Дүрт йыл элек Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатының бер төркөм уҡыусыһы менән бергә Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылына барып ҡайтырға тура килде. Шунда тыуып үҫһәм дә, яҡын туғандар ауылда ҡалмағанлыҡтан, күптән булғаным юҡ ине. Әлеге интернатты 50-се йылдар аҙағында тамамлаған, ауылда йәшәгән саҡтағы ут күршебеҙ, тарих фәндәре докторы, профессор Рим ағай Йәнғужин йөрөп-юллап ауылда Ҡаһым түрә иҫтәлегенә стела эшләтеүе хаҡында һөйләгәйне. Мине лә интернат уҡыусылары менән ошо стела ҡыҙыҡһындырғайны.
Мәҙәниәт йорто эргәһендә Ҡаһым түрә хаҡында һөйләгән мәғлүмәтте балалар иғтибар менән тыңланы, видеоға ла яҙҙырып алды. “Ашҡаҙар” йырының тарихы ла ҡыҙыҡһындырҙы, сөнки, тарихи комплекстың бер өлөшө булараҡ, халыҡ йырына һынташ ҡуйылған.
Бер уҡыусы: “Ә ниңә беҙ Ҡаһым түрә тураһында белмәйбеҙ ул?” — тип һораны. Хаҡ һорау. Үткән быуаттың алтмышынсы йылдары урталарына тиклем ҡаһармандың исеме киң билдәле түгел ине. Бер нисә легенда ла йыр — шул ғына. Төрлө тарафтан сыҡҡан тарихты өйрәнеүселәр уны үҙҙәренең шәхесе тип иҫбатларға тырышҡан. Был тәбиғиҙер ҙә. Беренсенән, 1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң уның исемен иҫкә алыу ҡәтғи тыйылһа, икенсенән, батыр шәхестәрҙе һәр кемдең үҙенеке иткеһе килә. Шул сәбәптән райондарҙа, күрше өлкәләрҙә төрлө легендалар, иҫтәлектәр тыуа. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә, мәҫәлән, уны Ҡаһым тип түгел, ә “Ҡасима” тип атайҙар (журналист Сәлимйән Бәҙретдинов та бит тәккә генә шикләнеүен белдереп, “Ҡаһым түрәнең кемлеге баҙығыраҡ асыҡланыр”, тип һығымта яһамай (“Башҡортостан”, № 4)). Йырында ла шулай исемләйҙәр.
Түрә тураһындағы иң тәүге иҫтәлектәрҙең береһен 1966 йылда Фәүзиә Рәхимғолова Стәрлебаш районында 1879 йылда тыуған Ҡаҙаҡбаев тигән кешенән яҙып ала. Уның олатаһы Ҡаһым түрә полкында хеҙмәт иткән булған. Мәрхүм Рим Зәйнәғәбдин улы Йәнғужин да — Ҡаҙаҡбаевтар нәҫеленән. Ә фамилияһын ул Йәнғужа олатаһынан алған. Башҡа туғандары ла, атаһы ла Ҡаҙаҡбаевтар ине.
Беҙ, Айыусы ауылы малайҙары, әлбиттә, Ҡаһым түрә тураһында бәләкәйҙән ишетеп-белеп үҫтек. Ауыл ҡарттары, ата-бабаларыбыҙҙан ишетеп, беҙгә һеңдерә барғандыр инде, күрәһең. Беҙҙең менән бергә уҡып, уйнап үҫкән, Ҡаһым түрәнең нәҫеленән килгән Марат, Ҡасим һәм Ғәни, үҙҙәренең кем ейәне икәнлеген белһә лә, танау сөйөп, күкрәк һуғып йөрөмәне. Ул йылдарҙа әлеге ваҡыттағы кеүек төрлө титулдар яулау “сир”е юҡ ине. Мараттың атаһы Хөснулла ағай ғүмер буйы Куйбышев исемендәге, һуңғараҡ “Ашҡаҙар”ға үҙгәртелгән колхозда шофер булып эшләне. Киң яурынлы, һалмаҡ ҡына атлап йөрөүсе, аҙ һүҙле, тыныс ағай булды. Ҡасим менән Ғәниҙең атаһы Ғәйнулла ағай (Хөснулланың ағаһы) күрше Мәҡсүт ауылында, йәйәү йөрөп, башланғыс мәктәптә уҡытты. Ул да тыныс холоҡло, көслө ихтыярлы кеше булды.
Уларҙың аталары Ғәлиулла булған. Ғәлиулла менән Вәлиулла — Йәндоҙаҡтың улдары. Йәндоҙаҡтың атаһы — Хәйбулла. Хәйбулла — Ҡаһымдың улы. Ҡаһымды, шәжәрәлә күрһәтелеүенсә, “Туйсин” тип атағандар. “Был дөрөҫ түгел, — тип иҫбатлай профессор Әнүәр Әсфәндиәров. — Туваев булырға тейеш, сөнки Ҡаһымдың олатаһы Тувай булған”. Тувай менән Һатлыҡ Моғатайҙан тыуған. Тувайҙың Ҡаҙаҡбай менән Мырҙаш исемле улдары булған. Ҡаһым — Мырҙаштың улы. Мырҙаш ауылының (Айыусыға күрше) барлыҡҡа килеүе лә Айыусынан күсеп киткән Мырҙашҡа бәйле.
Үҙ ваҡытында Ҡаһым түрәнең исеме һәм даны тирә-яҡҡа киң таралған. Легендалар буйынса фараз итһәң, уны хатта Рәсәй батшаһы тәхете тирәһендәгеләр ҙә белгән. Ҡаһым бик көслө ихтыярлы, уҡымышлы, аҡыллы шәхес булараҡ танылыу тапҡан. Баһадир кәүҙәле ирҙе үҙ һыртында бер ат та күтәреп йөрөтә алмаған. Күксәй менән Турысай ғына йөрөтә алған уны. Ишеккә һыймағас, кәүҙәһен ҡырынлатып инер булған. Былар тураһында беҙ ауыл аҡһаҡалдарынан ишетеп үҫтек.
Парижды алыуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике миҙал менән бүләкләнгән Ғөбәй Аҙнаев хаҡында Сәлимйән Бәҙретдинов дөрөҫ яҙа. Һалдат Ғәлләметлин Йәнтүрин олатайымдың (1861 — 1923) олатаһының (Йәнтүрәнең, 1836 – ?) атаһы зауряд-старшина Ғөбәй Аҙнаев (1779 — 1846) һуғышҡа Ҡаһым түрә менән бергә киткән. Унан иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, иҫтәлектәрен быуындан быуынға еткергән.
Ҡаҙаҡбаев олатай һөйләгән легендала, Ҡаһым түрә 1812 йылда һуғышҡа барышлай ағыулап үлтерелә, тиелә. Уның ярҙамсыһы Үтәғол мулла була. Мулланың ошаҡсы, һатлыҡ йән булыуы батырҙың башына етә лә инде. Ҡаһым түрәнең аты Күксәйҙе Ҡаҙаҡбай алып ҡайта һәм түрәнең улы Хәйбуллаға тапшыра. Был легендала Ҡаһымдың үлтерелеү йылы ғына шик уята, башҡа дәлилдәр дөрөҫ. Сәсән Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған тағы ла бер легендаға иғтибар итергә кәрәктер.
Француз яуынан һуңғыларҙан булып 45 йәшлек Буранбай ҡайта. “Француздар менән һуғыш башланғас, башҡорттар ҙур ғәскәр йыя, — тиелә унда. — Күптәрҙе һуғышҡа алалар. Ғәскәр начальнигы итеп Буранғол тәғәйенләнә. Походҡа сығыр алдынан ул йөҙ баштары итеп Ҡаһарманды, Ҡаһымды, Буранбайҙы, Бейеште, Айсыуаҡты һәм башҡа бер нисә ышаныслы кешене тәғәйенләй. Һуғышта улар күп батырлыҡ күрһәтә. Дошманды еңеп ҡайтҡас, Буранғол Буранбайҙы — ҡабаттан старшина, улы Ҡаһарманды — кантон, Бейеште йөҙ башы итеп ҡуя. Ә үҙе ныҡлы ҡартайыуҙан үлеп китә һәм Ҡаһым түрә уның урынына ғәскәр начальнигы була”. Был легендала Ҡаһымдың һуғышҡа барып еткәнсе үлтерелеүе инҡар ителһә, һуғыштан һуңғы ваҡиғалар боҙоп күрһәтелә. Ысынында иһә Ҡаһым түрә Каруанһарайҙа Ватан һуғышына тиклем хеҙмәт итә һәм башҡорт ғәскәрҙәре начальнигы була. Ул осорҙа батырҙың генерал-губернаторҙың ҡыҙы менән яҡын мөнәсәбәттә булғаны Айыусы ауылы ҡарттарына яҡшы билдәле ине. Һуғыш башланып, батша ғәли йәнәптәренән мөрәжәғәт килгәс, генерал-губернатор башҡорт полктарын Ҡаһым түрәгә ышанып тапшыра ла инде. 1882 йылда тыуып, Әлшәй районының Сураҡай ауылында йәшәгән Вәлиуллин фамилиялы бабай фольклорсы В. Әхмәтшинға 1968 йылда бына шундай легенда һөйләй: “Наполеон ғәскәрҙәре Мәскәүҙе алғас, урыҫ батшаһы башҡорттарҙың етәксеһе Ҡаһым түрәгә ғәскәр менән килеүен һорап хат ебәрә. Ҡаһым түрә оҙаҡ көттөрмәй һәм уртаҡ көс менән тиҙ арала француздар Рәсәйҙән ҡыуыла. Әммә башҡорттар дошманды тере килеш ебәрергә теләмәй. “Французды үҙҙәренең баш ҡалаһына тиклем ҡыуабыҙ!” — тиҙәр һәм, ысынлап та, Парижды алалар. Еңеүҙән һуң батша Ҡаһым түрәнән һәм башҡаларҙан: “Батырлығығыҙ өсөн һеҙҙе нисек бүләкләргә?” — тип һорай. Ҡаһым түрә ергә дәғүәһен белдерә. Башҡорттарға шулай Башҡортостан эләгә. Был легендала шаштырып күрһәтеү күренеше тойолһа ла, дөрөҫлөк бар кеүек. Йәғни Ҡаһым түрәнең яуға башҡорт полктары начальнигы булараҡ китеүе дөрөҫләнә, уның яуға барып еткәнсе үлтерелеүе инҡар ителә. 1922 йылда хәҙерге Учалы районының Ишкен ауылында тыуған Фәхрисламов фамилиялы аҡһаҡал да быны раҫлай. “Француздарҙы Парижға тиклем ҡыуып, Мәскәүгә ҡайтҡас, Александр батша полк начальниктарын йыя ла: “Йә, батырлығығыҙ өсөн нимә теләйһегеҙ?” — тип һорай. Башҡа милләт вәкилдәре миҙал, начальник чиндары һорай һәм батша уларҙың үтенесен ҡәнәғәтләндерә. Шунан ул башҡорттарға мөрәжәғәт итә: “Һеҙ күп батырлыҡ күрһәттегеҙ, нимә теләйһегеҙ?” Ҡаһым түрә былай ти: “Беҙ һиңә ярҙамға килдек, һинән беҙгә бер нәмә лә кәрәкмәй!” Батша көлә, уйға ҡала һәм: “Һине, Ҡаһым түрә, генерал-майор дәрәжәһенә күтәрәм, ә батырҙарың Сәйфетдинде, Мортазаны, Насирҙы есаул итәм, Абдулла менән Яруллаға — хорунжий чины”, — ти.
Ошо урында “Ҡаһым түрә” йырының йөкмәткеһенә туҡталыу кәрәктер. Легендаларға осорҙарҙы, ваҡиғаларҙы, хронологик теүәллекте бутау, шаштырыу хас булһа, халыҡ йөрәгендә тыуып, быуындан быуынға күсеп килгән йырҙарҙың һүҙҙәрен алып ташлап булмай.
“Ҡаһым түрә данлы кеше ине,
вай кем,
Әрме командиры ҡашында.
Ҡаһым түрә вафат булып ҡалды,
вай кем,
Владимир губерна башында”.
Йырҙың тағы ла бер юлына иғтибар итәйек:
“...Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта,
вай кем,
Әйткән һүҙкәйҙәре хаҡ ине”.
Әлбиттә, йыр башҡорт полктары тыуған иленә ҡайтҡанда, Владимир губернаһында Ҡаһым түрә ағыулап үлтерелгәс тыуған. Быға бер ниндәй ҙә шик юҡ. Башҡорт полктарында, ғөмүмән, башҡорт яугирҙәре араһында уның абруйы үтә ҙур булған. Еңеп ҡайтышлай бүләк тә һорамағас, батшаның һарыуы ҡайнағандыр. Яугирҙәр менән үҙаллылыҡ, ихтилалдар тураһында ла һөйләшелгәндер. Шуға ла ҙур хәрби тәжрибә туплаған, яҡшы ҡоралланған регуляр башҡорт ғәскәре, айырыуса полководец дәрәжәһенә күтәрелгән Ҡаһым түрә урыҫ батшаһында хәүеф тыуҙырмай ҡалмағандыр.
Мырҙашев Ҡасим. Уның ысын исеме-фамилияһы шулай. 1778 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙенең Айыусы ауылында тыуған. Юрматы ҡәбиләһе башҡорто, 1813 йылда үлтерелә. Уға ни бары 35 йәш була. Башҡорт полктарына армия командиры ярҙамсыһы сифатында етәкселек итә (“Әрме командиры ҡашында”). Легендаларҙа ла уны “командир” тип атайҙар. “Был бөтөнләй үк дөрөҫ түгел. Башҡорт полктарына командир итеп фәҡәт урыҫ хәрби начальниктары тәғәйенләнгән, ә башҡа милләт вәкилдәре, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, тик командир ярҙамсыһы вазифаһын үтәгән. Был ярҙамсылар хатта ҡайһы бер рәсми документтарҙа ла командир итеп күрһәтелгән булған”, — тип иҫбатлай ғалим Әнүәр Әсфәндиәров.
...Буранбайҙы ла Ырымбур генерал-губернаторы тәүҙә ағыулап үлтерергә маташа. Килеп сыҡмай. Шунан уны Себергә һөргөнгә ебәрә. Каторгала бер нисә йыл булғас, Буранбай ҡаса, әммә уны тотоп алып үлтерәләр. Тыуған иленә имен-аман ҡайтһа, Ҡаһым түрәне лә шундай яҙмыш көткәндер, бәлки. Башҡорт яугирҙәре араһында лайыҡлы абруй ҡаҙанған, башҡорт илен батша иҙеүенән ҡотолдороу өсөн ынтылған шәхес батша ғәли йәнәптәренә быларға тыныс ҡарарға ирек бирмәҫ ине, әлбиттә.
...Заман үҙгәрә. Тарихыбыҙ үҙ асылына ҡайта. Күп батырҙарыбыҙҙың, шәхестәребеҙҙең исеме, ваҡыт ҡатламдарын емереп, өҫкә ҡалҡа.
Камил АҘНАЕВ,
журналист.
Ишембай районы.