2006 йылда ғәмәлгә индерелгәндән алып Әсәлек капиталы ил буйынса меңәрләгән ғаиләләрҙең финанс-торлаҡ һәм башҡа проблемаларын хәл итергә яҙамлашҡанын әйтеп тораһы түгел. Үҙен һәр яҡтан һөҙөмтәле тип танытҡан сара йылдан-йыл камиллаштырыла, уны файҙаланыу даирәһе лә киңәйә. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан башлап, ғаиләлә икенсе йәки унан һуңғы балалар тыуа икән, ата-әсәләр Әсәлек капиталы иҫәбенә башҡарылған айлыҡ түләүҙәргә дәғүә итергә хоҡуҡлы. Әммә бының бер үҙенсәлеге бар – ғаилә мохтаж тип табылырға тейеш. Башҡортостанда айлыҡ түләү суммаһы 8892 һум тәшкил итә, ул 2017 йылдың икенсе кварталында билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумына тиң. Әгәр ҙә ғаиләнең уртаҡ килемен барлыҡ ғаилә ағзаларына бүлгәндә, һәр береһенә 14 247 һумдан түбәнерәк сумма тура килә икән (мәҫәлән, дүрт кешелек ғаиләлә айлыҡ килем 56 988 һумдан артмаҫҡа тейеш), тимәк, улар үрҙә телгә алынған түләүҙе юллай ала. Айлыҡ дөйөм килемде иҫәпләгәндә эш хаҡы, премиялар, стипендия, компенсация, алимент һәм башҡа түләүҙәр иҫәпкә алына.
Ошо йәһәттән Рәсәй Пенсия фондының рәсми сайтында яңы опция булдырылған: Әсәлек капиталы иҫәбенә түләүҙәргә хоҡуғығыҙ бармы-юҡмы икәнде махсус калькуляторҙа иҫәпләргә мөмкин. Бының өсөн сайтта ғаилә составын, йәшәгән төбәкте, ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың рәсми килемдәрен күрһәтеү фарыз. “Иҫәпләргә” төймәһенә баҫҡандан һуң, экранда һөҙөмтә хасил буласаҡ. Калькулятор “Әсәлек ғаилә капиталын алыусылар өсөн” бүлегендә урынлашҡан. Түләүҙе юллау өсөн документтар менән Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Айлыҡ түләүҙе билдәләү өсөн Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә ғариза менән икенсе балаға 1,5 йәш тулғансы теләһә ҡайһы осорҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әммә шуныһын да иҫәпкә тотоғоҙ: әгәр ҙә түләүҙе бала тыуғандың тәүге алты айында юллаһағыҙ, ул бала тыуған көндән алып билдәләнәсәк. Ошо сроктан һуңыраҡ мөрәжәғәт иткән осраҡта, түләү ошо датанан башлап иҫәпләнәсәк.
Түләү балаға 1,5 йәш тулғансы тормошҡа ашырыла, әммә тәүге түләү осоро – бер йыл. Ул үткәндән һуң тағы ла ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ. Әсәлек капиталы тулыһынса тотонолоп бөтһә, ғаилә икенсе төбәккә күсһә, айлыҡ түләү туҡтатыла. Шулай уҡ, ғаилә үҙе теләгән ваҡытта түләүҙән баш тарта ала.