Юғары мәҙәнилек өлгөһө09.02.2018
Юғары мәҙәнилек өлгөһөБеҙгә билдәле булған заман осоронда халҡыбыҙҙың күп кенә күренекле вәкилдәре үҙенсәлекле быуын-быуын булып тарих биттәренә инде.
Әйтәйек, 1917–1920 йылдарҙа З. Вәлиди, Ш. Манатов, М. Мортазин, Х.Йомағолов, М. Халиҡов һәм башҡа улар кеүек заманына күрә юғары белемле, донъяуи проблемалар, Рәсәй сәйәсәте кимәлендә фекер йөрөткән, бер нисә сит телде белгән тиҫтәләрсә шәхес, халҡыбыҙҙы ойоштороп, Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалып, киләсәгенә оло юл билдәләгән.
Артабан Совет власының тәүге йылдарынан башлап Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Ш. Хоҙайбирҙин, А. Таһиров, М. Ҡулаев, З. Булашев, Ә.Иҫәнсурин һымаҡ шәхестәр халҡыбыҙҙың мәҙәни һәм матди үҫешенә тос өлөш индерә, уның яңы алфавитын төҙөй, төрлө сәнғәт һәм мәҙәниәт тармаҡтары, яңыса хужалыҡ итеү, сәнәғәт формалары булдыра. Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында дан ҡаҙанған иҫәпһеҙ ҡаһармандары, һуғыштан һуңғы тормошто яйға һалған данлыҡлы хеҙмәт батырҙары ла киң билдәле.
1917 йылғы революциянан һуң Ватан һуғышына тиклемге арала донъяға килгән, 1950 йылдарҙа әүҙем эшмәкәрлек итә башлаған быуындың да үҙенә хас һыҙаттары бар. Улар яңы власть тарафынан төҙөлгән ижтимағи донъяла тәрбиәләнеп үҫеп, халҡыбыҙҙың яңы формалашҡан дәүләтселеген, иҡтисадын, сәнәғәтен, мәҙәниәтен артабан үҫтерә, камиллаштыра һәм киңәйтә, патриотизм тойғолары булдыра, уларҙы нығытыуға тос өлөш индерә. Шулар араһында юғары дәрәжәле урын биләгән Данир Камалетдин улы Үзбәков та бар.


Данир ағайға мин ғәҙәти кешегә ҡарата булған мөнәсәбәт кенә түгел, ә үҙенә күрә айырым туғанлыҡ тойғоһо кисерә инем, сөнки 1951–1955 йылдарҙа ағайым Зөбә­йер менән Темәс педагогия училищеһында уҡып, уның ятағы тар булғанға, бергә фатирҙа йәшәп, ҡайһы саҡ бер карауатта йоҡлап йөрөнөләр. Мин, ул ваҡытта ун йәшлек үҫмер, 70 саҡрым алыҫлыҡтағы Йомаш ауылынан санаға егелгән ат менән уларға аҙыҡ-түлек, төрлө кәрәк-яраҡ ташыным, үҙҙәрен дә йөрөттөм. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтергә кәрәк: Темәс ауылы республика тарихында ҙур әһәмиәткә эйә булған кеүек, ундағы училище ла барлығы 20 йыл эшмәкәрлек итеү осоронда 3,5 мең уҡытыусы кадрҙы тәрбиәләгән, халҡыбыҙ яҙмышында мөһим урын алған күп кенә шәхестәрҙе тормош юлына сығарған. Был уҡыу йортона бәйле яҙмышлы кешеләр араһында Бөйөк Ватан һуғышы батыры Ә.Ә. Әлибаев, күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре З.Ш. Аҡназаров һәм Ф.З. Зәғафуранов, шағир А.Х. Игебаев, билдәле педагогтар Т.Х. Аслаев, А.А. Ғәлләмов бар. Әлбиттә, улар рәтендә күренекле дәүләт эшмәкәре Д.К. Үзбәков та лайыҡлы урын биләй.
Данир ағай менән Зөбәйер ағайыма һәм уларҙың быуынына хас айырым бер һыҙат тураһында әйтке килә: улар хәҙерге күп кеше кеүек тамаҡ ярып, “саң туҙҙырып”, һөрән һалып йөрөмәне, ә тыныс ҡына, ба­ҫал­ҡы тауыш менән, әммә тәрән йөк­мәт­келе һәм ныҡлы дәлилдәр килтереп һөйләшә һәм телмәр тота ине. Бер ваҡытта ла кешегә нотоҡ уҡып, аҡыл өйрәтеп, тауыш күтәреп, тупаҫ өндәшмә­неләр, ә һү­генеүҙе ишетеүҙе күҙ алдына ла килтереп булманы. Киреһенсә, улар ке­шеләргә мө­ләйем мөнәсәбәтле, сит фекергә, ихтыяжға иғтибарлы, яуаплы ҡарашлы ине. Был һыҙат, Данир һәм Зөбәйер ағайҙар менән бер рәттән, мин күп аралашҡан Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровҡа ла хас ине. Улар өсөһө лә яғымлы тауыш менән, йор һүҙҙәр ҡулла­нып, ҡайһы саҡта шаян лаҡаптар ҡушып һөйләшеүгә әүәҫ булды.
Данир ағайға ҡарап халҡыбыҙҙың “Ағас — япрағы менән, кеше кейеме менән матур” тигән әйтеменең дөрөҫлөгөн иҫбат итерлек ине. Башҡортостан хөкүмәте ағзалары араһында модаға ярашлы ыҫпай һәм күркәм кейенгән, көҙгө кеүек ялтыраған үксәле туфли, фин ҡағыҙы кеүек ап-аҡ таҙа күлдәк, “стрелкаһы” бысаҡ кеүек итеп үтекләнгән салбар кейгән, матур галстук таҡҡан, һәр ваҡыт тап-таҙа ҡырынған, бөхтә сәсле кеше булды Данир ағай. Әлбиттә, был тәңгәлдә еңгәйҙең, йәғни ағайҙың тоғро хәләл ефетенең дә, роле ҙур булғандыр. Йәнә лә Үзбәковтың тәмәке тартмауы, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡмауы, сәләмәт тормош алып барыуы билдәле.
24 йыл буйына, З. Аҡназаров хөкүмәткә етәкселек иткән дәүерҙә, Башкортостан иҡтисад өлкәһендәге бөтә күрһәткестәр буйынса СССР-ҙа иң алдынғы автономиялы республикалар рәтендә булды. Хатта 15 союздаш республика менән сағыштырғанда, Башҡортостан был йүнәлештә уларҙың унауһынан юғарыраҡ урынды биләй ине. Ул осорҙа тулы мәғәнә­һендә республикала Аҡназаровтың сәйәси һәм ижтимағи командаһы, мәктәбе бар ине, тип әйтергә була. Был төркөмгә ингәндәр араһында ул саҡтағы әүҙем юғары дәүләт һәм партия эшмәкәр­ҙәре М.З. Шакиров, Ф.В. Солтанов, Р.Ғ. Өмөт­баев, В.Х. Байтурина, Ф.Х. Мостафина, Р.Х. Рәхмәтуллин, Ә.М. Аҙна­баев, З.Ә. Ихсанов, Р.Н. Ғимаев, В.С. Мәҡсүтов, А.Б. Ярлыҡапов, Д.М. Ҡыуатов һәм башҡа күп­тәр булды. Д.К. Үзбәков та шул мәк­тәпте үтеп, ошо команданың тулы хоҡуҡлы, хәл иткес тауышлы һәм уңышлы ағзаһы булды.
Юғары мәҙәнилек өлгөһөДанир ағайҙы һәм уның менән бер быуындаш шәхестәрҙе белгән кешеләр, шул иҫәптән мин үҙем дә, ышаныслы рәүештә шуны әйтә алабыҙ: улар ысын мәғәнәһендә юғары интеллигентлыҡ өлгөһө, сәйәси, әхлаҡи, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә бөтә донъя кимәлендә фекер йөрөткән һәм эшмәкәрлек иткән, юғары гуманистар исеменә лайыҡ кешеләр ине. Данир ағай менән йыш осрашҡан ваҡытта ул бөтә донъя, Рәсәй, Башҡортостан, уның район һәм ҡалаларындағы, шул уҡ сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙәге күп төрлө проблемалар хаҡында тәрән йөкмәткеле итеп, оҙон-оҙаҡ итеп әңгәмә­ләшеп һүҙ бөтмәй торғайны. Ул бөтә өл­кә­лә лә энциклопедик белемле булды, уның менән һәр тема һәм проблема ту­ра­һында фекер алышырға, кәңәшлә­шергә мөмкин ине. Ысынлап та, ваҡыты ла шундай ине: беҙҙең әүҙем аралашыу күберәк ҡапма-ҡаршылыҡлы, дәһшәтле 1990 йыл­дарҙың башында, Совет власы бөтөп, ике­беҙ ҙә Башҡортостан хөкүмәте ағза­ла­ры булған, республиканы бөтә яҡтан әү­ҙем һәм тәрән яңыртыу башланған осорға тура килде.
Беҙгә шәхсән аралашыу ғына түгел, күп кенә рәсми эштәрҙе лә бергәләп баш­ҡарырға насип булды. Мин, Башҡортостан мөлкәте менән идара итеүсе дәүләт комитеты рәйесе булараҡ, Данир Камалетдин улына архив идаралығы мөлкәте проб­лемаларын, уның яңы бинаһын рәс­ми­ләштереү һәм башҡа күп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә мөмкин тиклем булышлыҡ иттем. Дәүләт милкен хосусилаштырыу өсөн тарихи документтар кәрәк булғанда, күп ваҡыт архив идаралығына мөрәжәғәт итергә тура килде. Башҡортостан юғары дәүләт органдарының төрлө кәңәшмәлә­рен­дә, комиссияларында, йыйылыштарын­да беҙ Д. Үзбәков менән бергә ҡатнашып, эш башҡарып йөрөнөк.
Юғары мәҙәнилек өлгөһөОшо һынылыш дәүерендә халҡыбыҙ­ҙың, республиканың, айырым ойошма­лар­ҙың һәм шәхестәрҙең тарихи яҙмала­рын һаҡлап ҡалыу, уларҙы туплау, систе­ма­ға һалыу, халыҡҡа еткереү бик мөһим мәсьәлә ине, сөнки яҙма тарихһыҙ халыҡ ысын мәғәнәһендәге халыҡ иҫәбенә инә алмай. Данир Камалетдин улы күп йылдар Башҡортостандың архив эштәре буйынса дәүләт идаралығын етәкләп, уны аҙаҡ Дәү­ләт комитеты дәрәжәһенә күтәреп, матди һәм финанс базаһын нығытыуға, был яуаплы эште тормошҡа ашырыуға, киңәйтеүгә, республикабыҙ мәҙәниәте үҫешенә ифрат ҙур өлөш индерҙе. Был өлөштөң ололоғона уның бик һирәк осра­ған Рәсәйҙең дә, Башҡортостандың да икеләтә атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы уҡ дәлил. Мәҙәниәт өлкәһендә ундай дәрәжә­гә өлгәшкән кешеләр күп түгел. Ҡыҫҡаса әйткәндә, Үзбәковты Рәсәйҙә һәм Башҡорт­останда тормоштоң киҫкен боролошо осоронда республикабыҙҙа яңы архив систе­маһына нигеҙ һалыусы тип иҫәпләргә була.
Дөйөм алғанда, Данир Камалетдин улы Үзбәков иң юғары мәҙәнилек өлгөһө, хал­ҡыбыҙға тоғро хеҙмәт иткән шәхес була­раҡ, үҙе яратҡан, эшләгән һәм камиллаш­тырған тарих биттәренә мәңгелеккә инеп ҡаласаҡ.

Хәлил БАРЛЫБАЕВ,
иҡтисад, философия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының әйҙәүсе
ғилми хеҙмәткәре.


Вернуться назад