Бынан бер нисә йыл элек Өфөлә физкультура дәресендә 15 йәшлек үҫмер вафат булғайны. Математика буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа еңеп йөрөгән, спортсы, биатлонсы уҡыусының кинәт йөрәге туҡтауы барыһын аптыратты. Ул көндө туғыҙынсы класс уҡыусылары Еңеү паркында саңғыла йөрөй. Кросс булмай. Үҫмер китеп барған еренән туҡтала ла быуыла башлай. Тәүҙә барыһы ла уны шаярта тип уйлай, сөнки малай класта иң һау-сәләмәттәрҙән һаналған. Ағарып киткән егеткә физкультура уҡытыусыһы йүгереп килеп уға тәүге медицина ярҙамы күрһәтә, йөрәк тирәһенә массаж яһап ҡарай. Әммә һуң була...
Һуңынан табиптарҙың уға “миокарда дистрофияһы” тигән диагноз ҡуйыуы үҫмерҙең ата-әсәһе, бүтәндәр өсөн көтөлмәгән яңылыҡ була. Егет ике йыл тирәһе дауаханаға бөтөнләй бармаған, сәләмәтлегенә зарланмаған, хатта алдағы аҙнала үҙе белем алған лицей исеменән ҡала буйынса саңғы кросында ҡатнашырға әҙерләнгән. Йәнә шуныһы ғәжәп: мәктәпкә үҙенең сәләмәтлегенең шәптән булмауы хаҡында белешмә килтермәгән, физкультурала төп төркөмдә шөғөлләнгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай аяныслы ваҡиғалар йыш күҙәтелә. Рәсәйҙең мәғариф министры Ольга Васильева ла, был хаҡта борсолоп, ҡот осмалы мәғлүмәттәр килтерҙе. Бары 2016 йылда ғына илдә физкультура дәрестәрендә 211 бала һәләк булған. Бында, әлбиттә, һүҙ ниндәйҙер йәрәхәт һөҙөмтәһендә түгел, ә ситтән ҡарағанда һау-сәләмәт, бығаса бер нәмәгә зарланмаған сабыйҙарҙың үлеме хаҡында бара. “Ни өсөн тәү ҡарауға һау балалар ғәҙәти физкультурала, әллә ни булмаған көсөргәнеш дәрестәрендә вафат була һуң? Бында атай-әсәйҙәрҙең, мәктәптең ғәйебе бармы?” – тигән һорау ҡуйҙы министр. Унан быға бер сама аңлатма ла бирҙе, илдә кешенең персональ мәғлүмәттәрен сер итеп һаҡлау сәйәсәте менән бәйләне. “Шул сәбәпле баланың ниндәй ауырыу менән яфаланыуын белә алмайбыҙ”, – тине ул. Был юҫыҡта эш алып барылыуы, тиҙҙән мәктәптәр менән табиптар араһында бәйләнештең нығынасағы, һәр баланың сәләмәтлеге хаҡында белем усаҡтарына хәбәр ителәсәген белдерҙе.
Әйткәндәй, белгестәр билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа барлыҡ алға киткән илдәрҙә лә балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең кинәт вафат булыуы, шул иҫәптән физкультура дәресендә лә, һиҙелерлек артҡан. Шуның яртыһы – көтөлмәгән үлем. Табиптар быны медицинаның алға китеүендә һәм бөгөнгө балаларға саманан тыш көсөргәнештең арта барыуы менән аңлата.
Ни өсөн һаулыҡты нығытыу маҡсаты менән индерелгән дәрестә бәхетһеҙлек осраҡтары йыш теркәлә һуң? Бының сәбәптәре төрлөсә. Мәғариф министрының фекере лә дөрөҫ. Уҡытыусылар балаларҙың сәләмәтлеге хаҡында хәбәрҙар түгел. Икенселәр хроник ауырыуы була тороп та был хаҡта йәшерә, сөнки берәүҙең дә, бигерәк тә малайҙарҙың, иптәштәре алдында ауырыу булып күренгеһе килмәй. Сер түгел: мәктәп мөхитендә физкультура дәресенән азат ителгән балаларға түбәнһетеберәк ҡарағандар ҙа юҡ түгел. Һуңғы йылдарҙа ГТО нормаһын тапшырғандарға юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк бирелеүе лә быға булышлыҡ итә.
Атай-әсәйҙәрҙең балаларының һаулығына битараф булыуы ла – бындай фажиғәгә килтергән сәбәптәрҙең береһе. Бәғзе берәүҙәр сиратта ваҡыт әрәм итмәҫ өсөн бер ниндәй тикшереүһеҙ-ниһеҙ белешмә яҙҙырып алыуҙы хуп күрә. Ә бындай битарафлыҡ иртәме-һуңмы фажиғәгә алып килә. Владимир ҡалаһында 15 йәшлек уҡыусының бокс ярышында һәләк булыуы шул хаҡта һөйләй. Егет бығаса етди йәрәхәт алған, был спорт төрө менән шөғөлләнеү бөтөнләй тыйылған була.
Врач Луиза Мәүлетҡолова әйтеүенсә, хәҙер балалары даими стресс кисерә. Уҡыу программалары ҡатмарлы, бер туҡтауһыҙ Берҙәм дәүләт имтиханы менән ҡурҡытыуҙар, артта ҡалмау өсөн өҫтәмә дәрестәр алыу уҡыусының буш ваҡытын ҡалдырмай. Йәнә бөгөнгө уҡыусыларҙың һаулығы әүәлге тиңдәштәренән шаҡтай айырыла. Бында тирә-яҡ мөхиттең насарлана барыуы ла, аҙыҡ-түлек сифатының бик яҡшынан булмауы ла ҙур йоғонто яһай.
Нимә генә тимәйек, сабыйының сәләмәтлеге хаҡында иң тәүҙә балаһына ғүмер бүләк иткән атай-әсәй үҙендә яуаплылыҡ тойорға тейеш. Мәҫәлән, баланы артыҡ көсөргәнештән һаҡлау зарур, саф һауала булыу, туҡланыуға иғтибар итеү ҙә мөһим. Йәнә витаминдар биреп тороу кәрәк. Балаларҙың һәләк булыуы күпселек осраҡта йөрәктәге тайпылышҡа бәйле. Тап шуға ла йылына бер тапҡыр кардиологта тикшерелеү һәм, мәктәптә онотҡанда бер иҫәп өсөн генә үткәрелгән диспансеризацияны көтөп тормай, тейешле анализдарҙы ла тапшырыу мөһим.
Физкультура дәресе фажиғәгә алып килмәһен!