Хәйбуллалар өлгөр09.02.2018
Хәйбуллалар өлгөрОшо көндәрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙ йәшәр Башҡортостан!” фестиваль-марафоны башланды. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланған сара ике йыл дауам итә. Тәүгеләрҙән булып Хәйбулла районы сығыш яһаны.

Холдағы күргәҙмәлә хәйбулла­лар биҙәү-ҡулланма сәнғәтен тәҡдим итте, райондың социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында һөйлә­не. Һуңғараҡ таныштырыу са­ра­һына Хәйбулла районы башлығы Рәил Ибраһимов һәм республи­каның мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡушылды.
“Һеҙҙе Башҡортостан Рес­публи­каһы Башлығы Рөстәм Хә­митов исеменән сәләмлә­йем һәм республика фестиваль-марафоны башланыуы менән ҡотлайым. Республика ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү бары­шын­да бик күп тарихи, ғилми саралар, 100 объект төҙөү, Баш­ҡорт­остан ҡалалары һәм райондарында инфраструктураны яҡ­шыртыу ҡаралған”, — тине Әминә Шафиҡова.
Хәйбулла районы, ауыл хужа­лығындағы ҡаҙаныштарынан тыш, күренекле кешеләре менән дә дан тота. Уларҙың береһе — Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. Байрам концерты уның ижады менән башланып китте.
— Хәйбулла районы – минең тыуған төйәгем. Элек сиҙәм ер­ҙәрен үҙләштергәндәр. 1954 йылда иһә бында мал аҙығы әҙерләү­ҙә эшләгән һалдаттар килде, беҙ уларға ярҙам итә инек, — тип иҫе­нә төшөрҙө Ҡәҙим Аралбай. – Байтаҡ китаптар сығарҙыҡ. Бер йыл элек район энциклопедияһы донъя күрҙе. Башҡортостандағы барлыҡ райондарҙың да бындай баҫмаһы юҡ. Бөгөн Хәйбулла ра­йо­нында мәктәпкәсә һәм урта белем биреү үҫе­шә, сөнки бик күп ғаиләләр Аҡъярҙа йә­шәр­гә тороп ҡала. Райондың мәҙәни тормошон да билдәләп үткем килә. Үҙәк мәҙәниәт йорто теләгән­дәр­ҙең барыһын да һыйҙырып бөтә алмай. Был — бик ҡыуаныслы күренеш.
Филармония сәхнәһендә Хәй­булла коллективтары үҙҙәре­нең оҫталығын иҫбатланы. Өфө тама­шасыһы алдында “Түңгәүер” ха­лыҡ ҡурайсылар ансамбле, “Ҡош юлы” фольклор ансамбле, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең “Йон­доҙ­соҡ”, Исмәғил Тасимов исе­мен­дәге тау коллед­жының “Тау гәлсәрҙәре”, “Сиҙәм” бейеү ан­самбл­дәре, район мәҙәниәт йорто солистары һәм башҡа артистар сығыш яһаны.


Вернуться назад