Арҙаҡлылар онотолмай13.02.2018
Арҙаҡлылар онотолмайБәрәкәтле Ейәнсура тарафтарынан ниндәй генә һөнәр эйәләре сыҡмаған да республикабыҙҙы данламаған! Ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡта тир түгеүселәр – шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ейәнсураларҙың йыл да осрашыуы уҙа, быйыл иһә ул 16 февралгә билдәләнгән.


“Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, танылған режиссер Салауат Итбаев белдереүенсә, әлеге сара күренекле шәхес Басир Мәһәҙиевтең тыуыуына 85 йыл тулыуға арнап ойошторола. Хәтер кисәһенә шулай уҡ юбилярҙар – яҙыусылар Йыһат Солтанов һәм Гөлсирә Ғиззәтуллина, матбуғат ветераны Сәлимйән Ғүмәровтар ҙа саҡырылған.
СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы, “Халыҡтар дуҫлығы” орденына лайыҡ булған яҡташыбыҙ Басир Дәүләт улы Абҙан ауылында тыуып үҫкән. Калинин исемендәге Мәскәү Төҫлө металл һәм алтын институтын тамамлағандан һуң, төрлө урындарҙа эшләй, юғары вазифалар биләй.
Ир-уҙамандың яҡын туғандарын сәхнә түренә саҡырып, бигерәк тә Басир ағай менән 59 йыл бергә йәшәгән Сәүиә апайға йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткереү, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу күҙҙә тотола.
– Ил һәм халыҡ ғәме менән янғандар ысын шәхес кимәленә күтәрелә, ә үҫәргәндәр араһында ундайҙар бихисап. Фән докторҙары, сәнғәт әһелдәре, атаҡлы дәүләт эшмәкәрҙәре нәҡ үҙҙәренең эштәре менән абруй ҡаҙанды, төрлө уңыштар яуланы, ысынлап та, улар онотолорға тейеш түгел, – ти Салауат Мостафа улы.
Шуныһы, нәҫелдәштәребеҙҙе онотмау, һәр береһенең ҡаҙанышын ҙурлай белеү йәш быуынды улар өлгөһөндә тәрбиәләүҙә ифрат ҙур әһәмиәткә эйә.
Сарала яҡташтар комитетының ойоштороу мәсьәләләре ҡараласаҡ, ә рәсми өлөштән һуң ейәнсуралар ҡатнашлығында концерт күрһәтеләсәк.


Вернуться назад