Ҡатындарҙың асылына ниндәй сифаттар хас?16.02.2018
Ҡатындарҙың асылына ниндәй сифаттар хас?Башҡортостанда “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” ҡатын-ҡыҙҙар араһында икенсе республика конкурсы уҙғарыласаҡ. Ошо уңайҙан сараны ойоштороусы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре кандидаты Гөлнур ҠОЛҺАРИНА менән мәғлүмәти әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, кон­курстың бәләкәй генә булһа ла үҙ тарихы барҙыр?
– Республика кимәлендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан тәүге тапҡыр “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы 2014 йылда үткә­релгән. Башланғыс ниндәйҙер кимәлдә ҡатын-ҡыҙға, тәү сиратта, ергә ерегеп йәшәгән һәм эшләгән гүзәл заттарыбыҙға ихтирам һәм иғтибар билдәһе тигән маҡсаттан ойошторолған. Исеме билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһына нигеҙ һалған Рабиға Ҡушаеваның һүҙҙәренән алынды. Ул заманында: “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе. Милләтте тәрбиә­ләүсе лә, милләттең киләсәген билдәләүсе лә, уның бөгөнгө тормошонда ҙур роль уйнаусы ла ул – ҡатын-ҡыҙ”, – тип әйтеп ҡалдырған.
2014 йылда ойошторолған беренсе конкурста 150-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ ҡатнашып, үҙ номинациялары буйынса портфолио эшләп ебәргән. Унда конкурсанттар үҙҙәренең эшмәкәрлек тәжрибәһен, ҡаҙаныштарын, грамоталарын, дипломдарын, ғүмерлек эштәренең һөҙөмтәһен, улар тура­һын­да баҫылған мәҡәләләрҙе, әңгә­мәләрҙе йыйып ебәргән. Әйтергә кәрәк, бәйгеселәрҙең барыһы ла тиерлек йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар булды. Улар, уҡытыусымы, мәҙәниәт йәки медицина хеҙмәткәреме – ниндәй һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, асылда йәмәғәт эшен дә алып бара.
Быйыл портфолиоларҙы электрон форматта ла ҡабул итәбеҙ.
– Баһалама ағзалары кемдәр?
– Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың эшмәкәр­леген баһалау өсөн төрлө ижтимағи һәм сәйәси ойошмалар, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәренән торған Комиссия төҙөлдө, улар еңеү­селәрҙе билдәләйәсәк.
– Сарала кемдәр ҡатнаша ала? Быны шуның өсөн һорайым: Баш­ҡортостандан ситтә йәшәгән мил­ләттәштәребеҙ ҙә бар. Йәнә лә унда башҡорт ҡатындары ғына ярыша аламы?
– Республика конкурсы тип кенә иғлан итһәк тә, сит өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар өсөн асыҡбыҙ. Башҡа милләт вәкилдәренән дә шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ. Милләт, биләмә сиктәре юҡ.
– Ниндәй номинациялар бул­маҡсы?
Ҡатындарҙың асылына ниндәй сифаттар хас?– Конкурста ҡатнашыусылар сән­ғәт, мәҙәниәт өлкәһендә юғары баһа­ларға өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар – “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәт”, балалар тәрбиәләүгә намыҫлы ҡарашы менән йәмәғәт тарафынан хөрмәткә лайыҡ булғандар “Ҡатын-ҡыҙ – әсәй” номи­нацияһында көс һынаша ала. Әйт­кәндәй, һуңғыһының еңеүсеһен билдәләгәндә ғаиләнең үрнәклегенә, татыулығына, балаларының, тормош иптәшенең уңыштарына өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ ижтимағи ойошмаларҙа, сәйәсәт өлкәһендә үҙен лидер һәм һәләтле ойоштороусы итеп танытҡан, киң йәмәғәтселек проблемаларын яҡшы хәл иткән, әүҙем­се­ләрҙе йәмәғәт эшендә берләштереп, улар менән бергә һөҙөмтәле эш алып барғандар араһында – “Ҡатын-ҡыҙ – лидер”, фән үҫешенә мөһим өлөш индергәндәр – “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә”, белем биргәндәр араһында танылған, абруй ҡаҙанған һәм үҙ һөнәрен яратып башҡарған ҡатын-ҡыҙҙар “Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы” ярышында көсөн һынай ала.
Ә бына “Ҡатын-ҡыҙ – бизнес-леди” номинацияһы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр араһында үткәрелә. Еңеүсене билдәләгәндә, бизнес менән шөғөлләнеп, республика кимәлендә танылыу яулаған ҡатын-ҡыҙға өҫтөнлөк бирелә.
Төрлө тармаҡтағы предприятие­ларҙа, ойошмаларҙа эшләп, хеҙмәтен юғары профессиональ кимәлдә башҡарған һәм коллектив, етәкселек тарафынан абруй ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙар араһында – “Ҡатын-ҡыҙ – һөнәр оҫтаһы”, 2017 йылда төрлө өлкәлә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында – “Ҡатын-ҡыҙ – йыл үрнәге”, илле биш йәштән өлкән булған, йәмәғәт эшендә әүҙемлеген юғалтмаған, үҙ халҡының киләсәгенә битараф булмаған, халыҡ араһында ихтирам яулаған ҡатын-ҡыҙҙар араһында “Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ” номинацияһы ла ҡаралған.
– Республика конкурсына барып эләгер өсөн төбәк кимәлендә лә сара ойошторолорға тейешме?
– Эйе, республика конкурсының муниципаль этаптары урындағы район һәм ҡала хакимиәттәре, ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмалары һәм конкурсҡа битараф булмаған әүҙемселәр тарафынан үткәрелә. Ярыштың район һәм ҡала этаптарын ойоштороу урындарҙа хәл ителә һәм ирекле рәүештә башҡарыла. Урындағы ойоштороу комитеты беренсе этап һөҙөмтәләренән һуң еңеүселәр тураһында мәғлүмәтте Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә 2018 йылдың 26 февраленә тиклем ебәрергә тейеш.
Заявкалар һәм портфолиолар түбәндәге адрестар буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56, Халыҡтар дуҫлығы йорто, 5-се бүлмә, Башҡортостан Республика­һының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәм­ғиәте йәки Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, “Берҙәм Рәсәй” партияһы (ойош­тороу бүлеге). Түбәндәге ад­ресҡа электрон хат аша ла доку­менттарҙы ебәрергә була: kul­[email protected], [email protected].
– Документтарҙы тултырыу буйынса ла талаптар барҙыр?
– Ҡатнашыусы тураһында айырым папкала портфолио булырға тейеш (фотолар, дипломдарҙың, рәхмәт хаттарының күсермәһе, мәҡәләләр, тәҡдимнамәләр, характеристикалар һ.б.). Шулай уҡ урындағы ойоштороу комитеты тарафынан конкурс ниге­ҙендә үткәрелгән саралар, уларҙа ҡатнашыусылар хаҡында киң мәғлүмәт сараларындағы мәғлү­мәттәр, мәҡәләләр ҙә бирелә. Ваҡыт әллә ни күп тә ҡалманы, шуға мин ханымдарҙы, ҡыҙҙарҙы әүҙемерәк, ҡыйыуыраҡ булырға саҡырам. Еңеүселәргә матур бүләктәр ҙә ҡаралған. Ошо заман ҡатын-ҡыҙының эшмәкәрлеге, дәрәжәһе, зауығы хаҡында тап был конкурс аша еткереп була. Был сара ул үҙенә күрә XXI быуат ҡатын-ҡыҙы образын тыуҙырыу ҙа тип атар инем.



Вернуться назад