Өҫтөнлөк – йәштәргә13.02.2018
Өҫтөнлөк – йәштәргәЙәшлек осорон – дауыл, ә йәштәрҙе йәшен менән сағыштырыу урынлы. Кем әйтмешләй, амбициоз булаһың, ҡурҡыу кеүек төшөнсә артта ҡала. Асылда йәштәр бөгөн нимә менән мәшғүл, һәр төрлө ҡытыршылыҡтарҙы йырып сығыу ауыр түгелме уларға, ҡыҫҡаһы, барыһы ла ал да гөлмө?


Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡорт­остан – Волга буйы федераль округын­дағы иң йәш республика, беҙҙә яҡынса бер миллион тирәһе йәш кеше иҫәпләнә.
Шул һөйөнөслө, алмаш йәки кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе республикабыҙҙа һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Төрлө программаларҙың һәм концепцияларҙың эшләнеүе – шуға асыҡ миҫал, үҙ сиратында, һәр береһе уңышлы тормошҡа ашырыла.
Шул уҡ ваҡытта власть даирәләренә йәштәрҙе мөмкин тиклем күберәк үткәреү кеүек ыңғай тәжрибә менән дә уртаҡлаша алабыҙ. Хәйер, министрлыҡҡа йәки муниципаль район хакимиәттәренә юғары вазифаға берәй йәш кешене тәғәйенләү йыш ҡулланыла. Депутаттар араһында ла улар байтаҡ. Илебеҙҙең матур киләсәге өсөн йәштәр күп кәрәк. Ысынлап та, хәҙер бөтөнләй бүтәнсә көнитмеш, тормош даими үҙгәреп тора.
Йәштәр темаһы һәр саҡ көнүҙәк булды, айырыуса еңел булмаған әлеге иҡтисади шарттарҙа уның әһәмиәте арта ғына. Бөгөн егет һәм ҡыҙҙарҙы ҙур мәсьәләләр борсой, улар илебеҙ киләсәге өсөн тәрәндән уйлана икән, был шатлыҡлы.
– Ҡыҙ һәм егеткә үҙенең шәхси эшен асыу өсөн күп тә кәрәкмәй, – тип бер район хакимиәтендә һөйләгәндәре хәтерҙә. – Улай ғына ла түгел, фатир алыу бөтөнләй еңелләште. Өр-яңы идея менән янған алдынғы ҡарашлыларға бөтә ерҙә лә ишектәр асыҡ. Өҫтөнлөктө тағы кемгә бирергә? Әлбиттә, уларға. Әйткәндәй, эш урыны, эш хаҡы һәм торлаҡ – ҡыҙ һәм егеттәр өсөн иң мөһиме.
Дөйөмләштереп әйткәндә, республи­кабыҙҙа йәштәр сәйәсәте – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.


Вернуться назад