Уңайлы мөхит булдырыу хаҡына13.02.2018
Уңайлы мөхит булдырыу хаҡынаБашҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында “2014 йылдың 8 де­кабрендәге “Башҡортостан Республикаһы территорияһында социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә төбәк дәүләт контролен (күҙәтеүен) ойоштороу тураһында”ғы 562-се Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы” ҡарар проекты ҡаралып, ыңғай баһаланды.

Төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, “Рәсәй Федерация­һында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы законға индерелгән үҙгәрештәргә бәйле әҙерләгән документта социаль, инженер объекттар­ҙы һәм транспорт инфраструктураһын инвалидтар өсөн уңайлы итеү һәм хеҙмәттәр күрһәтеүҙе билдәләү өсөн дәүләт контроле индерелеүе хаҡында белдерҙе. Йәғни быйылдан һәр бер башҡарма власть органы үҙе кура­тор булған учреждение һәм хеҙмәттәрҙең мөмкинлектәре сиклән­гән­дәргә уңайлы мөхит тыуҙырыу шарттарын тикшерергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта министрлыҡ төбәктәге халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тармағы дәүләт учреждениеларын ғына түгел, ә башҡа хоҡуҡи фор­малағы социаль хеҙмәт күрһәткән ойошмаларҙы ла тикшерәсәк.
Быйыл министрлыҡ план буйынса ошондай биш учреждениены ҡарарға йыйына. Сара барышында бинаның инвалидтар үтерлек булыуын, һаулыҡтарына бәйле хеҙмәттәрҙән файҙаланырлыҡ уңайлыҡтар тыу­ҙырылыуы баһаланыласаҡ. Шулай уҡ тикшереүҙәргә инвалидтар ойошмалары вәкилдәрен дә йәлеп итеү ҡарала.


Вернуться назад