Хеҙмәт хаҡы – прокурор контролендә13.02.2018
Бөгөн эшләп тә хеҙмәтенә тейешле баһаһын ала алмағандар, алданғандар күп. Ҡайһы бер етәкселәр бер ниндәй документһыҙ эшләтеп, аҙаҡ аҡсаһын да түләмәй. Эш башлар алдынан үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе рәсми рәүештә теркәргә кәрәклеген белә тороп та, ошондай аҙымға барғандар арабыҙҙа етәрлек. Ә бит ҡулыңда документ булғанда ғына үҙ хоҡуғыңды яҡлай алаһың.
Өфө ҡалаһының Киров районы прокуратураһына “РегионДорСтрой” йәмғиәтенең элекке эшселәре предприятиеның хеҙмәт хаҡы түләмәүе тураһында хәбәр иткән. Тикшереү барышында былтыр йәмғиәт 26 кешенең хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоп эштән ебәреүе асыҡлана, йәғни 1 миллион 500 мең һумдан ашыу бурысты ҡапламаған.
Прокуратура етешһеҙлекте бөтөрөүҙе талап итеп предприятие директоры исеменә күрһәтмә сығарҙы. Шулай уҡ эшселәр мәнфәғәтен яҡлап, район судына түләмәгән эш хаҡын ҡайтарыуҙы талап иткән иск тапшырылды. Әлеге ваҡытта етәксегә ҡарата административ йәки енәйәт яуаплылығына тарттырыу буйынса һорау ҡарала.
Яуаплылыҡтан ҡасып булмай
Киров районы буйынса беренсе участка Мировой суды “Интеграл – Нефтепродукт” йәмғиәтенең элекке директорына ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы – 300 мең һум күләмендә штраф һалды.
Директор 2015 йылдың ноябренән 2016 йылдың майына тиклем ике айҙан ашыу ойошма эшселәренә бөтәһе 390 мең һум күләмендә эш хаҡы түләмәгән. Шул уҡ ваҡытта ойошманың иҫәбендә һәм кассала 72 миллион һумдан ашыу аҡса булған. Был аҡсалар ойошма эшселәренә хеҙмәт хаҡын тулыһынса түләү мөмкинлеге биргән, тип иҫәпләй Киров район прокуратураһы.
Судта хөкөм ителеүсе үҙен ғәйепле тип танымаған.