Ихаталарға йәм инер09.02.2018
Ошо көндәрҙә Белоретта республика Стратегик тикшеренеүҙәр институтының граждандар инициативаһын өйрәнеү үҙәге хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин менән осрашыу булды. Унда Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Поляков, райондың финанс идаралығы хеҙмәткәрҙәре, предприятие-учреждениелар етәкселәре һәм территориаль йәмәғәт үҙидараһы әүҙемселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә быйыл урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Был программа республикала быйыл ғына старт алды. Былтыр баш ҡалала “Өфө ихаталары” тип исемләнгән пилот проекты тормошҡа ашырылғайны.
Программа нигеҙендә Белорет ҡалаһына республика бюджетынан 11 миллион 133 мең һум аҡса бүленәсәк. Барыбыҙға ла яҡшы таныш “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһындағы кеүек үк, бында ла урындағы бюджеттың һәм халыҡтың ҡатнашыуы шарт итеп ҡуйыла. Атап әйткәндә, ҡала ултырағы бүленгән субсидия күләменең 15 процентын түләйәсәк, ә халыҡ биш процентын күтәрәсәк тип күҙаллана.
Программаға ярашлы, ихаталарҙа балалар өсөн уйын комплекстары, спорт майҙансыҡтары төҙөү, автомобиль туҡталҡалары булдырыу, йәйәүлеләр өсөн юлдар эшләү, асфальт түшәү, яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу, эскәмйәләр, беседкалар ҡуйыу, сүп-сар контейнерҙары урынлаштырыу эштәре ҡаралған.
Әйткәндәй, хәл ителәсәк мәсьәләләрҙе лә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгән кешеләр үҙҙәре билдәләйәсәк. Бының өсөн ихатала аныҡ ҡына нимә төҙөкләндереләсәге буйынса халыҡтың өстән ике өлөшө тауыш бирергә һәм өҫтә аталған сумманы йыйырға тейеш буласаҡ.
Республикала старт алған ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһын ҡала халҡының күтәреп алырына шик юҡ. Йәшәгән урыныңда уңайлы шарттар тыуҙырыуға үҙ өлөшөңдө индереп, хеҙмәтеңдең емешен татыуҙан бер кем дә баш тартмаҫ, тип ышанғы килә.