Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу өсөн былтыр 1 миллиард 32 миллион һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән федераль кимәлдәге сығым – 856 миллион, төбәктән – 175 миллион һумдан ашыу. Был финанслау байтаҡ ҡаланы төҙөкләндереүгә, уларҙа уңайлы шарттар булдырыуға ярҙам итте. Шул иҫәптә Стәрлетамаҡ та бар.2018 – 2022 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ проекттың маҡсаты, әйтелгәнсә, ҡалаларҙы үҫтереүгә, уларҙа халыҡ өсөн уңайлы шарттар, ял урындары булдырыуға ҡайтып ҡала. Шуныһы һөйөнөслө: бындай ярҙамға ниндәй биләмәләр мохтаж, ҡайҙа ремонт, үҙгәреш талап ителгәнен граждандар үҙҙәре хәл итә. Объекттар уларҙың тауыш биреүе һөҙөмтәһенә ярашлы һайлана. Билдәле, өҫтөнлөк алған проект планға индерелә. Субсидияның өстән ике өлөшө – мотлаҡ күп ҡатлы йорттар ихатаһын төҙөкләндереү, ә ҡалғаны халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы (мәҫәлән, скверҙар, майҙансыҡтар, яр буйҙары) яңыртыуға бүленә.
Нисек һайларға һуң теләгән объектыңды? Был йәһәттән мәғлүмәтте ҡала хакимиәттәренең рәсми сайттарынан табырға була. Ҡыҙыҡһындырған урынды тапҡас, халыҡ күмәкләп проектҡа бәйле үҙ фекерен белдерә, кәңәшләшә ала.
Стәрлетамаҡтар, мәҫәлән, ғинуарҙа 19 проект буйынса тауыш бирҙе. Һайланғандар араһында балалар майҙансығы, парктар, Стәрле, Ольховка йылғаларының яр буйҙары бар. Шулай ҙа халыҡ иң күп тауышты йәйәүлеләр зонаһы өсөн биргән. Тимәк, улар фекеренсә, Стәрлетамаҡта ғаилә менән ял итеү урындарын күберәк булдырырға кәрәк.
Әйткәндәй, былтыр нәҡ ошо программаға ярашлы ҡаланың Хоҙайбирҙин урамындағы йәйәүлеләр зонаһы төҙөкләндерелде. Шулай уҡ 90-дан ашыу йорт алды күркәм төҫ алды, велосипедта елдерергә яратҡандарға айырым ял урыны булдырылды, юлдарға асфальт түшәлде, ҡороған ағастар урынына йәш үҫентеләр ултыртылды, ҡоймалар яңыртылды, яңы туҡталҡалар барлыҡҡа килде.
Урындағы хакимиәттә әйтеүҙәренсә, ҡаланы киләсәктә лә ошондай программалар ярҙамында матурлау мөмкинлеге киң файҙаланыласаҡ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.