Халыҡсан моң халыҡҡа етә13.02.2018
Халыҡсан моң халыҡҡа етәЙөрәктәргә үтеп инерлек, халыҡсан, моңло, үҙенсәлекле тауышлы был йырсыны Хәйбулла райо­нында үткән һәр мәҙәни сарала йыш күрәбеҙ. Ра­йон, төбәк һәм республика кимәлендә ойошторолған йыр бәйгеләрендә был башҡарыусының исеме моң һөйөүселәргә яҡшы таныш. Һаҡмар һандуғасы Нәзифә Ҡыҙрасова булыр ул. Уның моңонда мөхәббәт тә, һағыш та, үткәндәрҙе юҡһыныу ҙа, бөгөнгөгә ҡыуаныу ҙа бар.


Боронғо халыҡ йырҙарын да, ретро һәм эстрада йырҙарын да күңелен һалып, оҫта башҡарыуы менән күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан, шуға күрә Нәзифә Ҡыҙрасованың йырлауы һәр кемдең күңел ҡылдарын тирбәтергә, күҙҙәренә йәш тултырырға һәләтле. Халыҡсан моң ғына халыҡҡа барып етеүен яҡшы аңлай геройым, шуға күрә “еңел-елпе” йырҙарҙы йырлау яғында түгел, ә бары тик яҡшыларына, моңлоларына ғына өҫтөнлөк бирә һәм яңылышмай.
Хәйбулла районының Беренсе Мырҙа ауылында тыуып үҫкән Нәзифә Филғәт ҡыҙын өсөнсө класты тамамлағас, Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән Фәғилә өләсәһе үҙенә алып ҡайта. Ҡасандыр Башҡортостандың баш ҡалаһы булған Темәстә йыр-моңға ғашиҡ, талантлы халыҡ йәшәй. Темәс урта мәктәбе ул сағында гөрләп торған белем усағы була. Тап шунда белем алыуы, музыкаға ҡарата һөйөү тәрбиәләүе менән бәхетле ул. “Бишенсе класта уҡыған саҡта уҡ хор түңәрәгенә йөрөнөм. Асия Мөхәмәт ҡыҙына әлегә тиклем рәхмәтлемен. Йыр-моңға ҡарата һөйөү тәрбиәләне, сәхнәгә ғашиҡ иттерҙе”, — тип хәтерләй үҙенең бала сағын Нәзифә ханым.
Талантлы кеше бар яҡлап талантлы тигәндәй, йырға ғашиҡ ҡыҙ мәк­тәптең бейеү түңәрәгендә шөғөллә­нергә лә өлгөрә. Уҡыусыларға Гөлназ Аҡназарова бейеү серҙәрен өйрәтә, тәүге һабаҡтар бирә. Мәктәпте тамамлаған Нәзифә Ҡыҙрасованың ҡулында аттестат менән бергә музыка мәктәбен, бейеү түңәрәген тамамлаған тигән таныҡлыҡ та була. Бер аҙ аҡса эшләп алыу теләге уны тыуған яҡтарына алып ҡайта. Уфимка ауыл китапханаһында китапханасы булып хеҙмәт юлын башлай. Төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, концерттарҙа сығыш яһай, ауыл халҡы менән спектаклдәр ҡуя.
Мәҙәниәткә һөйөү хисе, йыр-моңдо үҙ итеүе артабан уны Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына алып килә. “Режиссер” бүлеген тамамлаған йәш белгесте район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге үҙҙәренә эшкә саҡыра. 1983 йылдан бөгөнгә тиклем Нәзифә Ҡыҙрасова тамашасыларына моң өләшеп, тирә-йүндәгеләрен моң бишегендә тирбәлтеп йәшәй. Тормош һынауҙары уны бер аҙ сит ҡалаларҙа йәшәтергә мәжбүр итһә лә, һәр ҡайҙа ла үҙ халҡына, моңона хыянат ит­мәй, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһенән айырылмай.
Алыҫ Себер тарафтарында йәшәгән сағында ситтә көн иткән милләттәштәренең рухының ни тиклем көслө булыуына үҙе шаһит була. Халыҡ йыры, халыҡ моңо үҙ иленән йыраҡтағылар өсөн “йәшәү көсө бирерлек бальзам”ға торошло икәнен бар күңеле менән тоя һәм тап ошо ваҡытта үҙе лә һиҙмәҫтән йышыраҡ халыҡ йырҙарына мөрәжәғәт итә, уларҙы өйрәнә, тамашасыларға еткерә.
— Бала саҡтан өләсәйемдән ишеткән йырҙарҙы үҙемә күсерергә тырышам. Уларҙың һәр береһенә шул тиклем һаҡсыл ҡарайым, йырҙы башҡара алыу кимәленә еттем, тип уйлағандан һуң ғына ул йырҙы сәхнәгә алып сығам. Бигерәк тә “Шәүрә килен”, “Һандуғас”, “Зиләй­лүк”, төбәгебеҙгә генә хас “Мәғри” халыҡ йырҙарын башҡарырға яратам. “Оҙон көй” йыр бәйгеләрендә ҡатнашҡаным бар.
Композиторҙар әҫәрен һайлаған саҡта иң элек һүҙҙәренә иғтибар итәм. Мәғәнәһеҙ, рифма өсөн генә яҙылған йырҙарҙы күңелем ҡабул итмәй. Күберәк лирик йырҙарға өҫтөнлөк бирәм, ретроны яратып башҡарам. Берәй күңелемә оҡшаған йырҙы радионан ишетһәм, уны мотлаҡ йырлаясаҡмын, тип уйлайым. Һәм уны эҙләп, өйрәнеп, тамашасыларыма сығарам, — ти Нәзифә Филғәт ҡыҙы.
Уның менән аралашҡанда бер сифатына һоҡланмау мөмкин түгел. Тәбиғәт тарафынан бирелгән бүләктең — моңдоң ҡәҙерен белеүе һәм һаҡлауы хайран итте. Әйткәндәй, моңло нәҫелдән ул, ғаиләлә үҫкән биш ҡыҙҙың барыһы ла йырлай. Осрашһалар, үҙҙәре концерт ҡуйып, йыр-моң бишегендә тирбәләләр. Нәзифә Ҡыҙрасова ойошторған концертта туғандарының ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәп кенә ҡалмай, ә быуындар бәйләнешен дауам итә. Тормош иптәше йәшләй генә вафат булыуына ҡарамаҫтан, йыр-моңдо үҙ иткән ҡатын тормош ауырлыҡтары алдында бөгөлөп ҡалмай. Ике улын тәрбиәләп үҫтерә, уларға белем бирә, яратҡан һөнәрҙәрен алырға ярҙам итә. Өлкән улы Рәзиф ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаһа, Айнур матур йырлай.
Район мәҙәниәт йортонда Нәзифә Ҡыҙрасова етәкселегендә “Гөлләмә” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле ойош­торолған. Үҙе шулай уҡ “Сулпан” халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ан­самб­лен­дә сығыш яһарға ла өлгөрә. Әйткәндәй, спортты ла үҙ итә ул. Йыл һайын район хеҙмәткәрҙәре араһында үткән спартакиадала теннис буйынса беренсе урынды яулай, Урал аръяғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында үткән ярышта ла алдынғылыҡты бирмәй.
Нәзифә Ҡыҙрасованың мөмкинлектәре сикһеҙ, пландары ҙур. Тик таланттарҙың да ярҙамға мохтаж икәнлеген онотмайыҡ. Сирек быуаттан ашыу район мәҙәниәтен үҫтереүгә, уны бар яҡлап танытыуға үҙ өлөшөн индергән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, күрше Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе мил­ләттәштәребеҙгә үҙенең йыр-моңон өләшкән, йәш быуында мәҙәниәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән, иң мөһиме – үҙ тамашасыһы булған, халыҡтың һөйөүен, алҡыштарын яулаған халыҡсан йырсы күптән инде маҡтаулы исемгә лайыҡ. Ваҡытында үҙ таланттарыбыҙҙы күрә белергә, уларҙы күтәрергә тейешбеҙ. Яныбыҙҙа йөрөгән, һайрар өсөн яралған “һандуғастарыбыҙҙы” баһаларға ваҡыт табайыҡ. Шулай ҙа, мәҡәлә геройы әйтеүенсә, ярат­ҡан эше, йыр-моңо, ғаиләһе, туғандары барында тормошта йырлап, халыҡты ҡыуандырып йәшәр көндәре алда әле. Әйҙә, йырла, Һаҡмар һандуғасы!


Вернуться назад