Мәңге һүнмәҫ йондоҙобоҙ һин09.02.2018
Мәңге һүнмәҫ йондоҙобоҙ һинҮҙемде белә башлағандан алып бөтә ғүмерем Данир ағайыма бәйләнгән. Биш ҡыҙ араһында бер бөртөк малай ине ул. Әсәйем, атайым уны төрлө яҡтан камил итеп үҫтерергә тырышты. Өй эсендә китаптар ҙа, патефон, скрипка ла булды. Күп уҡыны, бала саҡтан уҡ китапханала юғалды, Темәс педагогия училищеһында уҡығанда физика лабораторияһында эшләне. Училищены уңышлы тамамланы. Яҙмыш һеңлеләрен, Гөлйыһан, Гөлшат, Роза исемле ҡыҙҙарҙы, уның юлынан алып китте.

Беҙҙе лә ағайыма белем биргән уҡытыусылар Мәрйәм Зарип ҡыҙы Ғәлимова, Фәйзи Ибәт улы Баҡаев, Ирек Усман улы Мансуров, Людмила Даниловна Бурлакова уҡытты. Улар һәр ваҡыт “ағайығыҙ кеүек уҡығыҙ” тип дәртләндереп торҙо.
Беҙҙең ғаиләнең тормошо, булмышы һәр ваҡыт ағайым тирәһендә уралды. Юридик институтҡа инеүем, судья булып китеүем, тормош ваҡлыҡтарына батмауым, көнкүреш мәшәҡәттәрендә юғалып ҡалмауым — барыһы ла ағайымдың кәңәштәре, уның тормош рәүеше арҡаһында мөмкин булғандыр, тим.
Әсәйҙән иртә ҡалһаҡ та (мин — 10 йәштә, Гөлшат — 8, Роза 4 йәштә ине) ағайым ар­ҡа­һында үҙе­беҙҙе етем, яҡлауһыҙ итеп тойманыҡ. Өсө­бөҙ ҙә уның һымаҡ кешелекле, изгелекле, намыҫлы, ғорур, мәғрифәтле булырға ынтылдыҡ.
Ғүмер буйы Данир ағайыма бурыслымын, бөтә уңыштарым уның хәс­тәренә, уның юғарылығына бәйле. Үҙе иҫән ваҡытта ла рәхмәттәремде еткерә инем. Әммә хәҙер аңлайым – уның үлеме менән тормошомдан иң яҡты көндәрем киткән.
Үкенескә ҡаршы, бергә йәшәүҙә­ре­нә 60 йыл тулырға бер нисә ай ғына ҡалғас, донъя ҡуйҙы, еңгәйемде, балаларын, күҙенә ҡарап ҡына үҫкән һеңлеләрен ҡара ҡайғыға һалды.

Гөлйыһан ФАЗЛЫЕВА (ҮЗБӘКОВА),
отставкалағы судья.


Вернуться назад