Бала саҡтан теш табибы булырға хыялланған Морат Сабитовтың теләге тормошҡа аша: ул әле Әбйәлил районының Хәлил ауылында стоматолог булып эшләй.Әбделмәмбәт егете, урта мәктәпте тамамлағас, хәрби бурысын үтәп ҡайта ла Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Студент осоронда буласаҡ ҡатынын осрата.
– Сибай медицина колледжында уҡып йөрөй инем, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Миңһылыу Ғәзизйән ҡыҙы. – Ҡалаға практика үтергә ике егет килде. Ятаҡта күрешеп, Морат менән бер-беребеҙҙе шунда уҡ оҡшаттыҡ.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, йәш белгес йүнәлтмә буйынса Учалы ҡалаһына ебәрелә. “Йырлай-йырлай эшләй торғайным, – ти Морат Хөснулла улы, йылмайып. – Дауаланырға килгән кешеләр “йырсы табипҡа” тип талон һорай икән... Яратҡан һөнәр ихлас күңелдән башҡарыла шул”.
Тыуған яғы Әбйәлилгә ҡайтҡас, Морат Сабитов тәүҙә Ишҡол ауылында эшләй, унан, Хәлилдә ике ҡатлы медицина амбулаторияһы төҙөлгәс, шунда баш табип вазифаһына тәғәйенләнә. Өҫтәүенә стоматолог бурысын да атҡара. Әммә бер аҙҙан амбулатория ябылыуға дусар ителгәс, теш табибы ғына булып ҡала. Бына инде байтаҡ йылдар ошо хеҙмәтте бөтөн күңелен биреп башҡара. Һөҙөмтәле эштә уңайлы шарттарҙың, яңы технологиялар менән йыһазландырылған заманса кабинеттың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тыныс холоҡло, асыҡ йөҙлө, тәжрибәле табип – урындағы халыҡтың яҡын кәңәшсеһе, терәк-таянысы.
Морат Сабитовтың ҡатыны Миңһылыу Ғәзизйән ҡыҙы стоматология кабинетында шәфҡәт туташы булып эшләй. Улар дүрт малайға ғүмер биргән.
Әлфинә КИЛДЕЙӘРОВА,
БДПУ студенты.