“Атай кәңәше бәлә-ҡазанан ҡурсалай”09.02.2018
“Атай кәңәше бәлә-ҡазанан ҡурсалай”“Әллиләү генәйем,
Бәллиләү генәйем.
Әсмәбикә тыпыр-тыпыр
Баҫып килә генәйем”...
Башына аҡ түбәтәй кейгән дүрт-ете йәштәрҙәге өс малайҙың сәхнә тултырып йырлауын сәнғәт һөйөүселәр һаман хәтерләйҙер, моғайын. Атайҙары, Башҡортостандың танылған ҡурайсыһы Рәмил Ғәйзуллин, уландарын дәртләндереп ҡурайҙа уйнай. Халыҡ уларға гөрләтеп ҡул саба.


Тамашасыларҙың берәүҙәре уларҙың ауыҙ тултырып әсә телендә моңланыуына һоҡланһа, икенселәр бына тигән өс ул үҫтергән атай-әсәйгә аҡ көнләшеү менән ҡарай. Нимә генә тимә, гөрләп торған ҙур дәүләт тарҡал­ған осор, күп ғаиләләрҙә сабый­ҙар берәү, икәүҙән артмай. Ул саҡта әлеге кеүек Әсәлек капиталы ла, ер биреү ҙә юҡ. Магазин кәштәләре тап-таҡыр: аҙыҡ-тү­леккә лә, кейемгә лә ҡытлыҡ. Шундай көрсөк мәлендә йәш ғаилә йөрьәт итеп өс бала тәр­биәләһен әле!
Уландарында бәләкәйҙән үҙ һөнәренә мөхәббәт уятыу, ошо юҫыҡта тәрбиә алып барыуҙы маҡсат итеп ҡуя Ғәйзуллиндар. Йәш ярымлыҡ сағында уҡ Айту­ған Пермдә атаһы менән бергә сәхнәгә сығып, туҡмаҡта туҡыл­датып тора. Бер осрашҡанда Рәмил ағай: “Балаларға бәләкәй саҡта йүнәлеш бирергә кәрәк. Мәҫәлән, Японияла етенсе класҡа тиклем бөтәһе лә мотлаҡ музыка буйынса белем алырға тейеш. Нобель премияһына лайыҡ булғандарҙың күпселеге бала саҡтарында музыка менән шөғөлләнгән. Алты айлыҡ сағын­да мин уландарымдың музыкаль һәләтен тикшерҙем. Көн һайын ҡурайҙа һыҙҙырғас, атлай баш­лағас, эштән ҡайтһам, һөйөнөп китеп ҡурайҙы күрһәтәләр ине. Өс улым да сәнғәт юлын һайла­ны”, – тигәйне.
Бала саҡта һәр кемдең күберәк уйнағыһы килә. Ихаталағы малай­ҙар туп тибә йә башҡа шөғөл менән мәшғүл. Ә Ғәйзуллиндарға ундай иркенлек бигүк эләкмәй. Балалары менән шөғөлләнергә атай-әсәйҙәре лә йыбанмай, сөнки көс һалмайынса бер өлкәлә лә уңышҡа өлгәшеп булмауы көн кеүек асыҡ. Был хаҡта Айтуған: “Ул саҡта эстән генә атай-әсәйемә асыуланып та ҡуя инем. Хәҙер ҙур рәхмәт әйтәм, сөнки бер нимә­гә ҡыҙыҡһыныуы булмаған йәш­тәштәремдең ҡайһылары тайғаҡ юлға баҫып, был тормошта юға­лып ҡалды”, – ти.
Уландарының һәләтен үҫтереү өсөн ата-әсәһе көсөн дә, аҡса­һын да йәлләмәй. Бәғзе берәүҙәр, фатирға шуны алырға кәрәк, был йыһаз юҡ, тип зыҡ ҡупҡанда, улар иң тәүҙә балаларына рухи тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Кәрәк икән – Беларусь еренә, кәрәк икән, Мәскәүгә барырға ла икелә­неп, ваҡыт менән иҫәпләшеп тор­май­ҙар. Билдәле: бындай саралар үҫмерҙе тиңдәштәре менән аралашырға өйрәтә, аң даирәһен киңәйтә, һәләтен асырға булыш­лыҡ итә. Һигеҙ йәшендә Айтуған, Мәскәүҙә үткәрелгән “Роза ветров” халыҡ-ара конкурсында ҡат­нашып, Гран-при яулай. Өфө сән­ғәт училищеһында белем алғанда Һамар ҡалаһында Дельфий уйын­дарында алтын миҙалға лайыҡ була. Бәләкәйҙән туған тел, милли мәҙәниәт, сәнғәт би­ше­гендә тәрбиәләнгән үҫмер ҡайҙа ғына булмаһын, халҡыбыҙ йырҙарын башҡара һәм тамаша­сыларҙың, талапсан жюриҙың һөйөүен яулай.
Әлбиттә, бәләкәй сағында музыка йүнәлешендә белем алып та башҡа һөнәргә уҡыған кешеләр бихисап. Тәүҙә Айтуған музыкант булырға теләй, ә әсәһе улын табип итеп күргеһе килә. Әммә “Роза ветров” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашҡандан һуң ул үҙен башкөллө йыр сәнғәтенә бағыш­ларға хәл итә.
– Сығыш яһап бөткәс тә, халыҡ геүләтеп ҡул саба башланы. Тамашасыларға баш эйеп, сәхнә артына сыҡһам, тағы саҡыралар. Йырым халыҡҡа оҡшаны, ә бындай алҡыш минең күңелгә лә ятты. Бүләккә магнитофон бирҙе­ләр. Ошонан һуң башҡа һөнәр һайлау хаҡында икеле-микеле уйҙар инмәне, – тип хәтирәләргә бирелде Айтуған.
Ана шулай бәләкәйҙән ата-әсәһенең хуплауын, сәхнә туҙа­нын, тамашасыларҙың алҡышын, һөйөүен тойоп үҫә ул. Мәктәптән һуң һис икеләнмәй сәнғәт учили­щеһына уҡырға инә. Әммә бер йылдан ул атаһының кәңәше менән Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге музыка колледжына юллана.
Илебеҙҙең баш ҡалаһында үҙен үҫтереү өсөн киңерәк мөм­кин­лектәр, офоҡтар асыла егеткә. Шөһрәтле сәнғәт әһелдәренән белем алыу, төрлө яҡтан йыйыл­ған тиҫтерҙәрең менән аралашыу, фекер алышыу, мәҙәни сараларға йөрөү – быларҙың береһе лә яҙмышын сәнғәт менән бәйләгән Айтуғандың тормошонда эҙһеҙ үтмәй. Уҡытыусыһы Тамара Корчагина: “Тауышың үҙенсәлекле, бер кемгә лә оҡшамаған”, – тип дәртләндерә башҡорт егетен.
Ә инде уҡыуҙы тамамлағас, вокал буйынса имтихан тапшыр­ғанда ул халыҡ йыры “Сибай”ҙы һуҙа. Егеттең былай ҙа тыуған яғын, ата-әсәһен, ҡустыларын һағынып, тиҙҙән күрешеү көндә­рен һанап йөрөгән сағы. Атаһы­ның тыуған яғы Белорет, уның гүзәл тәбиғәте, әсәһенең бишеге Учалы ла берҙәй күңеленә яҡын уның. Был төбәктәргә йыш барып йөрөгәс, һағындыра, төшкә инә. Егет барлыҡ юҡһыныуын йырҙа сағылдыра.
Һандуғастар һайрай,
ай, ер түгел,
Кәкүге лә саҡырыр ер түгел.
Эй, илама ла, Фатимам,
ай, илама,
Йүгереп-атлап
ҡайтыр ер түгел.
Айтуғандың бәрхәт тауышынан әҫәрләнгән Надежда Бабкина, ул йырлап бөткәс, “Браво” тип ҡысҡырып ебәрә.
– Мәскәүҙә белем алған күптәр унда төпләнергә тырыша. Ә һин ни өсөн Өфөгә кире ҡайтырға булдың? – тип ҡыҙыҡһынам Айтуғандан.
– Башта ҡалғайным ул, Александров исемендәге хәрби йыр һәм бейеү ансамблендә уңышлы ғына эшләп йөрөй инем. Оҡшай торғайны. Көндәрҙең береһендә атайым: “Улым, әйҙә, үҙебеҙгә ҡайт”, тигәс, баш тартманым, – тине ул.
Ә был ансамблдең төп өлөшө Ҡара диңгеҙҙәге авиция һәлә­кәтендә вафат булды бит... Тимәк, Рәмил ағайҙың ниндәйҙер тойомлау көсө бар.
– Күптәр һине үҙенсәлекле артист Рәмил Ғәйзуллиндың улы тип белә. Сәнғәт юлын үҙең аңлы рәүештә һайланыңмы? Йә ата­йың кеүек данлыҡлы кеше булыу теләгенәнме? – тием.
– Атай кеше балаһын теге йәки был шөғөл менән ҡыҙыҡһын­дырырға тейеш. Атайым егер­ме­нән ашыу илдә булған. Мин дә уның кеүек илдәр күрергә телә­йем. Алла бирһә, уның менән музыкаль сығыштар әҙерләп, бергә сит илдә сығыш яһарбыҙ тип уйлайым, – тип тә өҫтәне Айтуған.
Айтуған заманса, халыҡ йыр­ҙары менән бер рәттән “Ишкәксе йыры”, “Бер алманы бишкә бү­ләйек”, “Күҙ нурым”, “Беренсе мө­хәббәт” кеүек күптән халыҡтың күңелен яулаған ретро йырҙарҙы ҙур теләк һәм оҫталыҡ менән башҡара. Тап шуға ла уны кон­церт­тарҙа йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә берҙәй үҙ итә, ҡушылып йырлай. Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас, Айтуған былай тине:
– Элекке йырҙарҙы белгәнем өсөн әсәйемә рәхмәт әйтәм. Мине бәүелткәндә ул гел шул осорҙағы һәлмәк йырҙарҙы башҡарған. Бәләкәй саҡта өйҙә караоке була торғайны. Әсәйем шуны ҡабыҙа ла үҙе ҡушылып йырлай. Үҫә төшкәс: “Улым, бына ошо йырҙы өйрәнеп ҡара”, – тип кәңәш бирә ине.
Әйткәндәй, былтыр Айтуған Ғәйзуллин Ҡаҙағстанда үткән “I’m a singer Kazakhstan” (“Мин – Ҡаҙағстан артисы”) халыҡ-ара проектында ҙур уңышҡа өлгәште. Был проектта ҡатнашыу өсөн алты илдән өс мең кеше ара­һынан Айтуғанды һайлап алған­дар. Ул Башҡортостандан берҙән-бер кеше була. Яҡташыбыҙ Рәсәй вәкиле булараҡ тәүҙә урыҫ йырын башҡара, унан башҡорт халыҡ йыры “Уралым”ды заманса аранжировка оҙатыуында үҙенсәлекле итеп һуҙа.
– Ысын сәнғәткә тәржемә кәрәкмәй тиеүҙәре хаҡ. Айтуған­дың сығышын талапсан жюри һәм тамашасылар алҡышлап оҙата. “Йырҙы тетрәндергес итеп башҡарҙы, уның аша башҡорт халҡының бар тарихы күҙ алдынан үтте”, – тип баһалай улар.
Һөҙөмтәлә икенсе тур йом­ғаҡ­тары буйынса Айтуған Ғәйзуллин иң яҡшы башҡарыусы тип табыла. Артабан ул Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев­тың тыуған көнөнә арналған тантанала сығыш яһау бәхетенә лайыҡ була.
Башҡорт егетенең эстрада көмбәҙендә алҡыштарға күмелер көндәре алда әле.



Вернуться назад