Сибайҙар йолаға тоғро14.02.2018
Сибайҙар йолаға тоғроҮткән осорға йомғаҡ яһап, ағымдағы йылға бурыстар билдәләү, алдынғыларҙы бүләкләү йолаһына был юлы ла сибайҙар тоғро ҡалды. Ошо көндәрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында матур сара булды. Унда ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, почетлы ҡунаҡтар, хеҙмәт алдынғылары ҡатнашты.


Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы белдереүенсә, былтыр бихисап эш башҡарылған. Бигерәк тә юлдарға асфальт тү­шәү, уларҙы ремонтлау буйынса ҙур эш атҡарылған. Республикала беренселәрҙән булып Сибайҙа “Ҡала мөхите” проектына ярашлы заманса Балалар уйын паркы төҙөлгән, спорт тренажер комплекстары урынлаштырылған.
Былтыр ҡалала иҡтисади эшмәкәрлек­тең бөтә төрҙәре буйынса 11 миллиард 771 миллион һумлыҡ продукция етеште­рел­гән. Сәнәғәт продукцияһы ин­дексы 87,5 процент тәшкил итә. Инвестиция кү­лә­ме 590 миллион һум булған. Эшһеҙлек кәмегән, йыл дауамында 1 мең 210 кеше эшкә урынлашҡан, шуның һигеҙе – һау­лығы буйынса мөмкинлектәре сиклән­гәндәр. 634 сабый донъяға килгән, 638 кеше вафат булған.
Һуңғы йылдарҙа Сибай ҙур төҙөлөш май­ҙанын хәтерләтә. 20 меңдән ашыу квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тап­шырылған. Әле өс ҡатлы 12 фа­тирлы йорт төҙөлә башлаған, фатир асҡыста­рын етем балаларға тапшырыу ҡарала. Шулай уҡ республика Башлығы тәҡдим иткән “100 йыллыҡҡа – 100 объект” проектында сибайҙар ихлас ҡатнаша. Иң беренсе нәүбәттә филармонияны төҙөү, йәғни янғында ҙур зыян күргән бинаны ҡайтанан реконструкциялау күҙ уңында тотола. Юлдарҙы төҙөүгә 51,5 миллион һум аҡса тотонолған.
2018 йыл республикала Ғаилә, Рәсәйҙә Ирек­мән йылы тип иғлан ителде. Ҡала баш­лығы, тантананы асып, яңы йылдың тәүге иртәһендә донъяға килгән игеҙәк­тәр­ҙең ата-әсәһе Оксана менән Максим Бе­личенколарға бүләккә балалар коляс­каһы тап­шыр­ҙы. Шулай уҡ, ҡалала ирек­мән­дәр хәрәкә­тенең әүҙем эшләүен бил­дәләп, исемле йылда ла Сибай йәштәре һынатмаҫ, тигән теләктә ҡалды.
Йыр-моң, ҡотлауҙар менән үрелеп бар­ған тама­ша хеҙмәт алдынғыларын данлау, уларҙы хөр­мәт­­ләү сараһына әүерелде. Бында иң яҡшы предприятиелар, учреждениелар менән бер рәттән үҙ эшенә яуап­лы ҡараған хеҙмәт алдынғылары тәбрик­ләнде, уларға Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад