Кем нимәгә бай...16.02.2018
Кәсепселек менән уңышлы шөғөлләнгән ир-уҙаман ғаиләһен яңы ҙур йорт төҙөп ҡыуандыра. Бында биләмә иркен, һауа саф, баҡса тулы емеш ағастары, ти.

Уңайлы шарттарҙа ғаилә тағы ла дәртләнеберәк, яңы маҡсаттар ҡороп йәшәй башлай. Әммә күршеләре генә кәйефтәрен төшөрөп ҡуя, ти. Иҫкергән, баҡсаһы емерелгән өйҙә яңғыҙ көн күргән был кеше аҫтыртын рәүештә төрлө боҙоҡлоҡ ҡыла икән.
Бер иртәлә яңы йорт хужаһы ишек алдына сыҡһа, унда биҙрә тултырып сүп-сар ҡуйылған, ти. Сираттағы мәртәбә кәйефе төшкән ир, яманлыҡҡа кәртә ҡуйырға ваҡыт икәнен аңлап, күршеһенә “яуап” әҙерләргә тотона. Баяғы сүп-сарҙы түгеп, биҙрәне ышҡый-ышҡый ялтыратҡансы йыуа ла баҡсаға инә. Ундағы ҡып-ҡыҙыл булып бешкән иң ҙур алмаларҙы өймәләм тултырып алып, күршеһенә юллана.
Ә уныһы, ишек шаҡыуҙы ишеткәс, шатлығынан ырғып-ырғып ҡуя: “Ниһайәт, йәненә тейҙем бының!” Һәм, низағҡа өмөтләнеп, ҡабаланып ишекте аса. Ә тышта күршеһе киң йылмайып баҫып тора, ти. Ул ҡулындағы биҙрә тулы алмаһын хужаға һона:
– Кем нимәгә бай шуның менән уртаҡлаша инде. Күрше хаҡы өсөн риза булып алығыҙ!


Вернуться назад