Шытымлы орлоҡ – киләсәк нигеҙе13.02.2018
Шытымлы орлоҡ – киләсәк нигеҙеДәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет ултырышы булды. Комитет ағзалары “Башҡортостан Республикаһында орлоҡсолоҡ тураһында” тигән Закондың үтәлеше тураһында фекер алышты.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, шытымлы орлоҡ – киләсәк нигеҙе, һәр йылдағыса, әле лә был тәңгәлдә уй-ниәттәр планға ярашлы алып барыла, эш барышында килеп тыуған ҡытыршылыҡтар бөтөрөлә бара.
– Орлоҡсолоҡҡа республикабыҙҙа иғтибар көслө, – тине Илшат Илдус улы. – Шуны иҫтә тоторға кәрәк: мул уңыш алыу өсөн орлоҡтоң сорты тураһында ла оноторға ярамай, әлбиттә, ул һынау үткән булырға тейеш һәм орлоҡ ҡулланылышҡа инһен.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе Рәсүл Ғосмановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикабыҙҙа һәр төрлө проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла, етәкселек ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен ярҙамдан өҙмәй, ғөмүмән, агросәнәғәт комплексы үҫеш кисерә.


Вернуться назад