Ябай һөнәр оҫтаһы13.02.2018
Ябай һөнәр оҫтаһыҺауынсы, быҙау ҡараусы, малсы, механизаторҙарҙың эше тәү ҡарашҡа күптәргә бик ябай күренә. Уйлап ҡараһаң, борондан килгән ҡәҙимге эш: таң һарыһынан кискә тиклем ферманан сыҡмай йөрөйһөң, һыйырҙарыңды ашатаһың, аҫтын таҙартаһың, елендәрендә бер тамсы һөт ҡалдырмай һауып алаһың, йә булмаһа, быҙауҡайҙарға һөт имеҙәһең, витаминлы аҙыҡ бирәһең, яҙҙан көҙгә тиклем баҫыуҙа тир түгәһең...


Күптәр хәҙер был һөнәрҙәрҙе белмәй генә түгел, хатта уның булыуы, кемдер эшләүе хаҡында ла күҙ алдына килтерә алмайҙыр, моғайын. Интернет заманында нисек итеп ҡулға көрәк тотҡан, һыйырҙы ҡул менән һауған эшселәр хаҡында яҙырға мөмкин, тип һораусылар ҙа табылыр. Бөгөн тап уларҙың хеҙмәте, тормошта үҙ урынын табыуҙары, матур ғаилә ҡороуҙары, балалар үҫтереүҙәре беҙгә өлгө булып тора.
Хеҙмәтте бәхет күреп йәшәүселәр быуыны йылдан-йыл һирәгәйә бара, уларҙың кәңәштәре етмәй, эштәре йәш быуынға тере тарих булып ҡала килә. Сал далалы Хәйбулла төбәгендә уңған һәм эшсән халыҡ йәшәй. Уларҙың ябай хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһалана, райондың һигеҙ кешеһе — Социалистик Хеҙмәт Геройы. Шуларҙың икәүһе бөгөн иҫән-һау. Береһе Өфө ҡалаһында йәшәй, икенсеһе Яңы Украинка ауылында бәхетле ҡартлығын кисерә.
Утыҙ йәшендә генә илебеҙҙең юғары наградаһына лайыҡ булған, алдынғы быҙау ҡараусы Килдебай Сөләймәнов ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләй. Геройҙың тормошо һәм йәшәйеше менән яҡындан танышыу маҡсатында беҙ Яңы Украинка ауылына юл тоттоҡ.
Килдебай Сөләймән улы 1943 йылда Хәйбулла районының Йомағужа ауылында (әле ул ауыл юҡ — авторҙан) донъяға килә. Атаһы — фронтта, әсәһе колхоз эшендә булыуына ҡарамаҫтан, теремек баланы ауылдаштарының барыһы тигәндәй ҡарап, ҡурсалап үҫтерә. Шулай булмайса, ауыр һуғыш осоронда донъяға килгән сабый һәр кемдең күңелендә өмөт уята, ауыр ҡайғыларҙан арынырға ярҙам итә.
Бала сағы еңелдән булмай: ауыр һуғыш осоро үҙ эҙен һалмай ҡалмай. Бала саҡтан әсәһенә ярҙамлашып фермала мал ҡарашҡан Килдебай Сөләймәнов хеҙмәт юлын да үҙенең туған “Таналыҡ” совхозында башлай. Баштараҡ хужалыҡтың малын ҡарай, артабан йәшлек дәрте ташып торған егетте һауынсы итеп тәғәйенләйҙәр.
— Ваҡыты шулай булдымы икән, ул осорҙа һауынсы булып эшләгән ир-егеттәр байтаҡ ине. Комсомол шулай ҡуша тигәндәрҙер, күрәһең, — тип ғүмер ебен тағатты алтын йондоҙло әңгәмәсем. – Тәрәндән уйлап ҡарағанда, һауынсы һөнәре ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр бит, бигерәк тә ҡул менән һауған ваҡытты иҫәпкә алғанда. Тулы биҙрәләрҙе күтәреп йөрөү тиһеңме, ауыр бидондарҙы ташыумы — еңелдән түгел.
Артабан Килдебай Сөләймәнов совхоз­дың быҙау ҡараусыһы булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләргә тура килмәһен, бурысына яуаплы ҡарауы менән ихтирам яулай ул. Быҙауҙарҙы яҡшы ҡарау, уларҙың көндәлек үрсемен арттырыу менән бер рәттән уларҙы ашатыу, ҡураларҙы таҙа һәм ҡоро тотоу, малды төрлө витаминдар менән тәьмин итеү, ваҡытында “сабый” кеүек һөт имеҙеү кеүек эштәрҙең барыһын да ул үҙе атҡара.
Ныҡ һәм баҙыҡ кәүҙәле Килдебай Сөләймән улының көслө ҡулдарына яңы донъяға килгән быҙауҡайҙарҙы ла, сирләгәндәрен дә күп күтәрергә тура килә. Уларҙың ауырлығына ла ҡарамай, үҙ балаһы кеүек ҡараған саҡтары күп була. Шуғалыр, күрәһең, уның төркөмөндәге быҙауҙар һаны һәр саҡ ялан кәртәгә тулы көйөнсә, көр һәм таҙа сыға. Йәшел үләнгә баҫыуҙары була, “һә” тигәнсе көрәйеп китә.
Хәләл ефетенән дә уңа ул. Ҡатыны Зәкиә Байдәүләт ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Шуныһы ҡыуаныслы: улдары Салауат атаһы юлын дауам итеп, ауылда төпләнә. Әле улы Илнур менән үҙҙәренең эшен асҡан: атаһы игенселек менән булыша, улы Илнур малсылыҡта үҙ көсөн һынай. Быуындар бәйләнешен лайыҡлы дауам иткән Сөләймәновтар нәҫеле үҙ тыуған еренә тоғро. Атаһынан күргән уҡ юнған, ти халыҡ мәҡәле лә. Утыҙ йәшендә генә күкрәгендә Алтын Йондоҙ балҡыған Килдебай Сөләймәновтың хеҙмәт һәм тормош юлы ла мең йондоҙҙай яныуын дауам итә. Бөгөн уның иң ҙур байлығы — балалары, алты ейән-ейәнсәре һәм бер бүләһе.
Мәҡәләмдең башында ябай һөнәр эйәләрен телгә алыуым юҡҡа түгел. Тап уларҙың күкрәктәрен төрлө орден-миҙалдар биҙәп кенә ҡалмай, хатта алтындары күҙҙе ҡамаштыра. Алтын һөнәр кешеләре улар, ябай ауыл малай-ҡыҙҙары, халҡыбыҙҙың аҫыл ир-уҙамандары, аҡһаҡалдарыбыҙ, һоҡланыр һәм өлгө алыр шәхестәребеҙ. Үҙенең күркәм юбилейын ҡаршы алған, төбәктең берҙән-бер Социалистик Хеҙмәт Геройы Килдебай Сөләймәновҡа артабан да йән һәм тән тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек теләге килә. Һеҙҙең кеүек хеҙмәт батырҙары арабыҙҙа күберәк булһын, күкрәктәрен Алтын йондоҙҙар тағы ла сағыуыраҡ балҡытһын!


Вернуться назад