Ирәмәлде лә яулар көсө бар07.02.2018
Ирәмәлде лә яулар көсө бар...Беренсе класта уҡып йөрөгән Йәмил дәфтәрен тырышып-тырмашып арҡыс-торҡос хәрефтәр менән тултырып ултырған ваҡытта янына табип-невропатолог булып эшләгән атаһы Миңлебай Ильяс улы килә лә, бер аҙ ҡарап торғас, ҡысҡырып көлөп ебәрә:
– Әсәһе, ҡара әле, беҙҙең ғаиләлә тағы бер “выраш” үҫеп килә!
Шаяртыу ҡатыш күҙаллауы тормошҡа аша уның: Йәмил бөтөн ғүмерен ошо изге эшкә бағышлай.



Табиптар малайға күреү һәләтенең яйлап юғала барыу ҡурҡынысы янағаны хаҡында әйткәс, ата-әсәһе уны Өфөләге ошо йәһәттән махсус интернатҡа уҡырға ебәрергә мәжбүр була.
– Унда режим буйынса мотлаҡ һаналған көндөҙгө йоҡо мәлен яратмай торғайным, – ти Йәмил. – Йоҡламаҫ өсөн ниндәй түңәрәктәр эшләй – шуларҙың барыһына ла яҙылдым, ә улар тап шул ваҡытта үтә ине. Еңел атлетика, бассейн, коньки, шахмат... Музыка мәктәбендәге ҡурай түңәрәк­тәрендә лә ихлас шөғөлләндем.
Ирәмәлде лә яулар көсө барТөрлө конкурстарҙа даими еңеү яулауы, ҡурай бәйгеләрендә уңышлы сығыш яһауҙары өсөн уларҙың төркөмөн “Орленок” пионер лагерына ебәрәләр. Аҙаҡ еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнә башлағас, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашып, Йәмил бер көмөш һәм ике бронза миҙалға лайыҡ була. Башҡорт­останда яуланған еңеүҙәренең иҫәп-хисабына сығырлыҡ түгел. Әйткәндәй, уҙаман спорт менән шөғөлләнеүен бөгөн дә ташламай.
Мәктәп-интернатты уңышлы тамам­лағас, Йәмил Аҡбулатов Өфө медицина колледжына уҡырға инә. Ҡыҙыл дипломлы йәш белгес артабан Башҡорт­остан дәүләт медицина университетында табип-реабилитолог һөнәрен үҙләштерә.
Йәмил Миңлебай улы хәҙер инде тиҫтә йыл самаһы махсус ярҙамға мохтаждарҙы айырым нөктәләргә массаж яһап дауалай. Быға ул Ҡытайҙа уҡып өйрәнеп ҡайта. Әле табип Сибай ҡалаһында йәшәй, күңеле талап иткән шөғөл менән мәшғүл.
– Атлай алмаған кеше минең ярҙам арҡаһында аяҡҡа баҫһа, кемдеңдер массаж һөҙөмтәһендә ҡулдары яҙылып китһә, уларҙың үҙҙәренә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыуанам, оло кинәнес кисерәм, – ти Йәмил Миңлебай улы. – Сибай ҡа­ла поликлиникаһында эшләй баш­лаған осорҙағы иң тәүге пациент­тарымдың береһе хәтерҙә ныҡлы уйылып ҡалған. Ул – өлкән йәштәге ҡатын – кабинетҡа иламһырап килеп инде лә:
– Һыйырыма ярҙам ит, зинһар! – тип ялбарҙы. Аптырап ҡалдым.
– Апай, мин бит массаж яһаусы. Һыйырға нисек ярҙам итәйем? – тим.
Апай яуап рәүешендә ҡулдарын күрһәтте. Баҡһаң, бармаҡтары бөгөл­мәй икән – полиартрит.
– Һыйырым – һөтлө тоҡомдан. Мин һауа алмағас, ыҙалана бахырым, әрәм генә була инде... Балам, ҡотҡар һыйырымды!
Тылсымлы ҡулдары менән апайҙың үтенесен үтәй Йәмил Миңлебай улы: уны полиартрит сиренән ҡотҡара. Шулай тәүге көндәрҙән үк халыҡтың ышанысын тойоп, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп, дәртләнеп эшкә тотона. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер аҙҙан уға, күреү һәләте ныҡлап насарайыуы сәбәпле, поликлиниканан китергә тура килә, ләкин яратҡан шөғөлөн ташламай – шәхси массаж кабинетын аса. Күреү һәләте сикле булыуға ҡарамаҫтан, бөгөнгәсә меңләгән кешене ҡабул итеп, юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән шәхес ул Йәмил Миңлебай улы. Тәжрибәле массаж яһаусыға республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарынан ғына түгел, тотош Башҡортостандан, Рәсәй ҡалаларынан ярҙам һорап киләләр.
Ирәмәлде лә яулар көсө бар– Ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар проблемаһы, перинаталь энцефалопатия, церебраль фалиж, мускулдар гипертонусы, радикулит, остеохондроз, сколиоз һәм башҡа сирҙәр буйынса мөрәжәғәт итәләр, – ти тәжрибәле белгес. – Пациенттарым мине дауаланып бөткәс тә онотмай: Интернет аша аралашып торабыҙ, байрамдар менән ҡотлайҙар. Был үҙе үк – хеҙмәтемә ҙур баһа. Эшемдә иң ҡыуаныслыһы: шәбәйеренә өмөт ҡалмаған баланың массаж курсынан һуң атлап китеүе! Шул ваҡытта ата-әсәнең шатлығын күрһәгеҙ!
Ҡайнап торған тормошто яратҡан уҙаман туризм менән мауыға. Сибайҙың “Горностай” туристик ойошмаһы ағзалары менән төрлө урындарға сәйәхәт ҡыла.
– Ырымбур өлкәһендәге боронғо скульптура ҡомартҡыларын, иҫтәлекле ерҙәрҙе күреп ҡайттыҡ, – ти Йәмил Миңлебай улы. – Шул уҡ ойошма ағзалары менән 35 градус һыуыҡта Белорет районындағы Айғыр тауына үрмәләнек. Кире төшөп, туристар өсөн тәғәйенләнгән махсус йортҡа ингәс, сәй янында кемуҙарҙан: “О-о-о, тәки мендек бит, һыуыҡ тип торманыҡ”, – тип тәьҫораттарын уртаҡлаша башланы юлдаштарым. Мин иһә: “Ә һеҙ унда кем менән менгәнегеҙҙе беләһегеҙме?” – тип һорап ҡуйҙым. Дөрөҫ яуап ала алмағас, “Һуҡыр кеше менән”, – тип йылмайҙым. Юлдаштарым “аһ” итте. Тауға ҡарай тапалған юл булғас, уларға тауыш буйынса эйәргәйнем, шуға күрә насар күргәнемде һиҙмәгәндәр.
Һуңғараҡ Ғафури районында урынлашҡан Киндерле мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылдыҡ. Еүеш, ҡараңғы ер аҫтынан ун саҡрым самаһы атлап үттек, күпмелер шыуышып барырға ла тура килде. Аҙаҡ мәмерйә эсендәге 15 метрлыҡ ҡаянан альпинистарҙың ҡорамалдары ярҙамында аҫҡа төштөк. Әлбиттә, ҡурҡыныс булды, уның ҡарауы, үҙемә әллә күпмегә етерлек көс алдым. Сәйәхәт ҡылыу рухты нығыта, күңелгә ҡеүәт, яңы уңыштарға, хеҙмәткә дәрт өҫтәй.
Йәмил Аҡбулатов үҙен иң экстремаль спорт төрҙәренең береһендә лә һынап ҡарай: өс саҡрым бейеклектәге самолеттан парашют менән һикерә. Туристик ойошма ағзаларын шулай йәнә хайран ҡалдыра. Киләсәктә Ирәмәлгә менергә иҫәп тота уҙаман.
Бәләкәйҙән һәләттәрен асып, уларҙы даими үҫтерергә көс тапҡан, яҙмыш һынауҙарына һынмаған Йәмил Миңлебай улы бына шулай тормошта үҙ урынын табып, аҡыл һәм күңел талаптарына ярашлы гөрләтеп донъя көтә. Өс бала атаһы ла ул. Ғаиләһен яҡшы ҡарау менән бергә башҡаларға ла ихлас ярҙам итә. Уйлай белгәнгә оло фәһем был.


Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад