Һуғыш осоро балаларының береһе, хеҙмәт ветераны Хәкимйән Зарипов 1929 йылда Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында тыуған. 1938 йылда бәлиғ булмаған биш балаһын етем ҡалдырып, атайҙары үлеп китә, күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Тормош бәләкәйҙән үк малай алдына күп һынауҙар ҡуя, ләкин тырыш һәм егәрле замандашыбыҙ уларҙы намыҫ менән еңеп сыға. Шулай, ваҡытында мөмкинлек булмау сәбәпле, ул урта белем тураһында аттестатты, колхоз эштәренән һуң кис уҡып, 1962 йылда йәки 33 йәшендә генә ҡулына ала һәм шунда уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (хәҙер Башҡортостан дәүләт аграр университеты) механизация факультетына, иң мөһиме, көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә. Өйҙә ҡалған дүрт баланың иң ҙуры Зөфәр шул уҡ йылда 1-се класҡа бара. Ҡатыны Үрген (халыҡ ҡыҫҡартып ауылды шулай ти) урта мәктәбе уҡытыусыһы Әминә Әсәт ҡыҙының биш йыл балаларын һәм ҡартайған бейемен ҡарап, бер үҙе эшләп иренә уҡырға мөмкинлек асыуы – үҙе бер ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Институт тамамлағас, Хәкимйән Латиф улы тәүҙә колхоздың баш инженеры булып эшләне. Ләкин ул үҙенең төп тәғәйенләнешен мәктәптә тапты һәм теүәл 20 йыл рәсем, һыҙма һәм хеҙмәткә өйрәтеү дәрестәрен алып барҙы. Ул уҡытып ҡына ҡалманы, ә йәш быуында тормошҡа һәм хеҙмәткә ысын һөйөү тәрбиәләне.
Гәзит уҡыусыларға 89 йәштәге хөрмәтле ир-уҙамандың бала саҡ һәм үҫмер йылдары тураһында хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ.
– Ҡартатайым Зариф Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Татар Һарыҡташы ауылының указлы муллаһының улы булған, – тип һөйләй Хәкимйән Зарипов. – Иртә тол ҡалған әсәһе 1845 йылда Үрген ауылы муллаһы Хәбибрахман Ҡолдәүләтовҡа тормошҡа сыға, малайға был ваҡытта 8-9 йәш тирәһе була. Үгәй атаһы Зарифты үҫтереп, ауылдан Сәғиҙә Сәйфуллина тигән ҡыҙға өйләндерә. Йорт һалып, ат, һыйыр, ваҡ мал биреп башҡа сығара. Татар малайы Зарифтың исеменән бөгөн бик ныҡ тармаҡланған Зариповтар фамилияһы барлыҡҡа килә.
Атайым Латиф (мулла ҡушҡан тулы исеме — Абдуллатиф) 1874 йылда тыуған. 1923 йылда дүрт балаһын ҡалдырып, тәүге ҡатыны үлгәс, икенсегә минең әсәйем Әсҡәпъямалға өйләнә. Әсәйем иһә бер балалы тол ҡатын була. Эйәреп килгән ҡыҙы Маһикамал апай Аҡъюлова 1917 йылда тыуған. Һуғыштан алда Ҡырғыҙстанға сығып китеп, Ош ҡалаһында йәшәне.
Атайым колхозға инмәне, яңғыҙы ғына хужалыҡ алып барып, ауылда бер үҙе күп итеп йәшелсә үҫтерҙе. Шуның өсөн унан һалымды ҙур суммала түләттеләр. Иҫәпләшеү өсөн ул йәй көндәре ялланып урманда ағас әҙерләне, Абдрахман абзыйым менән мине лә алып бара торғайны. Беҙ икәүләп тирә-яҡтан ҡоро-һары утын йыйып, арбаны тултырабыҙ ҙа кисләтеп кенә ҡайтабыҙ. Шунан ҡараңғы төшкәнсе ҙур баҡсабыҙға һыу ҡоябыҙ, унда картуф, ҡарбуз, ҡауын, помидор, ҡыяр һәм башҡа йәшелсә үҫтерә торғайныҡ. Кәбеҫтә тоҙлағанда малайҙар йыйылып китә, уны көрәк менән турайбыҙ. Һуңынан күмәкләп кәбеҫтә күсәне, ҡауын-ҡарбуз ашайбыҙ, уларҙың тәме бөгөн дә тел осонда торғандай.
Атайым 1938 йылда 64 йәшендә вафат булды. Беҙ дүрт бала ҡалдыҡ, өлкәнебеҙ Абдрахман ағайға — 13, миңә — 9 йәш. Һылыуҙарыбыҙ Гөлсирәгә — алты, Шәмсиәгә ике йәш, кесе һеңлебеҙ Нурзиә 1939 йылдың мартында атайҙың үлеменән һуң өс ай үткәс тыуҙы. Атайҙан беҙгә һалам түбәле, ситән соланлы дүрт мөйөшлө өй, бер ат, бер һыйыр һәм бер нисә һарыҡ ҡалды. Тормош ауырлашты, атты һуйып ашарға тура килде. Атайым инмәһә лә, әсәйем колхозда эшләй торғайны. Ағайым 7-се класты бөткәс, бригадала хисапсы булып эшләй башланы. Бесән ваҡытында әсәй баҫыуҙа аш бешерҙе, мин дә ун йәштәрҙә һөйрәткелә ат башында йөрөнөм.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған 1941 йылда мин 5-се класты тамамлағайным. Ауыл осонда йәшәгәс, һуғышҡа китеүселәрҙе, уларҙы оҙатыусыларҙы, ҡайғы-хәсрәтте, илашты күп күрергә тура килде. Шул йылда 12 йәштә тәү тапҡыр ҡулға салғы тоттом һәм бесән сабырға өйрәндем. Ағай колхоз эшенән ҡайтып инмәне.
Әсәйем бушаған арала туғайҙа үлән ура, мин көлтәләрҙе күтәреп ташыйым, нисек тә һыйырҙы аҫрарға кәрәк бит инде. Гөлсирә менән Шәмсиә һылыуҙар Нурзиәне ҡарай. Ашау яғы ла наҡыҫланды, магазинда бер нәмә лә ҡалманы. Һуғышҡа тиклем эш көнө иҫәбенә ҡарап бер аҙ иген бирәләр ине, хәҙер уға ла өмөт итеп булмай. Бөтә йыйылған иген дәүләткә оҙатыла, хатта орлоҡҡа ла ҡалдырмайҙар. Колхоз келәттәре бушаны.
Көн дә тиерлек ирҙәрҙе фронтҡа оҙатыу башланды, тәүҙә йәшерәктәрҙе алдылар. Һәр береһенең ике-өсәр ваҡ ҡына балалары менән ҡатындары илашып тороп ҡала, байтағының әле тыумай ҡалған бәпестәре лә бар ине. Һуғыштың икенсе йылына өлкәнерәктәр ҙә китә башланы. 50 йәште үткәндәрҙе хеҙмәт армияһына алдылар. Шунан 17 йәштәре яңы тулған егеттәргә лә сират етте. Тракторсылар Фәтих Зарипов, Биспах Ҡолтаев, Фәсхетдин Мәсәғүтов бронь буйынса ҡалды. Һуңғараҡ Фәтих һәм Биспах ағайҙар барыбер үҙҙәре теләп фронтҡа китте.
Артабан ҙурыраҡ малайҙарҙы ФЗО-ға (фабрично-заводское обучение) ала башланылар. Иң беренсе булып 1942 йылда Ғәлимйән менән Мортаза Аҡсуриндар, Хөсәйен Аҙнабаев, Фәтхулла Ғөбәйҙуллин, Хөснөтдин Ҡолтаев һәм минең ағайым Абдрахман китте. ФЗО-лағы ауыр шарттарға, аслыҡҡа сыҙай алмай, Ғәлимйән, Мортаза һәм Хөсәйен ағайҙар ҡасып ҡайтты, күп тә үтмәй армияға алындылар. Улар яраланып булһа ла тыуған яҡтарына иҫән ҡайтты. Ҡалған өсөһө ФЗО-нан фронтҡа тура китеп батырҙарса һәләк булған. ФЗО-ға алынған ҡыҙҙарҙан 1926 йылғы Мәрзиә апай Аҡсурина ҡасып ҡайтҡайны, ете йылға төрмәгә ултырттылар, шунда үлеп ҡалған...
Һуғыш башланғас, аттарҙы ла ала башланылар, 1942 йылға уларҙың яҡшылары ҡалманы ла инде. Аттар йонсоуҙан, насар ашауҙан ауырыуҙарға бирешә башланы. Ыйыҡ, ҡорсаңғы ауырыуҙары, шатун менән йонсонолар. Ыйыҡ аттарҙы егерлек түгел, елкәһе шешеп, эрене аға, ҡамыт кейҙереп булмай. Шатун аттар бер нәмә күрмәй ҙә, белмәй ҙә, ҡайҙа барғанын, нимә эшләгәнен дә. Ҡорсаңғылар өсөн ветеринар Харрас Абдуллин газ камераһы эшләтеп, аттың башын ғына сығартып ҡуйып, бер ерҙән дә тын сыҡмаҫлыҡ итеп томалап, көкөрт яндырып шуның газы менән дауаланы һәм байтаҡ аттарҙы һауыҡтырҙы, ләкин уны ялған ошаҡ менән төрмәгә ултырттылар, йәнәһе, колхоз эшенә аяҡ салып аттарҙы ектермәй. Шундай алдынғы ҡарашлы, белемле һәйбәт олатай төрмәнән ҡайта алмай үлеп ҡалды.
Иртә яҙҙан баҫыуҙарҙа эш ҡайнай башлай. Урып-йыйыу эштәре ҡар яуғансы барғас, баҫыуҙар көҙҙән һөрөлмәй, сөнки техника юҡ, аттар-үгеҙҙәр бушамай. Шуға күрә ерҙәрҙе яҙ эшкәртәбеҙ. Беҙҙе, малайҙарҙы, таң һарыһынан уяталар ҙа аттар һәм үгеҙҙәрҙе эҙләп алырға ебәрәләр. Иртәнге ашҡа тиклем ике-өс сәғәт эшләп алабыҙ. Ер һөрөү нормаһы аттар өсөн көнөнә бер гектар, үгеҙҙәргә 80 сутый. Норманы тултырыу өсөн иртә таңдан ҡояш байығансы эшләргә кәрәк. Аттар менән һөргәндә 50 километр араны йәйәүләргә тура килә, үгеҙҙәр менән — 40 километр. Аслы-туҡлы йөрөп, 12—14 йәшлек малайҙар нисек сыҙағанбыҙҙыр инде ул. Ашау яғы бик наҡыҫ, бәпкә, ҡаҡы үләндәре туралған шыйыҡ ҡына өйрә, икмәк бөтөнләй юҡ.
Колхоздың бер-ике ат сәскесе бар ине, ләкин уларға егергә көслө аттар юҡ. Шуның өсөн игенде ҡарттар ҡул менән сәсте, арттарынан малайҙар ат менән тырматып, күмдереп йөрөнө. Орлоҡто райондың орлоҡ хужалығы “Луч” колхозынан алалар ине. Ат-үгеҙҙәр етешмәгәндә ҡатын-ҡыҙҙар йәйәүләп 50 километр үтеп күтәреп ташыны, норма — 16 килограмм. Фатима апай Ҡолтаева ҡул арбаһы менән һөйрәп 1 центнер алып ҡайтҡас, был турала район гәзитенә яҙып сыҡтылар.
Уңыш йыйыу башланғас, әсәйҙәр, апайҙар, еңгәйҙәр игенде ураҡ менән ура, көлтәләрен киптерергә ҡырлыҡҡа һала. Бер нисә көндән кипкән көлтәләрҙе өлкәнерәк малайҙар баҫыуҙан ситкә, тигеҙерәк сиҙәм ергә ташый. Ҡарттар эҫкерт һала, уны ла һала белергә кәрәк бит әле. Көлтәләрҙең башаҡтары һәр саҡ эстә, ҡамыл яғы эҫкерттең тышында булырға тейеш, шул саҡта яуым-төшөмгә бирешмәй, һәр ваҡыт ҡоро ҡала.
Уҡытыусыларға ла эш етерлек булды. Өлкәнерәктәр класс етәксеһе менән бергә көн дә тиерлек баҫыуҙа иген утай, билсән йолҡа. Көҙ иген йыйылған ерҙә башаҡ сүпләп келәткә тапшырабыҙ, ә халыҡтың үҙенә йыйырға рөхсәт юҡ. 5-6-сы класс ҡыҙҙары келәт алдында иген таҙартты. Ике кеше ҡапма-ҡаршы тороп веялкаларҙы ҡул менән әйләндерә, бер-икеһе иләк өҫтөнә таҙартылмаған игенде һалып тора, ҡалғандары таҙартылғанын күнәктәр менән келәткә ташый. 7-се кластар иген урыуҙа ҡатнаша. Малайҙар жнейкала ат ҡыуа, ҡыҙҙар көлтә бәйләшә. Өйрәнеп алғас, үҙаллы эшләй башланылар. 1942 йылда Нәҡиә Абдуллина нормалағы 250 урынына бер көндә 1000 көлтә бәйләп, район буйынса рекорд ҡуйҙы, был турала гәзиттә маҡтап яҙып сыҡтылар.
Ҡыш көндәрендә лә беҙҙе колхоз эштәренә йәлеп итә торғайнылар. Бәләкәстәр өй һайын йөрөп көл, макулатура, алам-һалам сепрәк, һөйәк, тимер-томор, буш шешәләр йыя. Өлкән класс уҡыусылары баҫыуға ҡар тоторға сығабыҙ, фермаларҙағы малдарҙы ҡарашабыҙ.
Уҡыу йылы 1 октябрҙә генә башлана ине. Класс бүлмәләре етмәү сәбәпле, ике смена ойошторолдо. Көндәр ҡыҫҡа ваҡытта I смена – иртәнсәк, II смена кис уҡыйбыҙ, дәрестәр шәм яҡтыһында бара, һәр бүлмәлә икешәр генә аҫмалы кәрәсин шәме. Кластар утын менән йылытыла, иртәнсәк һыуыҡ була, шуға күрә кейем менән ултырырға тура килә.
Уҡыу әсбаптары етешмәй, бер-ике генә китап бар, дәфтәрҙәр, ручкалар юҡ. Ҡайҙандыр брошюралар килтереп дәфтәр урынына тараттылар, юл араларына яҙабыҙ. Яҙыу өсөн ҡараны һөткә ҡором ҡушып та, имән ҡайырын, сәтләүеген, ерек бөрөһөн ҡайнатып та эшләнек. Сыбыҡ осона перо бәйләп яҙҙыҡ.
1943 йылда 7-се класты тамамлап, баштан-аяҡ колхоз эшенә егелдем. 14 йәштә генә булһам да, аттар, үгеҙҙәр менән һабан һөрөргә лә, ат сәскесе менән иген сәсергә лә, ер тырматырға ла, кәбән һалырға ла тура килде. Сентябрь айында Нәфисә Байгилдина, Факиһа Аҡъюлова һәм Йәнифә Искәнйәрова апайҙар менән дүрт үгеҙ егеп, алтышар тоҡ картуф тейәп, Һарыҡташ районының Дубовское ауылындағы Самакин спирт заводына сығып киттек. Беҙҙең “Ҡыҙыл таң” колхозына райондан шундай план төшкән булған. Кисләтеп бер йылға буйында туҡтаныҡ та үгеҙҙәрҙе тышап ебәрҙек. Картуф бешереп ашап, арбаларҙы бер-береһенә яҡынайтып, һәр кем үҙенекенә ятып йоҡларға булдыҡ. Төндә арыу ғына һыуытып ебәрҙе, ярай әле ваҡ-төйәк кейем алғанбыҙ. Мин ут янында аҙыраҡ ултырып йылынғандан һуң йоҡларға яттым. Таңғы әрә-һәрәлә Нәфисә апай уята: “Мырҙа, тор әле, үгеҙҙәр күренмәй”.
Йылға буйына төшөп эҙҙәрен ҡарайым. Әлдә ҡырау төшкән, үгеҙҙәрҙең юлы ауыл яғына киткән, ҡырауҙа күренеп ята. Ауыл осондағы бер кешенең һарайы янында ике малды шәйләнем. Барып етһәм — беҙҙең үгеҙҙәр, тағы икәүһе һарай артындағы баҡсала йөрөй. Тышауҙарын алып тиҙ генә ҡыуып алып килдем малҡайҙарҙы. Апайҙар торған, картуф бешергән, сәй ҡайнатҡан. Беҙ ҡапҡылағансы, мәтрүшкә сәйе эскәнсе, көн дә бер аҙ йылынды.
Үгеҙҙәрҙе егеп юлға сыҡтыҡ. Дубовское алыҫ түгел, 5-6 километр самаһы икән. Картуфты ҡабул итеүсе ҡыҙыҡай тоҡтарҙы һанап сыҡты ла бушатырға ҡушты. Завод тигәндәре бер нисә кирбес бина, ихатала картуф ҙур бер өйөм булып ята. Тоҡтарҙы бушатып бөтөүгә, теге ҡыҙ накладной тотоп килеп тә етте. Юлда тағы бер кис йоҡлап, өсөнсө көнгә генә ҡайтып еттек. Икенсе юлы картуфты Бишәй бригадаһы алып барҙы.
Йәй һәм көҙ төрлө эштә йөрөгәндән һуң ҡышҡылыҡҡа фермала һауын һыйырҙарҙы ҡарарға ҡуштылар. Нәфисә Байгилдина апай менән бер һарайҙа һыйырҙарҙы өс мәртәбә бесән һалып ашатабыҙ, көндөҙ йылғаға һыу эсерергә ҡыуабыҙ. Иртә менән ялан кәртәгә сығарып торабыҙ ҙа тиҙәктәрен таҙартабыҙ, санаға тейәп ат менән сығарып түгәбеҙ. Һыйырҙарҙы Әлифә Сәйфуллина һәм Хәҙисә Ноғоманова апайҙар ҡул менән һауа. Иртәле-кисле һауған һөттәрен ҡул сепаратында үткәреп, көн дә май бешеп, иретеп-йыйып дәүләткә тапшырып торалар ине. Үткәргән һөттө быҙау ҡараусы Зифа апай Түләбаева быҙауҙарға эсерә.
1943 – 1944 йылдың ҡышы беҙҙең колхоз өсөн бик ауыр булды, март башында уҡ бесән бөттө. Һарай баштарындағы иҫке һаламды һыҙырып алып ашатырға тура килде. Яланда бер эҫкерт баҫылмаған тары ҡалған булған, шуны ташып килтерҙек. Аслыҡтан малдар йонсоно, үлгәндәре лә байтаҡ булды, бигерәк тә һарыҡтар күп ҡырылды. 1944 йыл йәй буйы йәштәшем Нариман Ҡолдәүләтов менән һауын һыйырҙары көттөк.
1944/45 уҡыу йылында ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылғас, эште ҡалдырып уҡырға инеп киттем. Районда беренсе башҡорт урта мәктәбенә төрлө йәштәге (1926 – 1930 йылғылар) 60-тан ашыу уҡыусы йыйылдыҡ. Унда үҙебеҙҙең райондың Бикбау, Үрге Бикбирҙе, Байдәүләт, Сиреғол, Етеболаҡ, Иҫәнғол, Таҙлар, күрше Күгәрсен районының Мәҡсүт, Ерекле, Һаҙ, Бөркөт һәм башҡа ауылдарҙан балалар килде. Класс бүлмәләре, уҡытыусылар етешмәү сәбәпле, 8-се класс бер йыл ғына эшләп, мәктәп ҡабаттан ете йыллыҡ булып ҡалды. Әйтергә кәрәк, был кластан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле драматург Азат Абдуллин, фән докторы, профессор Мөхтәр Әхтәмов, фән кандидаты Мәсәғүт Бикйәнов һәм 20-ләп уҡытыусы сыҡты.
Бына шулай, ауылдаштар, бөтә совет халҡы кеүек, йәше-ҡарты, малай-шалайы, ҡыҙ-ҡырҡыны беҙҙең илдең Бөйөк Еңеүен яҡынайтты. Өлкәндәрҙән бөгөн һуғыш ветераны Фәтих ағай Зарипов һәм һуғыш йылдарындағы тракторсы Ғилминур апай Мырҙаҡаева ғына иҫән, икеһе лә 93 йәштә. Һуғыш балаларынан да дүрт-биш кеше генә бар, бөтәһе лә 90 йәшкә етеп килгән әбей-бабайҙар инде. Һуғыш бөткәс тә, ауылда тормош тиҙ генә рәтләнеп китә алманы, 1955 йылдарға тиклем бик ауыр булды. Йыйылған иген һаман да дәүләткә оҙатылды, эшләгән кешегә ашлыҡ та, аҡса ла бирелмәне, халыҡ тамаҡ хаҡына эшләне. Шуға күрә байтаҡ ауылдаштар Урта Азия тарафтарына, ҡалаларға күсеп китергә мәжбүр булды. Миңә һуғыштан һуң да колхозда төрлө эш башҡарырға тура килде: быҙау, башмаҡ көтөргә, ҡыш көндәре малға бесән ташырға, яҙғы сәсеү һәм ураҡ эштәрендә лә ҡатнаштым. Колхоздың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәренә башҡа мәшәҡәттәр ҙә ҡушыла ине.
1948 йылдың февраль айында Ғәлимйән Аҡсурин менән икебеҙҙе Мораҡ тирмәненән Иҫәнғол пекарняһына биш центнер он алырға ебәрҙеләр. Иртәгә таң менән сығып китергә. “Үгеҙҙәрҙең шәберәк йөрөгәндәрен үҙегеҙ һайлағыҙ, юлда ашатырға етерлек бесән тейәгеҙ, үҙегеҙгә берәр кило он яҙҙыҡ, барып алығыҙ ҙа бөгөн үк икмәк бешертеп алығыҙ”, тип задание бирҙе бригадир апайыбыҙ. Кистән үк саналарға өс-дүрт көнгә етерлек бесән тейәп, нығытып бәйләп ҡуйҙыҡ, үгеҙҙәр һайланыҡ. Ҡараңғынан тороп сығып киттек юлға. Көн аяҙ, һыуыҡ. Ул ваҡытта ауылдан-ауылға ҡыш юл өҙөлмәй торғайны.
Күгәрсен районының Алексеевск, Бөркөт, Һаҙ ауылдары аша Күгәрсенгә етеп үгеҙҙәрҙе ашатып-эсереп, үҙебеҙ ҙә тамаҡ ялғап алғас, ары киттек: Ҡаран, Сапуҡ, Эйек аша Исемгә барып еттек төнләтеп. Оло юл буйында юлаусылар өсөн тәғәйен өйҙәр була торғайны, ҡапҡаға бейек итеп һайғау бәйләп ҡуялар, һайғау осона көлтә итеп һалам йәки бесән эләләр. Бына шул була инде юлаусылар өйө. Эҙләп, һорашып йөрөмәйһең, бараһың да инәһең. Үгеҙҙәр, аттар өсөн һарайы йәки лапаҫы бар.
Иртәгәһенә иртә менән тағы юлға. Мораҡҡа төшкә яҡын барып еттек, келәт мөдирен табып, ҡағыҙҙы бирҙем. 50-шәр килограмм итеп тултырылған, ауыҙы тегелгән ун тоҡ он алдыҡ. Үгеҙҙәрҙе ашатырға ҡуйҙыҡ та, ондо тейәп, нығытып бәйләп, тоҡтар күренмәһен өсөн өҫтөнә бесән йәйҙек. Үгеҙҙәргә һыу эсерҙек тә ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡараңғы төшөүгә Исемгә килеп еттек. Юлаусылар йортонда үгеҙҙәрҙе урынлаштырып, иртәнсәк ҡалдырып киткән бесәнде һалып индек.
Ондо тышта ҡалдырып булмай бит инде. Хужабикә менән кәңәшләшкәс, соланының бер яғында келәт һымаҡ кәзәңкәһен күрһәтте, шунда ташыныҡ, хужабикә ишеген бикләп асҡысын миңә бирҙе. Ҡайнаған һыу менән туң икмәк ҡапҡыланыҡ та йоҡларға яттыҡ.
Иртәнсәк үгеҙҙәрҙе эсереп, үҙебеҙ ҙә ҡапҡылап, йөктәрҙе тейәп юлға сыҡтыҡ. Күгәрсенгә килеп, иртәрәк булһа ла, шунда йоҡларға булдыҡ, киткән саҡта унда ла бесән ҡалдырғайныҡ. Ондо келәткә ташып бикләнек. Үгеҙҙәр ҙә, үҙебеҙ ҙә ял итергә булдыҡ. Иртәнсәк йәнә юлға. Был юлы Арҙат, Мәҡсүт аша Иҫәнғолға кисләтеп кенә килеп еттек. Сельпоға барһаҡ, эш сәғәте бөткән, бер кеше лә юҡ. Киттек пекарняға, унда Йосопов ағай эштә икән, иртәгәһе көнгә икмәк бешереп йөрөй. Ондарҙы тапшырҙыҡ. Ҡайтырға йыйына башлағайныҡ: “Асыҡманығыҙмы?” – тип һорай был. “Беҙ бөгөн бер нәмә лә ашаған юҡ”, – тип яуап бирҙек. “Әйҙәгеҙ, ҡапҡылап сығығыҙ”, – тип пекарняға алып инде, сәйнүктә сәйе лә булған икән.
Шулай уҡ ҡыш буйы үгеҙҙәр менән йәй әҙерләнгән утынды урмандан Иҫәнғол учреждениеларына ташый инек. Беренсе көн ауылға алып ҡайтабыҙ, иртәгәһенә Иҫәнғолға китәбеҙ, санаға ултырып йөрөү юҡ һаман да, сөнки өҫтә алам-һолам кейем, аяҡта шул уҡ сабата. Үрге Бикбирҙе, Түбәнге Бикбирҙе малайҙары ла шул уҡ Үрген буйындағы диләнкәнән Иҫәнғолға утын ташыны. Үргенгә килеп үгеҙҙәрен ашатып, үҙҙәренең таныштарында сәй эсеп китәләр ине. Хәҙер уларҙан да 90 йәшлек Сәйфулла Әлмөхәмәтов ҡына иҫән.
Колхоздарға йыл да төҙөлөш өсөн ағас әҙерләү йөкләмәһе лә еткерелә ине. 1947 йылдың ҡышында миңә лә Йылайыр районындағы Кананикольский урмандарында ағас ҡырҡырға тура килде. Ауылдан Шәкирйән Янбаев, Миңтаһыл Исмәғилев, Вәлиәхмәт Янбаев тигән ағайҙар, егеттәрҙән Ғәлимйән Хәсәнов, Әхмәҙи Ғәлин, Камил Хәсәнов һәм мин – бөтәһе ете кеше барҙыҡ. Кананикольскийҙа йоҡлап, көн дә ете километр йәйәү йөрөп эшләнек. Эш ауыр: һәр ағастың төбөн ергә тиклем көрәйһең, ике кеше уны ҡул бысҡыһы менән бысып ауҙара, ботағын өйөп яндыраһың. Ағастың төп яғын – 6 метрҙан, ос яғын 4,5 метрҙан нисәү сыға, шунса турайһың. Төп яғына теймәйһең, ос яғын ғына әрсергә кәрәк, ә ағас туң, ыҙа инде. Камил Хәсәнов бүрәнәләрҙе үгеҙ менән Ҡана йылғаһы буйына ташып торҙо. Көн буйы эшләгәнде кис, ҡайтыр саҡта, хисапсы килеп үлсәп ҡабул итә, һәр ағастың башына мисәт һуға бара. Норманы тултырған саҡта ғына магазиндан икмәк бирелә ине.
Яҙ ошо бүрәнәләрҙе һал итеп ағыҙыуға кешеләр йыялар, уныһы ла район йөкләмәһе була торғайны. Әммә миңә ул эштә ҡатнашырға тура килмәне. 1949 йылда 1929 йылғыларҙы армияға ала башланылар. 25 июлдә военкоматҡа барырға повестка килде. Шунан башланып китте минең өс йылдан күберәк хәрби хеҙмәтем. Быныһы инде – икенсе тарих.
Юлай СОЛТАНБАЕВ әҙерләне.