Хеҙмәт кешеһен яҡлап13.02.2018
Беҙ, дәүләт кешенең хеҙмәтен һәм уның хәүефһеҙлеген яҡламай, тип зарланырға күнеккәнбеҙ. Әммә Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы эшмәкәрлегенә байҡау яһаһаң, был хаталы ҡараш булыуын аңлайһың.


Былтыр республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының эшмәкәр­леге һөҙөмтәһендә хеҙмәт урынында йәрәхәттәр алыуға бәйле хәл үҙгәргән, йәғни 2016 йыл менән сағыштырғанда, ун бер ай һөҙөм­тәләре буйынса 20 процентҡа кәмеүе күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта үлемгә килтергән йәрәхәттәр алыуға бәйле хәл көсөргәнешле ҡала, тип белдерәләр ведомствонан.
Инспекция эш урындарындағы бәхетһеҙлек осраҡтарын асыҡлау буйынса эште көсәйткән. Үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ, һәр бындай осраҡ тейешенсә теркәлмәй. Етәкселәр эшсенән “өйҙә йәрәхәт алдым” тип документ тултыртырға мәжбүр итә. Бигерәк тә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған предприятиелар бәхетһеҙлек осраҡтарын теркәргә теләмәй. Эш биреүсе, компенсация түләүҙән ҡурҡып, документтарҙы Хеҙмәт кодексына ярашлы тултырмай. Һуңынан был ауырлыҡ Социаль страховка фонды иңенә ята. Һөҙөмтәлә кешеләр үҙҙәренә түләнергә тейешле компенсацияны ала алмай. Күптәр, эш биреүсенең вәғәҙәләренә ышанып, бер нәмәһеҙ тороп ҡала.
Былтыр ун бер айҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ошондай 47 йәше­релгән осраҡты асыҡлаған. Уларҙың һигеҙе – үлем осрағы, ун туғыҙы – ауыр һөҙөмтәле. Шул уҡ ваҡытта кеше эш урынында ниндәйҙер башҡа сәбәптәр менән дә вафат булып ҡала. Өҫтөнә һеркә түккән йә станокта ҡулын ҡыҫҡан кеүек осраҡтарҙа эш урынындағы йәрәхәт булыуын раҫлау еңел булһа ла, цехта тын етмәү сәбәпле, йөрәк өйәнәге менән ҡолауҙы иҫбатлау ауырға төшә. Былтыр дөйөм ауырыуҙар арҡаһында вафат булғандар һаны 20,6 проценттан артып киткән.
Федераль законға ярашлы, 2014 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәт урындарын аттестациялау эш шарттарын махсус баһалау менән алмашты­рылған. Ошонан сығып, министрлыҡ махсус баһалауға мониторинг үткәреп тора. Был хаҡта мәғлүмәт министрлыҡтың сайтына ла даими ҡуйыла. Былтыр декабргә тиклем республикалағы хеҙмәт урындары исемлегенең 52 проценты махсус баһалау үткән, шул уҡ ваҡытта ғәмәлдәге һөҙөмтәләр 67 процентҡа тиң. Был йәһәттән республика Волга буйы федераль округында беренсе урында тора, ә ил буйынса – дүртенсе. Әммә тынысланырға иртә әле, быйыл хеҙмәт урындарын махсус баһалау эшен тамамларға, тиҙәр министрлыҡта. Урта һәм ҙур эшҡыуарлыҡ был бурысты атҡарып сығыр, тигән өмөт булһа, бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм шәхси предприятиелар ваҡытында өлгөрөр, тип ышаналар.
Аттестациялаусы хеҙмәтләндереү ойошмаларына бәләкәй һәм микро-бизнес йәмғиәттәрен баһалау отош­ло түгел – ҡиммәткә төшә. Шуға ла 15 кешегә тиклем эш урындары булған предприятие етәкселәренә аттестация үткәргән ойошмалар менән килешеү төҙөү ауырға тура килә. Йәғни бер эш урыны хаҡынан сығып иҫәпләгәндә лә урта һәм эре эшҡыуарлыҡтан ҡиммәткә төшә. Әммә Дүртөйлө районы отошло юл тапҡан. Район хакимиәтенең хеҙмәт­те яҡлау буйынса ведомство-ара комиссияһы хеҙмәт урындарын баһаларға теләгән предприятиелар­ҙан мәғлүмәт йыйып, баһалаусы ойошмаларға ебәреүҙе ойоштороусы булып тора.
Быйыл ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы Хеҙмәт кодексының “Хеҙмәтте яҡлау” бүлегенең яңы редакцияһын әҙерләгән. Унда әһәмиәтле яңылыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, хеҙмәтте яҡлау талаптарын беренсе тапҡыр боҙғанда “иҫкәртеү” кеүек санкция ҡулланыласаҡ, шулай уҡ ауыр булмаған йәрәхәттәрҙең иҫәбен алып барыу, хәүеф йүнәлеше биреүҙе самалау юлын ҡулланыу кеүек алымдар тәҡдим ителә. Хеҙмәтте һаҡлау системаһында профессиональ ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өҫтөн буласаҡ. Ғәмәлдәге система берәй хәлгә осрағандан һуң сара күреүгә ҡоролған булһа, яңы тәҡдимдәр иһә алдан иҫкәртеү, кисектереү буйынса эште көсәйтеүҙе күҙ уңында тота. Йәғни дәүләт һәр предприятиеға берҙәм сикләнгән ҡағиҙәләр урынлаштырыу ролен ала, ә хәүефте асыҡлау буйынса төп баҫым эш биреүсе иңенә һалына. Әлеге ваҡытта хәүеф кимәлен билдәләүҙең 70 ысулы әҙерләнгән. Уларҙы айырым закон акты итеп ҡуйырға уйлайҙар, уны етәкселәр ҡулланасаҡ һәм аныҡ юлды һайлау ҙа уларҙың иңенә һалынасаҡ.


Вернуться назад