Их, тәмле сәйҙәре!07.02.2018
Сәйҙең файҙалы үҙенсәлектәре тураһында күп һөйләргә була. Юҡҡа ғына урыҫ атамаһы тәүҙә дарыу үләне исеме итеп ҡулланылмаған. Сәйҙә бөтә витаминдар ҙа бар тиерлек, бигерәк тә С (лимон йәки әфлисун һутына ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк), Р (рутин күҙәнәктәрҙең тын алыуына һәм тамырҙарҙың туҡландырылыуына булышлыҡ итә), В төркөмө (тире, сәс торошо өсөн яуаплы, бауыр һәм нервы системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта) витаминдарына бай.


Кофеин йөрәк-ҡан системаһы эшмәкәрлеген яйға һала, калий йөрәк тарамыштарына ыңғай тәьҫир итә. Сәй матдәләр алмашыныуҙы көйләй, шуның менән йөрәкте сыҙамлыраҡ итә. Әммә ҡаты сәй, кофеины күп булыу сәбәпле, йөрәк тибешен көсәйтә.
Ҡара сәй ҡан тамырҙарын нығыта, уларҙың һығылмалылығын нығыта. Был бигерәк тә оло кешеләр өсөн мө­һим. Йәшел сәй тамырҙарға май ҡат­лам­дары ултырыуҙан һаҡлай. Сәй шулай уҡ ҡан баҫымын (түбән булғанда – ябай ҡара сәй, юғарыла йәшел сәй эсергә кәңәш ителә: даими эскән ва­ҡытта ҡан баҫымы 10 – 20 %-ҡа түбәнәйә) нормалләштерә, баш ауыртыуын баҫа.
Сәй мейе һәм йөрәк-ҡан тамырҙарын киңәйтеп, ҡан әйләнешен тиҙләтә. Канада ғалимдары инсульт кисергән кешенең мейеһенең функцияларын тергеҙеүгә сәйҙең файҙаһы ҙур булыуын билдәләй.
Нервы системаһы өсөн файҙалы. Стресс, миҙгел алмашыныуына бәйле еңел депрессия мәлендә тонусты күтәрә, көс бирә. Юҡҡа ғынамы томанлы Англия халҡы көнөнә бер нисә сынаяҡ сәй эсеүҙе хуп күрә, әммә холҡоғоҙға ярһыусанлыҡ хас булғанда сәй эсеү тыйыла: хәлегеҙ киҫкенләшер.
Әйткәндәй, сәйҙә кофеиндың миҡда­ры япраҡ ҙурлығына (бәләкәй булған һайын күберәк), һауа температу­раһына (эҫерәк икән – кофеины ла күберәк), етештереү ысулына (йәшел сәйҙәр кофеинды күберәк тәшкил итә, әммә уның, ҡағиҙә булараҡ, ҡара сәйҙән айырмалы, ҡайнар һыу менән бешерелмәгәнгә күрә, кофеины ла аҙыраҡ) бәйле.
Әммә миҙалдың ике яғы булған кеүек, сәйҙең дә кире күрһәткестәре бар. Иң тәүгеһе – кофеинға ҡарата һиҙгерлек. Бындай төркөмгә ни бары халыҡтың өс проценты ғына инһә лә, билдәләре һәр береһен уйландырырға тейеш: ярһыусанлыҡ, тахикардия, артыҡ хәрәкәтсәнлек, хатта йөрәк туҡтауы ҡурҡынысы. Шуның өсөн уғата ҡаты сәй айырым ауырыуҙарҙың киҫкен осоронда ғына түгел, һау организм өсөн дә зарарлы.
Ғөмүмән, сәйҙе ашҡаҙан язваһы, гипертония, бөйөр ауырыуҙары, ауырлы мәлдә токсикоз булһа, йоҡлай ал­мағанда, глаукоманан яфаланыу­сыларға эсергә кәңәш ителмәй. Сабыйҙарға ла сәй бирергә ярамай.


Вернуться назад