Иртәгә баш ҡалала бик үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле сара – халыҡ һөнәрҙәренең мәғлүмәти йәрминкәһе үтә. Ул Рәсәй Президенты гранты өсөн бәйгелә еңеү яулаған “Халыҡ кәсептәре – йәшәү сәнғәте!” проекты сиктәрендә ойошторола һәм республикабыҙҙа ошондай шөғөлдәр төрҙәрен күрһәтеүҙе, уларҙы үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индереүҙе күҙаллай. Сара халыҡ оҫталары булдырған, юғары художестволы әһәмиәтле үҙенсәлекле тауарҙарҙы ойошмалар тарафынан һатып алыу мөмкинлектәрен киңәйтеүҙе, шулай уҡ халыҡ кәсептәрен балаларға өҫтәмә белем биреү тармағында уңышлы файҙаланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Яҡын киләсәктә Башҡортостандың халыҡ-ара оло сараларҙы – “Апимондия” конгресын һәм Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәген иҫәпкә алғанда, мәғлүмәти йәрминкәнең әһәмиәте ни тиклем ҙур булғанын аңлатып тораһы түгел.
Рәсәй – күп милләтле, төрлө мәҙәниәтле ил. Ул ошо сифаттары менән үҙенсәлекле һәм халыҡтары менән көслө. Ә тарихын, телен, мәҙәниәтен һаҡлай, үҫтерә алған халыҡ дәүләттең рухи һәм социаль нигеҙенең ныҡлығын да тәьмин итә ала. Шуға күрә халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренең көнүҙәклеген дәүләт кимәлендә лә яҡшы аңлайҙар. Былтыр Владимир Путин ил Хөкүмәтенә халыҡ художестволы кәсептәрен, һөнәрҙәрен һаҡлау, тергеҙеү һәм үҫтереү йәһәтенән махсус проект һәм аныҡ эштәрҙең планын төҙөргә ҡушҡайны. Был иҫәпкә традицион халыҡ кәсептәре үҫешкән биләмәләрҙә эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү, балаларға белем биреү һәм тәрбиәләү өлкәһендә халыҡ кәсептәре нигеҙҙәрен ҡулланыу, халыҡ оҫталары булдырған уникаль әйберҙәр менән сауҙа итеү шарттарын еңеләйтеү кеүек саралар инә.
Р
еспубликабыҙҙа – бихисап халыҡ оҫталары йәшәгән бай тарихлы төбәктә – халыҡ кәсептәре, һөнәрмәндәр һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Ошо мәсьәләгә ҡағылышлы сараларҙың береһендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тармаҡты үҫтереүҙең рухи яҡтан мөһимлеге, халыҡ оҫталарының эшен төбәк һәм ил кимәлендәге гранттар менән дәртләндереп тороу, шулай уҡ йәмәғәтселектең был ғәмәлгә мөнәсәбәтен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өҫтөндә эшләү кәрәклеге хаҡында әйтеп үткәйне. Уның фекеренсә, халыҡ ижадын үҫтереүҙе киң йәйелдергән һайын төбәккә лә иғтибар артасаҡ, туристар ағымы күбәйәсәк, инвестициялар киләсәк. Республика иҡтисадының тотороҡлоғо өсөн был мөһим мөмкинлекте иғтибарға алмау ҙур хата булыр ине, сөнки беҙҙең ил, донъя кимәлендә күрһәтерлек тәбиғәтебеҙ менән бер рәттән уникаль мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, оҫталарыбыҙ менән дан тота.