Ҡартаямы ни һуң йөрәк...14.02.2018
Ҡартаямы ни һуң йөрәк...Ҡартлыҡ бер кемде лә урап үтмәй. Тәбиғәт әҙәм балаһын үҙе шулай яралтҡан. Теләйһеңме-юҡмы, ул һиңә ҡасандыр килеп етә. Шул ваҡытта үҙеңде бәхетле тойоу, уны лайыҡлы ҡаршылау бик һирәктәрҙең генә өлөшөнә төшә. Минең геройым, 83 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, китап, гәзит-журналды күҙлекһеҙ уҡый, үҙ донъяһын үҙе баға, иң мөһиме – әле лә иркен итеп халыҡ йырҙарын оҫта башҡара.


Әбйәлил районының Урал ауылында йәшәгән Сәйҙә Мәхмүтованың күңеле һис тә ҡартаймай. Киреһенсә, үҙе әйтмешләй, йылдан-йыл йәшәрә генә. Булат ауылында донъяға килгән Сәйҙә Мирйән ҡыҙының тормошо еңелдән булмай. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, уға колхоздың ауыр эшендә тир түгергә тура килә. Белемгә зирәк булыуына ҡарамаҫтан, мәктәпте тамамларға яҙмай уға.
– Бала сағым ауыр дәүергә тура килде, ҡыҙым, – тип һүҙ башланы әңгәмәсем. – Һуғыш осоро, ғаиләлә дүрт бала. Яуҙың тәүге көнөнән үк фронтҡа алынған атайым ете тапҡыр яраланып ҡайтты. Ауыр йәрәхәттәрҙән, һуғыш яраларынан мандый алмай, ҡайтыуына һигеҙ ай тулғас, вафат булды. 1949 йылда әсәйебеҙ ҙә яҡты донъянан китте. Ағайым, ике һеңлем менән япа-яңғыҙ ҡалдыҡ. Ни бары дүрт класты тамамларға тура килде, аҙаҡ ағайыма иш булһын, туғандарымды ҡарашырға ярҙам итәйем тип эшкә сыҡтым. Һыйыр һауҙым, иген сәстем, тирмәндә он тарттым. Әүжән ағасын да ҡырҡтыҡ. Эшләмәгән эш ҡалманы, һаулыҡ та ҡаҡшаны.
Күрше ауыл егетенә кейәүгә сыға, өс бала үҫтерәләр. Ғаиләһе менән Әбдрәш ауылына йәшәргә күсеп бара. Үҙе “Ҡыҙыл ялан” колхозында һыйыр һауа, артабан тимер юлға эшкә сыға. Әммә тормош һин уйлағанса ғына китеп бармай, ҡырҡа сәбәптәр арҡаһында иренән китергә тура килә.
Өс баланы бер үҙенә кеше итеү, ай-һай, еңелдән булмаҫ ине, бәхетенә, тормош юлында Марат Мәхмүтов осрамаһа. Матур итеп донъя көтөп, йәнә бер ҡыҙҙары – Сәлимәләре донъяға килеп, балаларҙы үҫтереп, колхоз эшендә тир түгеп йәшәй Мәхмүтовтар.
1957 йылда улар совхоз үҙәгенә күсеп килә. “Урал” совхозының гөрләп торған сағы. Йәш белгестәргә, хеҙмәткәрҙәргә һәйбәт эш хаҡы түләнә, йәшәү өсөн йорттар бирелә. Тырыш эшселәр булараҡ, Мәхмүтовтар өйлө булыу бәхетен кисерә. Емертеп эшләп тә, гөрләтеп донъя көтөп ятҡанда Сәйҙә Мирйән ҡыҙын тормош йәнә оло һынау алдына ҡуя – тормош иптәше вафат була. Бар ҡайғыһын уның төҫө булып ҡалған Сәлимәһенә баҫып, ҡалған балаларын бағып, кеше алдында кәм-хур итмәҫкә тырышып донъя көтә. Күңел һыҙланыуҙарын, йөрәк һағышын йырға һала, аһ-зарҙары моң аша түгелгәндәй тойола, әрнегән күңелен баҫа.
1990 йылда хеҙмәт ветераны булараҡ хаҡлы ялға сығып, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙам итә. Бөгөн бәхетле өләсәйҙең туғыҙ ейән-ейәнсәре, 17 бүлә-бүләсәре бар. Күңеле йыр-моңға тулған ветерандың әле лә йәш сырайлы, аҡ йөҙлө, изге күңелле булыуы һоҡландыра. Тормошта, йәмғиәтебеҙҙә барған үҙгәреш-яңылыҡтарҙы даими күҙәтеп, гәзит-журнал уҡып, донъяуи хәлдәр менән ҡыҙыҡһыныуы ла шатландыра.
83 йәшлек инәй үҙе лә, ҡартайҙым инде, тип ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Күңелен, ҡулдарын әүрәтер эш табып ҡына тора. Тәүҙәрәк ейәнсәрҙәренә, хәҙер бүләсәләренә тип инселәп ҡорама, буй юрған ҡорай, төрлө ултырғыс ябыуы бәйләй. Ҡул эштәре менән булышҡан саҡта һәр саҡ ниндәй ҙә булһа халыҡ йырын башҡара.
Әйткәндәй, уның иң яратып йырлаған йыры – “Сәлимәкәй”. Шуға ла төпсөк ҡыҙына Сәлимә тип исем ҡушҡан да инде. Халҡыбыҙҙың мәшһүр йырҙары “Урал”, “Ашҡаҙар”, “Таштуғай”ҙы ла еренә еткереп, оҫта башҡара. Оҙаҡ йылдар ауыл мәҙәниәте йортонда эшләп килгән “Серҙәштәр” фольклор ансамбленә йөрөй. Районда үткән “Оҙон көй” йыр бәйгеләре еңеүсеһе, “Мин яратам һине, тормош!” конкурсы лауреаты, һабантуйҙарҙа уға еткән халыҡ йырын башҡарыусы юҡ. Халыҡ йырына, халыҡ моңона ҡанат ҡуйып, унан үҙенә ҡанат, көс алып йәшәй Сәйҙә инәй.
Һуңғы йылдарҙа һүрәтләмәм геройы шиғырҙар ижад итә, бәйеттәр сығара. Хәҙер яҙған ижад өлгөләрен киләсәк быуынға тапшырыу, үҙенән бер иҫтәлек, ҡомартҡы ҡалһын тигән ниәттә уларҙы бергә туплап, йыйынтыҡ сығарыу теләге менән яна.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад