Иң күп сығым – социаль мәсьәләләргә13.02.2018
Башҡортостан Финанс министрлығы 2017 йылға бюджет үтәлеше хаҡында отчет бирҙе. Республиканың йыйылма бюджеты 201 миллиард һум (2016 йылғы кимәлгә ҡарата 103 процент) тәшкил иткән.
Һалым һәм һалым булмаған керемдәр – 165,35 миллиард һум. Дәүләт һәм муниципаль милектәге мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем 15,5 миллиард һумға еткән. Кире ҡайтарылмай торған керемдәр – 35 миллиард һумдан ашыуыраҡ.
2017 йылда йыйылма бюджет сығымдары 189,3 миллиард һум күләмендә, йәғни 2016 йыл кимәленә ҡарата 2,3 процентҡа юғарыраҡ финансланған. Йыллыҡ план үтәлеше 94,4 процент тәшкил иткән.
Сығымдарҙың тармаҡ структураһында социаль өлкә ҙур урын биләй. Бөтә сығымдарҙың 73,3 проценты, йәки 138,6 миллиард һум, тап ошо тармаҡҡа тура килә.
Ҡаҙна иҫәбенә эшләгән, автономиялы учреждениеларға һәм башҡа ойошмаларға субсидиялар яҡынса 91,8 миллиард һум тура килгән. Эшләмәгән халыҡҡа социаль пособие түләүгә һәм уларҙың мотлаҡ медицина страховкаһына иғәнәләргә – 40 миллиард һум. Капиталь һалыуҙы һәм юл хужалығын финанслауға 29,7 миллиард һум йүнәлтелгән.