Ир әҙәбе09.02.2018
* Ҡатынығыҙҙың ҡайғылы мәлендә лә, шатлыҡлы ваҡытында ла гел янында булығыҙ, уны ихлас күңелдән яратығыҙ. Сәскә йәки төрлө зиннәт менән биҙәлгән түгел, ә изге ҡатын йәшәгән урын ырыҫ-бәрәкәтле. Быны яҡшы белегеҙ.
* Ҡатынығыҙға донъя һәм дин ҡанун­дарын өйрәтегеҙ. Тура юлдан йөрөүенә һәр ваҡыт булышлыҡ ҡылығыҙ. Аң-зиһенен яҡты, рухын сәләмәт тотоу өсөн тыры­шы­ғыҙ. Уға ҡарата гелән шәфҡәтле, асыҡ йөҙлө булығыҙ. Ихлас мөхәббәтенә хыянат итмәгеҙ. Үҙегеҙгә булған хөрмәтен юҡҡа сығармағыҙ.
* Ашау-эсеү, кейем-һалым алыуҙа яҡшы итеп хаҡын үтәгеҙ. Көсө етмәҫлек хеҙмәт менән ыҙалатмағыҙ. Золом ҡылмағыҙ, ҡул күтәрмәгеҙ. Уны ҡол, тик һеҙҙе риза итеү өсөн яратылған кеше тип иҫәпләмәгеҙ.
* Һәр ваҡыт сабыр, миһырбанлы булы­ғыҙ. Ҡатынығыҙҙы асыу һәм көс менән түгел, шәфҡәтлелек менән еңегеҙ.
* Бәғзе ҡатындарҙың алдаҡсы, хәйләкәр, мәкерле булыуының төп сәбәбе ирендә­лер. Шуға иң тәүҙә үҙегеҙ яҡшы булығыҙ, ошо өлгөлә ғаилә ағзаларын тәрбиәләгеҙ. Ир боҙоҡ түгел икән – ҡатын яҡшы.


Вернуться назад