Ҡатын әҙәбе09.02.2018
* Ирегеҙҙең ҡушҡандарын теүәл үтәгеҙ. Тыйған нәмәләренән йыраҡ тороғоҙ, һытыҡ йөҙ менән ҡарышмағыҙ. Өндәшмәй үпкәләп йөрөмәгеҙ. Юҡ-бар нәмә өсөн ыңғырашмағыҙ, ҡаршы һүҙ ҡайтармағыҙ. Ир хәтерен ҡалдырырлыҡ эш башҡармағыҙ.
* Оялсан, әҙәпле, намыҫлы булығыҙ. Ирегеҙҙең һеҙгә ҡарата хөрмәтенә кәмселек килтермәгеҙ. Серҙәрен фашламағыҙ. Малын исраф итмәгеҙ.
* Ирегеҙҙең ата-әсәһенә ҡарата итәғәтле булығыҙ. Башҡа яҡындарын ҡарындаш тип иҫәпләгеҙ. Ирегеҙҙең башҡа балалары булһа, уларҙы ла яҡын күрегеҙ.
* Замана ауырлыҡтарына ҡаршы торған ирегеҙгә ярҙам итегеҙ. Шатлыҡлы көндәрендә лә, хәсрәтле мәлдәрендә лә уның янында булығыҙ. Донъяның әсе-сөсөһөн бергә үтегеҙ.
* Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Йәнегеҙ көйгән ваҡытта һөйләшмәй тороғоҙ, башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ – был тойғоноң бүтәндәргә зыян килтереүе ихтимал. Асыуҙы тиҙ генә баҫыу сараһын күрегеҙ.
* Башҡаларҙың етешһеҙлектәрен кисерә белегеҙ. Мөләйем һөйләшергә ғәҙәтләнегеҙ, ғәйбәт һүҙ йөрөткәндәрҙән һаҡланығыҙ.
* Эргәгеҙҙәгеләрҙең холоҡ-фиғелен өйрәнегеҙ. Олоһона һәм кесеһенә айырмайынса, хәлдәрен белешегеҙ, шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашығыҙ, йыуатығыҙ. Ауырыу йәки хәсрәт менән яфаланғанда сабырлыҡ күрһәтегеҙ. “Бәлки, шулай булыуы хәйерлелер”, – тип күңелегеҙҙе баҫығыҙ, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылығыҙ.
Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың
нәсихәттәренән.