Ҡарлы-буранлы февраль айында иң ҡәҙерле кешебеҙ – ағайыбыҙ Данир Камалетдин улының арабыҙҙан китеүенә бер йыл булып та китте. Был көтөлмәгән ҡара ҡайғыны кисереү беҙҙең барыбыҙ өсөн дә бик ауыр булды.Бигерәк тә минең, һәр ваҡыт ҡурсалап, кәрәк саҡта фәһемле кәңәштәрен биреп торған, яуаплы табип йөгөн тартҡан иң кесе һеңлеһе, өсөн. Биш ҡыҙ бала әсәйҙән бик иртә етем ҡалдыҡ. Беҙҙе кеше итеп, юғары белем алып, яратҡан һөнәребеҙ буйынса эшләргә, тормош ҡыйынлыҡтарын еңеп сығырға күп көсөн һалды Данир ағайыбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең аҡыллы кәңәштәренә мин һаман да мохтажмын. Ауырлыҡтарҙы уның биргән кәңәштәрен иҫемә төшөрөп, еңеп сығырға тырышып йәшәйем. Ә һағышымды шиғыр юлдарына һалдым. Үҙ халҡы, милләте өсөн барлыҡ белемен һалып, яҡшы эштәр ҡалдырып, фани донъяларҙан киткән Данир ағайымдың яҡты иҫтәлегенә.
Аҫыл ирҙәр китә
был донъянанАҫыл ирҙәр китә был донъянан,
Ниңә улар иртә китәләр?
Сөнки улар иле, халҡы өсөн
Янғын уттарында көйәләр.
Аҫыл ирҙәр китә был донъянан,
Изге эштәре тороп ҡалалыр.
Халҡы уларға күңел түрҙәрендә
Мәңгелеккә һәйкәл һалалыр.
Аҫыл ирҙәр китмәй был донъянан,
Йондоҙ булып күктә ҡалалар.
Милләтенә дөрөҫ юл күрһәтеп,
Мәңге һүнмәй балҡып яналар.
Данир ағай менән Наилә еңгәй бик матур пар булды. Ағайым “Перовский”, “Байыҡ” бейеүҙәрен шундай оҫта, дәртле итеп бейеһә, еңгәй бик матур йырланы. Улар менән ҡунаҡтарҙа ултырыу үҙе бер бәхет, үҙе бер ғүмер ине.
Данир ағайымдың арабыҙҙан ҡапыл ғына китеп барыуын бөтә туғандары, бигерәк тә уның ғаиләһе бик ауыр кисерҙе.
60 йылға яҡын пар аҡҡоштар кеүек бер-береһен ҡайғыртып, яратышып, иңгә-иң терәп йәшәгән тормош юлдашы өсөн был ҡара ҡайғы иң ауыры булды, әлбиттә.
Еңгәйемә сабыр булып, рух көсөн һындырмай йәшәүен теләп, уға арнап яҙған шиғырҙы йыр юлдарына һалдым.
Яңғыҙ аҡҡошЯңғыҙ аҡҡош һәр йыл һайын
Ҡайта ошо күлгә генә.
Ышана алмай һөйгәненең
Был донъянан киткәненә.
Ҡушымта:
Яңғыҙ аҡҡош, зар илатып,
Күл буйҙарын яңғыратып,
Һөйгән йәрең эҙләмәсе,
Үҙәктәрҙе һин өҙмәсе.
Йән дуҫҡайың был донъянан
Китеп барҙы — һин аңласы.
Яңғыҙ ҡалған аҡҡошҡайҙар
Сит-яттарҙы тиң итмәйҙәр.
Үҙ йәрҙәрен көтә улар,
Үҙ йәрҙәрен гел эҙләйҙәр.
Ҡушымта.