Туған телеңдә һөйләш!09.02.2018
Туған телеңдә һөйләш!Уҡытыусылар менән йыш осрашам. Байтаҡ һорауҙарға яуап бирергә тырышам. Үҙ фекерҙәремде дөрөҫләр йәки нигеҙләр өсөн ғалимдарҙың хеҙмәттәрен аҡтарам. Бер уҡытыусы шундай һорау бирҙе: “Ни өсөн ғаиләһендә башҡортса һөйләшмәгән башҡорт балаһы туған телен рус балаларына ҡарағанда ауырыраҡ үҙләштерә?”

Кешенең бөтөн булмышы ҡан (ген) аша күсә, формалаша, үҫә. Ә үҫер өсөн төп шарт – туған тел, сөнки әсә ҡарынында ҡан аша бар булған булмыш артабан әсә теле аша үҫеш ала. Ә туған телендә үҫеш алмаһа, бала­ның быуындан быуынға күсә килгән һәләте туған теле ме­нән бергә тәрән йоҡоға тала, тәбиғи, донъяуи төшөнсә­ләрҙе аңлау, танып-белеү һәләте аптыранып-аҙашып ҡала. Ә эргәһендә ултырған рус балаһы донъяны туған телендә танып белә, төшөн­сәләр зиһененә үҙ телендә һеңә, сөнки ул ҡарында ва­ҡытта уҡ бар ҡиммәттәр ҡанына әсә телендә һалын­ған һәм артабан ошо уҡ телдә үҫеш алған. Уға инде башҡорт телен һәм башҡа телдәрҙе өйрәнеү өсөн тө­шөн­сәләрҙе танып белеү түгел, ә фәҡәт һүҙҙәрҙең тәржемәһе генә кәрәк була.
Хөрмәтле туғандар! Әйҙә­геҙ әле, туған телебеҙҙә аралашайыҡ! Ни өсөн үҙ-ара нигеҙҙә рус телендә бара ул һөйләшеү? Русса яҡшы беләм, тип күкрәк һу­ғыумы был, үҙеңде баш­ҡорт­са һөйләшкәндәрҙән өҫтөн ҡуйыумы? Ҡасанға тиклем былай дауам итер? Донъяла барған аңға тәьҫир итеү көрәшендә иң рухһыҙ милләт итеп күрһәтмәйек үҙебеҙҙе.
Тағы бер тапҡыр ҡабат­лау­ҙы урынлы һанайым: ғалимдар фекеренсә, 100 мең кеше үҙ-ара үҙ туған телендә һөйләшһә, ғаилә­һендә аралашһа, ул милләт һаҡлана – Ер йөҙөнән юғал­май. Башҡортто милләт бу­лараҡ һаҡлауға һәр беребеҙ өлөш индерәйек. Әйҙәгеҙ, тотонайыҡ был изге эшкә! Үткәнебеҙ – риза, бөгөнгөбөҙ – өмөтлө, киләсәгебеҙ рәх­мәт­ле булыр.



Вернуться назад