡаланың “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен йөрөткән үҙешмәкәр коллективтары юғары исемдәрен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова, фестивалде асып, Инйәр район мәҙәниәт йорто тамашасыһы, бәйгеселәр алдында сығыш яһаны. Улар конкурсанттарға уңыштар, юғары исемдәрен аҡлауҙарын, ә тамашасыға күңелле ял теләне. Ижади коллективтарҙың сығышын Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова етәкселегендә мәртәбәле жюри баһаланы, етешһеҙлектәрҙе барланы, лайыҡлыларҙы билдәләне.
Инйәр район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә алты коллектив үҙ сығышын жюри хөкөмөнә тәҡдим итте. Асының “Еңгәләр”, Инйәрҙең “Тау шишмәһе”, “Россияночка” ансамблдәре, “Өләсәйем һандығы” оҫта ҡулдар түңәрәге үҙҙәренең “халыҡ” исемен лайыҡлы яҡланы. Халыҡ фольклор ансамблдәренең сығышы Инйәрҙең “Даръя” бейеү ансамбленең төрлө милләт бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
“Хәтирә” (Сермән), “Гөлнәзирә” (Шығай), “Үткәл” (Үткәл), “Әхирәттәр” (Ҡаһарман), “Дубравушка” (Ҡағы) һәм “Авзянские вечорки” (Үрге Әүжән) халыҡ фольклор һәм Сермән балалар сәнғәт мәктәбенең “Йондоҙ” бейеү коллективтары Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында сығыш яһаны.
Коллективтарҙың сығышы ысынында сағыу фольклор байрамына әүерелде. Оҫтабикәләрҙең ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолдо һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Ҡаланың мәҙәниәт һарайы Ломовка, Тирлән ауылдары, ҡала музыка мәктәбенең ижади коллективтары сығыш яһау өсөн майҙансыҡ булды. Районда үткән республика фестивале этабын мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары тамамланы. Районда, театр коллективтары менән бергә, “халыҡ”, “өлгөлө” исемен йөрөткән 34 коллектив иҫәпләнә. Фестиваль сиктәрендә үткән конкурста 26 коллектив исемен яҡлап ҡына ҡалманы, ул ике халыҡ ансамбленә тулыланды. Инйәр район мәҙәниәт йортоноң “Тайран” эстрада йырҙары (етәксеһе – И. Ҡәләмова) һәм Ҡаһарман ауылының “Әхирәттәр” фольклор (етәксеһе – Х. Нафиҡов) ансамблдәре маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, улар ҙа хәҙер “халыҡ” исемен йөрөтәсәк.
Оҙаҡламай, февраль аҙаҡтарында, театр коллективтары “халыҡ” исемен яҡлап, “Алтын тирмә” республика конкурсында сығыш яһарға әҙерләнә. Ҡайһы бер ижади коллективтар республика конкурстарында Гран-при яулап, исемен иҫбатланы ла инде. Йыр, бейеү, инструменталь әҫәрҙәрҙән, фольклорҙан торған бай йөкмәткеле сағыу тамаша коллективтарҙың башҡарыу оҫталыҡтары кимәленең юғары булыуын тағы ла бер раҫланы. Районыбыҙҙың халыҡ ансамблдәре 2020 йылда Халыҡ-ара фольклориадала ҡатнашып, үҙебеҙҙең ерлеккә генә хас булған үҙенсәлекле фольклор өлгөләрен, башҡорт иленең бай мираҫын сит ил ҡунаҡтарына бар матурлығында күрһәтеренә ышанабыҙ.
Белорет ҡалаһы.