Башҡортостанда дүрт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы – Өфөләге 32-се поликлиника,
4-се балалар поликлиникаһы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы һәм Күмертау ҡалаһы дауаханаһы “һаҡсыллыҡ” принцибын ғәмәлгә индерҙе. Был яңылыҡты сирлеләр генә түгел, дауалау ойошмалары хеҙмәткәрҙәре лә ыңғай баһаланы. Журналистар баш ҡалалағы 32-се поликлиникаға барып, үҙгәрештәрҙең асылын асыҡларға тырышты.Театр – гардеробтан, ә поликлиника иһә регистратуранан башлана. Медицина ойошмаһының иркен фойеһында банктағы кеүек талон бирә торған аппарат ҡуйылған, уның өҫтөндә пациенттарҙы тәғәйен тәҙрәгә саҡырған электрон табло эленгән. Килгән кешеләрҙең күпселеге бындай логистиканы еңел үҙләштерә, шулай ҙа кемдер уға төшөнөп етмәһә, дежур администратор поликлиникаға килеүҙең сәбәбен асыҡлап, талон алырға ярҙам итә. Сират көткәндәр өсөн йомшаҡ эскәмйәләр һәм ултырғыстар ҡуйылған. Ошонда уҡ махсус ҡулайлама ярҙамында ҡан баҫымын үлсәргә була. Был үҙгәрештәрҙең нигеҙендә “Һаҡсыл поликлиника” федераль проекты ята. Уны Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Росатом” дәүләт корпорацияһы менән берлектә илебеҙҙең 39 төбәгендә тормошҡа ашыра.
32-се поликлиникаға 42 мең кеше беркетелгән, ул көн һайын 700 кешене хеҙмәтләндереү һәләтенә эйә.
– Проектҡа былтыр көҙ ҡушылдыҡ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү: медицина ярҙамын көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, пациенттарға уңайлыҡтарҙы арттырыу, табиптың һәм шәфҡәт туташының эш ваҡытын ҡулайлаштырыу, – тине ашығыс медицина ярҙамы бүлеге мөдире Ирина Сәхәбетдинова. – Поликлиникабыҙ ике өлөшкә бүленде: һул яҡта кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтелә, йәғни фельдшер һәм дежур табип-терапевт алдан яҙылмайынса килгән кешеләрҙе ҡабул итә. Уң яҡ иһә – планлы консультациялар өсөн. Тикшереү барышында дауаханаға ашығыс һалыу зарурлығы тыуһа, табип “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡырта һәм пациентты стационарға оҙата.
Бүлек мөдире әйтеүенсә, сират тулыһынса юҡҡа сыҡманы, шулай ҙа ул ярайһы уҡ кәмене. Поликлиникала ЭКГ-тикшеренеүҙәре һәм мәғлүмәт технологияларын файҙаланып, лабораторияла тикшереү өсөн биологик материал алыу кеүек ике йүнәлешкә ҙур иғтибар бирелә.
Проект тормошҡа ашырыла башлағанға тиклем ЭКГ-ны ҡабул итеүгә яҙылғандан һуң 7-10 көндән генә үтеү мөмкинлеге бар ине, хәҙер иһә быны мөрәжәғәт иткән көндә үк эшләргә була. Процедуралар бүлмәһендә лә көтөү ваҡыты байтаҡҡа ҡыҫҡарҙы. Әүәлерәк бер шәфҡәт туташы иртәнге сәғәт 8-ҙән 10-ға тиклем 35 кешене ҡабул итә ине. Әле эш урынын ҡулайлаштырғанға күрә 60-ҡа яҡын пациент хеҙмәтләндерелә.
Диспансерлаштырыу үтергә теләгәндәргә айырым кабинет бүленгән. Поликлиникала теләге булған һәр кем тәҡдимен ҡалдыра ала. Бының өсөн исем-шәрифеңде күрһәтеүҙең кәрәге юҡ. Шулай уҡ бөтә пациенттарға электрон медицина картаһы төҙөлгән. Унда бик күп тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре бар.