Бәрәкәтһеҙ байлыҡ – бер айлыҡ09.02.2018
– Һаран булма, әммә тапҡаныңды таратып та бөтмә, тип өйрәтә торғайны өләсәйем. Ошо йәһәттән диндә ниҙәр әйтелә икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

А. ХӘЛИТОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рә­йесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙ­рәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Беҙ һеҙҙе урталыҡтағы өммәт иттек”, – тиелә Ҡөрьәндең “Әл-Бәҡара” сүрәһендә. Тимәк, билдә­ле сиктән сыҡмау, һәр нәмәлә сама белеү мөһим. “Алтын урта­лыҡ” тигән төшөнсә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.
Һаранлыҡ – насар ғәҙәт. Ул тәү сиратта барыбыҙға билдәле хикәйәтте иҫкә төшөрә. Мәғлүм ки, Муса ғәләй­һис-сәләм заманында Ҡарун исемле бик белемле, хәл­ле кеше йәшәгән. Үҙе шул ҡәҙәр һаран булған. Зәҡәт түләү хаҡында аят төшкәс, мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршы булған. Һөҙөмтәлә, иртәнсәк уянһа, барлыҡ байлығын ер йотҡан, ти. Был ни хаҡта һөйләй? Был донъяла барыһы ла Аллаһ Тәғәләнеке. Раббыбыҙ әгәр ҙә ки бәндәһенә байлыҡ бирә икән, был – һынау. Әҙәм балаһы ниғмәттең ҡәҙерен белерме, тәкәббер­ләнмәҫме, һауаланмаҫмы, кәрәкмәгәнгә сарыф итмәҫме, мохтаждарға өлөш сығарырмы, йәмғиәткә файҙа килтерерме, үҙенә булышлыҡ ҡылған Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы буйынса йәшәргә кәрәклекте онотмаҫмы? Әгәр ҙә ки кеше ошо һынауҙарҙы үтә алһа, иншаллаһ, тормошонда ырыҫ арта ғына барасаҡ.
Тап ошондай ҡәрҙәштәребеҙ – бөгөнгө йәмғиәттә айырыуса ҙур өлгө. Тырышлыҡтары арҡаһында Аллаһ­тың рәхмәтенә өлгәшеп, етеш тормошта йәшәгәндәр аҡсаһын дөрөҫ тотонһа, һаранлыҡҡа бирелмәһә, мохтаждарға ярҙам күрһәтһә, был башҡалар өсөн баһа­лап бөткөһөҙ үрнәк булыр, бүтәндәр, айырыуса йәштәр ошондай уҡ тормошҡа ынтылыр ине. Әл-хәмдү лил-ләһ, бөгөн арабыҙҙа ундай өлгөлө кешеләр байтаҡ. Үҙен, ғаиләһен генә түгел, тотош милләтен, өммәтен, халҡын, илен хәстәрләп, киләсәккә тос орлоҡ сәсеп ҡалдырырға ынтылып йәшәй улар.
Ә донъя малы йыйып, һыҡмырлыҡ күрһәтеп, бүтәндәрҙе уҙырға тырышып көн иткән кеше йәмғиәттә абруй ҡаҙана аламы? Кем уға эйәрергә тырышһын? Әгәр ҙә ки был кешегә ниндәйҙер ярҙам кәрәкһә, ул берәйһенә таяна алырмы? Мөлкәте тик үҙенә генә файҙа килтерә икән, ғүмерле булырмы? Бәрәкәтһеҙ байлыҡ – бер айлыҡ ул, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Йәмғиәт­тең уртаһында ҡайнап йәшәү, бер-береңә ярҙам итеү, тапҡаныңдың күпмелер өлөшөн изге ғәмәлдәр өсөн сарыф ҡылыу – мосолмандағы иң яҡшы ғәҙәт. Мохтаж­дарға бирелгән саҙаҡа үҙеңә күп тапҡыр артып ҡайтасаҡ. Байлығынан өлөш сығарған кеше рухи ҡәнәғәтлек кисерергә, ә алғаны файҙа күрергә тейеш, тип өйрәтә дин. Шуға ла саҙаҡа бирергә теләгәндә, бөлгөнлөккә төшөү менән ҡурҡытып, эргәлә шайтан йөрөргә тейеш түгел. “Фәҡир ҡалам тип хәүефләнергә ярамай, – тип өйрәтә Ҡөрьән. – Бындай ҡурҡыу кешене яҙыҡ юлға төшөрә”.
Шуны ла онотмайыҡ: һәр ғәмәл ихлас күңелдән, ҙур теләк менән башҡарылырға тейеш. Әгәр ҙә ки бәғзе берәү кемгәлер үҙенең көсөн күрһәтеү, маһайыу маҡсатында булышлыҡ ҡылһа, бының өсөн сауап яҙылмаясаҡ. Тимәк, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшмәнең тигән һүҙ.
Һаран түгелмен тип, тапҡаныңды уңлы-һуллы таратып бөтөү ҙә килешкән эш түгел. Алда әйтелгәнсә, һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Барҙың ҡәҙерен белеү, бушты-юҡҡа сарыф итмәү – динебеҙҙә быуаттар буйы һаҡланып килгән күркәм тәрбиә өлгөһө. “Ашағыҙ, эсегеҙ, әммә исраф ҡылмағыҙ”, – тиелә Ҡөрьәндә. Һәр нәмәне үҙ миҡдарында тотона белеү, ҡәҙерен ебәрмәү, һаҡсыл булыу зарур. Бөгөн иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исраф ҡылыу осраҡтары күп. Быны аҡсаға, ризыҡҡа, кейемгә, ваҡытҡа һ.б. ҡарата әйтергә мөмкин. Уларҙың ҡәҙерен белмәү, буштан-буш сарыф итеү сәбәпле әҙәм балаһының тормошонан күпме бәрәкәт китә...
Сама төшөнсәһен онотмайынса, “алтын урталыҡ”ты тотоп, тормошобоҙ менән башҡаларға өлгө күрһәтеп, өммәтебеҙҙе, илебеҙҙе күтәреп йәшәйек, иншаллаһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад