Енәйәт һәм яза24.04.2012
Хеҙмәтен 170 мең һумға баһалаған

Өфөлә Дим районының иҡтисади енәйәт һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡаланың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының береһендә хирург булып эшләүсе табипты ҡулға алған.
Октябрь, Орджоникидзе, Калинин райондарының хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы составына ингәс тә, 30 йәшлек ирҙең башында буласаҡ һалдаттар иҫәбенә байыу ниәте тыуа. Хәрби хеҙмәткә бик үк ашҡынып тормаған ике егеткә ул медицина комиссияһы үткәндән һуң, шунда уҡ запасҡа ебәрелеү мөмкинлеген әйтеп һала. Был осраҡта бирелә торған белешмәләр киләсәктә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс яһамаясаҡ, тип белдергән табип. Үҙенең хеҙмәтен ул 170 000 һумға баһалаған.
“Клиенттарына” бары тик кәрәкле сумманы табырға һәм документ көтөргә генә кәрәк булған. Был эш тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына “ишетелмәһә”, табип был аҡсаны законһыҙ юл менән кеҫәһенә “йомор” ҙа ине.
Ҡайһы саҡ килем көҫәгән табиптар диагнозы буйынса һалдатҡа алынмаясаҡ егеттәрҙе “хәрби хеҙмәткә яраҡлыһың” тип алдап маташа икән. Яраҡһыҙлыҡ арҡаһында бирелгән хәрби билетты алырға “ярҙам иткән өсөн” аҡса ла һорайҙар. Әле табипҡа ҡаршы енәйәт эше асылған. Ул суд ҡарарын көтә. Ә хәрби хеҙмәттән ҡасып ҡотолорға ниәтләгән егеттәргә яңынан медицина комиссияһы үтергә тура киләсәк.

Эскелек аңһыҙлыҡ бәләһеме?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рәсәйҙәрҙең күбеһе табын ҡороп, уның түренә “аҡ баш”ты ултыртып ҡуя. Шунһыҙ байрамдың йәме булмай, имеш.
Миәкә районында ауыл почтаһында эшләүсе ҡатын ҡорған табынға бер егет килеп инә. Уны ла өҫтәл янына саҡыралар. Ҡунаҡтарҙың ярайһы ғына иҫерешкәнен абайлаған егет һүҙ ыңғайы почтаның асҡысы ҡатындың кәҫәһендә икәнен белеп ҡала. Сейфтан аҡса урлау мөмкинлеге бурға тынғылыҡ бирмәй. Кеше күрмәгәндән файҙаланып, ул асҡысты ала ла, “тәмәке һатып алырға барам” тип өйҙән сығып китә. Асҡыс булғас, сейфта ятҡан 13 мең һум аҡсаны ҡулға “төшөрөүе” ауырлыҡ тыуҙырмай. Урлағандан һуң, ул бер ни ҙә булмағандай, кире килеп, байрамды дауам итә. Иртәгәһен урланған аҡсаны Стәрлетамаҡ ҡалаһына барып туҙҙыра. Ләкин ауылға ҡайтырға ҡурҡып, баш ҡалаға юллана. Был ваҡиға шуның менән генә бөтмәй әле.
Ауылда аҡсаның юҡлығын белгәс, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итәләр. Хоҡуҡ һаҡсылары әлеге егетте шик аҫтына ала.
Бер ай үткәс, баш ҡала урамында иҫерек килеш төрлө оятһыҙ һүҙҙәр ҡысҡырып йөрөгән егеттәрҙе ҡулға алалар. Улар араһында теге бур ҙа була. Бына шулай, үҙе ҡаҙған соҡорға уғры үҙе эләгә.

Машина алып һемәйгән

Бынан бер нисә йыл элек Санкт-Петербург ҡалаһында урланған Ауди Q7 автомобилен бер нисек тә таба алмағандар. Яңыраҡ Башҡортостанда иғлан ителгән “Транзит” операцияһы ваҡытында теге машинаның эҙенә төшкәндәр! Ул Өфө урамдарында Татарстан һандары менән йөрөгән.
Машина хужаһының документтары ЮХХДИ инспекторҙарында шик тыуҙыра. Автомобилде шунда уҡ экспертизаға ебәрәләр. Хоҡуҡ һаҡсыларының шиге дөрөҫкә сыға. Документтар – ялған, ә машинаның һандары яңынан һуғылған булып сыға. Уның хужаһы 2010 йылда машинаның урланыуы тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән. Әле Башҡортостан полицейскийҙары Санкт-Петербург ҡалаһындағы хеҙмәттәштәренә машинаның табылыуы тураһында белдергән.
“Тимер ат”тың әлеге хужаһы, уны Ҡазан ҡалаһында һатып алдым, тип бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был осраҡта ул машинаһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡаласаҡ. Шуға күрә шәхси ҡулдан машина алырға булһағыҙ, уны законға ярашлы теркәп, бөтөн документтарҙы ла теүәлләргә кәрәк. “Ярыҡ ялғаш” эргәһендә ҡалып ҡуймағыҙ!
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад