Динебеҙ ҡанунына ярашлы, мөьмин мосолманға хаж ҡылыу фарыз. Изге сәфәрҙең хәләл хеҙмәттә тапҡан аҡсаға ҡылыныуы мөһим. Кемдәндер алып торорға ла ярамай, киреһенсә, юлға сығыр алдынан барлыҡ бурыстарҙы түләп бөтөрөргә кәрәк.
Фарыз ғәмәлде үтәү бәхетенә өлгәшкәндәр араһында Мәсәғүт ауылынан Рәфҡәт Исламов та бар.Ул Мәсетле районында дүрт балалы ишле ғаиләлә тыуған. Төҙөүсе һөнәрен алып, уның буйынса бер аҙ эшләгәс, Мурманск өлкәһендә хәрби бурысын үтәгән. Артабанғы тормошо Норильск ҡалаһы менән бәйле. 2007 йылда иһә Исламовтар Мәсәғүт ауылына күсеп ҡайтҡан.
– Ҡатыным Тәнзилә Әхмәтсафа ҡыҙы менән ике ул үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙыҡ, – ти ир-уҙаман. – Өлкәне Руслан Норильск ҡалаһында йәшәй, ғаиләһендә ике бала буй еткерә. Улыбыҙ ҙа, киленебеҙ ҙә, әл-хәмдү лил-ләһ, дин юлында, намаҙ уҡыйҙар. Кинйәбеҙ Рөстәм иһә үҙебеҙҙең Мәсәғүттә ғүмер кисерә. Ҡатыны Әнисә менән ике бала үҫтерәләр. Бына шулай, Аллаға шөкөр, дүрт ейән-ейәнсәребеҙ бар.
Рәфҡәт Исламов – урындағы “Әл-Ислам” мәсетенең имам-хатибы. Бәләкәйҙән аят-доғаларҙы белеп үҫкән ул. Аҙаҡ, байтаҡ йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, ғәрәпсә уҡырға өйрәнеп, Өфөлә дини ғилем алып, хәҙер өс йыл инде Мәсәғүттә иманға әйҙәп йәшәй. “Ауылыбыҙ ҙур, унда ун бер мең самаһы кеше йәшәй. Әл-хәмдү лил-ләһ, хаҡ юлға ынтылғандар күп”, – ти имам-хатип.
Былтыр сентябрҙә Рәфҡәт хәҙрәт хаж ғәмәлен үтәгән.
– Изге сәфәр әҙәм балаһынан ҙур сыҙамлыҡ талап итә, – ти ул. – Хаждан башҡа кешегә әйләнеп ҡайтҡандай булаһың. Тормош мәшәҡәттәренә, ауырлыҡтарға еңелерәк ҡарай башлайһың. Бөтөн ҡәрҙәштәребеҙгә лә фарыз ғәмәлде үтәргә яҙһын, иншаллаһ.
Дыуан районы.