Икенсе юл тураһында уйлап ҡарағыҙ02.12.2011
— Ҡатыным менән ейәнсәремә фатирыбыҙҙы бүләк итергә теләйбеҙ. Ул беҙҙә теркәлгән, бергә йәшәйбеҙ. Ишетеүебеҙсә, фатирҙы рәсмиләштереп бүләк иткәндән һуң унда тулы хоҡуҡлы хужа булып китәсәк. Был дөрөҫмө? Бер-бер хәл килеп сығып, ул ҡатыным менән мине фатирҙан ҡыуып сығармаһын өсөн үҙебеҙҙе берәй нисек яҡлап булмаймы, бәлки, унан был хаҡта ниндәй ҙә булһа документ алып булалыр?
Салауат К., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

— Бүләк итеү договоры буйынса һеҙ үҙегеҙҙең милкегеҙҙе уға түләүһеҙ бирәһегеҙ. Шуны белегеҙ: һеҙ ейәнсәрегеҙҙе бер ниндәй ҙә шарт менән сикләй алмайһығыҙ. Документтарҙы әҙерләп тейешле урында теркәткәндән һуң, ейәнсәрегеҙ фатирҙың тулы хоҡуҡлы хужаһына әйләнәсәк. Милек менән нимә теләй шуны эшләй — һата, бүләк итә ала. Фатирҙы бүләк иткәндән һуң законда ҡаралған осраҡтарға ярашлы ғына кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар. Был: әгәр ул һеҙҙең ғүмерегеҙгә янаһа, ауыр йәрәхәттәр килтерһә һәм башҡалар. Шуға күрә, әгәр ҙә шикләнәһегеҙ икән, фатирҙы икенсе төрлө ҡалдырырға ла була: ғүмерлек ҡарауға иҫәпләнгән рента договоры. Тимәк, рента договорына ярашлы һеҙ фатирығыҙҙы ейәнсәрегеҙгә бирәһегеҙ, ә ул милеккә алмашҡа даими рәүештә алдан һөйләшенгән хаҡ түләп торорға йәки башҡа төрлө формала милекте тоторға тейеш. Ябайыраҡ әйткәндә, ейәнсәрегеҙ һеҙ вафат булғансы һеҙҙе ҡарарға бурыслы. Әгәр бүләк итеү договорын нотариуста теркәтмәй генә тура рәсмиләштерергә мөмкин булһа, рента договоры менән тәүҙә нотариусҡа барыу мотлаҡ.


Вернуться назад