Урамдарға саң ҡунмаһын14.02.2018
Урамдарға саң ҡунмаһынҒүмер үтә барған һайын артта ҡалған йылдар йышыраҡ хәтергә төшә икән. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән отставкалағы милиция майоры Иршат Хужабиргәнов тә фотоальбомын йыш ҡулына ала. Был юлы Сибайҙағы ҡустыһы Таһир: “Атай урынына ҡалған иң өлкән ағайыбыҙ булараҡ барыбыҙға күрһәткән изгелектәрең, хәстәрлегең ерҙә ятып ҡалмаһын әле, Иршат ағай. Әйҙә, гәзиткә берәй мәҡәлә әҙерләйек, хәбәрсе алып киләм”, – тигәс, йәнә фоторәсемдәргә текәлде ул.


Байтаҡ ғүмер үткән шул. Ун бала табып, бағып үҫтергән Герой-әсәһе Рауза Ибраһим ҡыҙы бынау фотоларҙа ҡайһылай йәп-йәш, сая, сибәр. Абдрахман ауылының киң сәхрәләрендә уйнап үҫкән алты бер туған ҡустыһы, өс һеңлеһе ниндәй матур, шуҡ...
Туҡта, Таһир кеше алып киләм тине түгелме? Банат ҡайҙа йөрөй икән? Әхирәтенең хәлен белешергә сыҡҡайны шикелле. Ҡайтһын, аш һалһын, туғаным килә, етмәһә, яңғыҙ түгел...” Шылтыратып, ҡатынына ҡайтырға ҡушты. Иркен өйөндә үҙенә урын таба алманы хужа. Ҡаҙҙарын, кәзә-һарыҡтарын ҡарап инеү ҙә күңелен баҫманы.
“Хәбәрсегә нимә хаҡында һөйләрмен икән? Йәшәнек, эшләнек, балалар үҫтерҙек, типме? Был кемгә ҡыҙыҡ?..” – тип уйға батып торғанында ҡала урамы үҙәгендә, Таналыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан йортоноң ҡапҡаһы асылды. Бәхетле кешенең ҡунағы бер юлы, тиҙәр бит. Ҡустыһы менән хәбәрсенән тыш, Гөлфиә ҡыҙы инеп килә, ана Банат та күренә.
– Өйҙән сығыр әмәл юҡ, ҡайт тиһең дә тораһың. Нимә булды тағы? Таһир, кемде эйәртеп алғанһың ул? Ҡаҡшатты ошо Рауза әбейҙең балалары. Кисә генә берәүһен оҙатҡайныҡ, – тип Банат апай беҙҙе дорфа ҡаршы алды.
Бына кемгә полицияла эшләргә кәрәк булған! Тауыш командирҙарса, кәүҙәһе тура, ә уның эргәһендәге полиция майоры, киреһенсә, нисектер юғалып ҡалғандай, үҙен бик тыныс тота.
– Эй, ысын, кисә Мерәҫтәге Гөлниса һеңлем Мәскәүгә юлланды. Кейәү ҡайта, ул китә – алмашлап йөрөп аҡса эшләйҙәр. Еңел машинала баралар, юл оҙон, аҫтыңа берәй йомшаҡ түшәк яһап ал, тинем әле, – тип һеңлеһен ҡайғыртыуын белде Иршат ағай. Унан да иплерәк ҡустыһы Таһир, еңгәһенең һүҙенә артыҡ иғтибар итмәй, төпкә үтеп китте.
– Бына шулай, һеңлем, Хужабиргәновтарҙың зат-ырыуын хәстәрләп ғүмер үтеп бара, – тип һүҙ башланы Банат апай, бер аҙ йомшара төшөп. – Дүрт тиҫтә йылдан ашыу Баймаҡта торғас, район үҙәгенә йомош менән килгән бөтөн туғандар ҙа инеп, хәл белеп сыға. Мин шулай һөйләнәм генә бит ул. Ана, ҡаҡшаттылар тиһәм дә, Таһир бер һүҙ өндәшмәй ултыра. Өйрәнеп бөткән улар миңә. Ҡәйнәм мәрхүмә шулай ине. Командирҙай булырға, кәүҙәне тура тоторға ул үҙе өйрәтте. Болан кеүекһең тип һоҡлана торғайны... Әйткәндәй, мин дә милицияла эшләнем ул. Медицина айнытҡысында фельдшер булдым. Сибай медицина училищеһын тамамлап, армияға китергә йыйынғанымда райондың баш табибы, Беренсе Этҡолға бараһың, тип ҡырт киҫте. Тыуған ауылым Ғәҙелбайҙан алыҫ булмағас, ризалаштым һәм кейәүгә сыҡҡансы шунда эшләп тәжрибә тупланым...
Милиция тигәндәй, Хужабиргәновтар был өлкәлә династия менән хеҙмәт итә. Абдрахман ауылынан сыҡҡан олатайҙары Нуретдин Буранбаев республиканың Эске эштәр министрлығында юғары вазифа биләгән. Ауыл мәктәбен тамамлап, физкультура, хеҙмәт дәрестәрен уҡытып йөрөгән Иршат Зәйнәғәбдин улының яҙмышын да тап шул Нуретдин олатаһы үҙгәртеп ебәргән. Һөҙөмтәлә ағай 1981 йылда Өфө, Свердловск ҡалаларының эске эштәр мәктәптәрендә белем алып, Баймаҡ районындағы милиция бүлексәһендә эш башлаған һәм 1997 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо хеҙмәтенә тоғро ҡалған. Әле уның юлын уртансы улы Илгиз дауам итә: ҡатыны Гөлфиә менән икәүләп Сибайҙағы полиция бүлексәһендә эшләйҙәр. Шәхси йорт һалып, өс бала тәрбиәләйҙәр. Шулай уҡ Фәнис, Әлфизә, Артур исемле туғандары ла полицияла эшләй. Банат менән Иршат Хужабиргәновтарҙың берҙән-бер ҡыҙҙары Гөлфиә лә ошо йүнәлешкә яҡын һөнәрҙе һайлаған: Баймаҡтың ғаиләгә һәм балаларға психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгендә эшләй.
Совет милицияһы отличнигы Иршат Зәйнәғәбдин улы I, II, III дәрәжә “Хеҙмәт өсөн” миҙалы һәм башҡа бихисап награда менән бүләкләнгән. Шул уҡ ваҡытта йыр-моң яратҡаны йөҙөнә яҙылғандай. Эшләгән саҡта улдары Илшат, Илгиз менән ансамбль төҙөп, үҙешмәкәр ярыштарҙа ҡатнашҡандарын иҫләп һөйләп алды ағай. Үҙе гармун тарта, йырлай, улдарының береһе ҡумыҙ уйнай, икенсеһе ҡурайҙа һыҙҙыра. Йырлай тигәндән, үҙебеҙҙең ерлеккә ҡағылышлы “Сибай” Иршат ағайҙың башҡарыуында күңелгә айырыуса үтеп инә.
– Эйе, эйе, уға балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләргә кәрәк булған. Бигерәк итәғәтле, ипле, эске органдарҙа ундай холоҡлоларға еңелдән түгел бит ул, – тип ҡуйҙы Банат апай. – Тәрбиәнән килә холҡоноң күркәмлеге. Ғөмүмән, Рауза ҡәйнәмдең ете улы ла эшкә шәп, ҡыҙҙары ла уңған. Ҡайным Зәйнәғәбдин Ҡотдосәләм улы 48 генә йәшендә ҡаты ауырып гүр эйәһе булғас, ҡәйнәм балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән. Ул-ҡыҙҙарын ныҡ тотоп, эшһөйәр итеп үҫтергән. Дан ҡатын булды, ҡул етмәгән ерҙе күрһә, дер һелкетеп әрләр ине. Башығыҙҙы эйеп йөрөмәгеҙ, кәүҙәгеҙҙе матур тотоғоҙ, ти торғайны. Килен булып төшкән мәлем һаман күҙ алдымда. Иремдең туғыҙ туғаны бар, бәләкәйҙәре Гөлнисаға биш кенә йәш ине. Бынау ултырған Таһир ҡәйнеш миңә тиҙ ылыҡты, бәпесебеҙҙе көтөштө. Уның тураһында айырым мәҡәлә яҙырлыҡ. Атай нигеҙен һыуытманы, ҡәйнәмде һуңғы көнөнәсә матур итеп ҡарап, фатихаһын алып, һуңғы юлға оҙатты.
Банат апай бер өйөр бала үҫтергән ҡәйнәһенең ыҡсым йорто һәр саҡ тап-таҙа, йылы булғанын һәм унан гел тәмле еҫ аңҡып торғанын хайран ҡалып, һоҡланып һөйләй. Ауылға ҡайтһалар, өлкән улым менән киленем килде, тип һәр ваҡыт аш һалып, күрше-тирәне йыйып алған. Ҡәйнәһенең ете улын да гармун уйнарға өйрәткәненә, уларҙы хәрби хеҙмәткә оҙатҡанда бер тамсы ла күҙ йәшен сығармағанына ла һаман һоҡлана килене.
– Герой-әсәнең ун балаһынан таралған 102 кеше бөгөн төрлө тарафта донъя көтә. Бына беҙ Иршат менән, Хужабиргәновтарҙың иң өлкәндәре булараҡ, 40 туйҙа ҡатнаштыҡ, 18 тапҡыр кәләш әйттерә барҙыҡ, – ти теүәллек яратҡан Банат ханым. – Аллаға шөкөр, иремдең ышаныслы ышығында илле йылға яҡын йәшәйем. Нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә Иршатымдың. Иртә яҙҙан ҡош-ҡорт ала, кәзә-һарыҡ аҫрай. Таналыҡ буйынан ҡайтып килмәй, себеш көтә, файҙалы үләндәр, бәшмәк йыя, миндек бәйләй, емеш-еләк тирә. Баҡсасылыҡ менән нисек шөғөлләнгәнен һөйләп килештерерлек түгел. Иң мөһиме – үҫтереп алған уңышты үҙе эшкәртә, ҡайнатмалар, салаттар яһай. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ килһә, улар өсөн йәнен өҙөп бирергә әҙер. Балаларыбыҙ ҙа тыуған йортона ашҡынып ҡайта. Бына шундай уңған ирҙең ҡатынымын. Ханбикә, бейсә булып йәшәйем.
Иршат Зәйнәғәбдин улы ла ҡатынынан уңыуы хаҡында һөйләп алды. Беҙ ҡайтырға сыҡҡас, Банат апай моңһоуланып йәнә хәтирәләргә бирелде:
– Бер көн шулай иртәнсәк эшкә ҡабаланып сығып барһам, Ғәҙелбайҙан әсәйем, Абдрахмандан ҡәйнәм килеп инде. Икеһе лә беҙ алып биргән матур күлдәктәрен, кофталарын кейеп алған. Сәй эсереп кит, тиҙәр. “Урамыбыҙға саң төшөрмәйһегеҙ, килә лә етәһегеҙ”, – тип тегеләргә үпкәләп сығырға тора инем, ҡәйнәм: “Эй, килен, бөтөн нәмә лә бер мәл генә ул. Беҙ олоғайҙыҡ. Үлеп китһәк, урамығыҙға саң да ҡуныр...” – тип ҡуйҙы. Шунда ҡәҙерлеләремде үпкәләткәнгә һаман үкенәм. Ысынлап та, был тормошта барыһы ла ваҡытлыса икәненә төшөндөм. Әбейҙәрем булмаһа ла, урамыбыҙға ҡәйнеш-килендәр, бикәс-кейәүҙәр, уларҙың балалары, үҙ туғандарым саң ҡундырмаһын инде...
– Баймаҡҡа килгән һәр кемгә ишегебеҙ асыҡ, – тип өҫтәне Иршат ағай.

Баймаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад