Хөрмәтле Венера Миҙхәт ҡыҙы!
Һеҙҙе һоҡланғыс юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Байтаҡ ваҡыт үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, беҙ, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышындағы район һәм ҡала гәзиттәре мөхәррирҙәре, һеҙҙең менән бергә эшләгән йылдарҙы онотмайбыҙ. Ошо дәүерҙә һеҙҙең ҡанатығыҙ аҫтында үҙебеҙҙе еңел һәм ышаныслы тойҙоҡ, сөнки ауыр ваҡыттарҙа иғтибарһыҙ һәм ярҙамһыҙ ҡалмаясағыбыҙҙы белә инек. Изге кәңәшегеҙ һәм йылы һүҙегеҙ беҙҙе, гәзит мөхәррирҙәрен, генә түгел, бөтә коллектив ағзаларын да ижади, һөҙөмтәле эшкә дәртләндерҙе. Һеҙгә бының өсөн ҙур рәхмәт! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, хеҙмәттәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән бергә оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын һеҙгә!
Иң изге теләктәр менән
Баймаҡ районынан Ғ. Баймырҙин, Әбйәлилдән С. Фәйзуллин, Йылайырҙан И. Таҡалов, Хәйбулланан С. Ғәбитова, Белореттан С. Минһажетдинова, Сибайҙан Н. Үзбәков,
Учалы ҡалаһынан Р. Солтанова.