Намыҫлы хеҙмәт өсөн ҙур хөрмәт07.02.2018
Намыҫлы хеҙмәт өсөн ҙур хөрмәтТуғыҙынсы йыл инде колхоздың төҙөлөш бригадаһында бригадир булып эшләйем. Партия һәм хөкүмәттең, бөйөк Сталиндың колхоздарҙы большевистик һәм колхозниктарҙы мул тормошло итеү тураһындағы тәрән хәстәрлек күрһәтеүҙәре миндә намыҫлы эшләү дәртен көсәйттеләр, миңә яңы көс, яңы энергия бирҙеләр. Алтмыш өс йәшкә етеүемә ҡарамаҫтан, үткән йыл 733 хеҙмәт көнө эшләп, 95 центнер 29 килограмм иген алыуға өлгәшеүем – бөйөк партия, бөйөк Сталин биргән көс һәм энергияның емеше ул.

Беҙҙең илебеҙҙә генә намыҫ менән эшләгән кешеләрҙең хеҙмәтен юғары баһалайҙар, уларға һәр урында почет. Колхозда эшләгән туғыҙ йыл эсендә был хөрмәттең бөтәһен дә күрҙем. Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә барыу хоҡуғын алыу ҙа шул намыҫлы хеҙмәтемдең хөрмәте булып тора.
Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһе ысындан да социалистик ауыл хужалығының грандиоз еңеүҙәренең смотры булып тора. Ул – минең өсөн, минең кеүек миллиондар өсөн юғары белем алыу мәктәбе. Унда мин бөтә байлыҡтарҙы күрҙем, уларҙы һөйләп бөтөрөргә мөмкин түгел.
Күргәҙмәлә беҙҙең “Ҡыҙыл партизан” колхозының уңыштары ла яҡшы итеп күрһәтелгән. Колхоздың 3 мең гектар самаһы сәсеү майҙаны, 2600 баш малы, хужалыҡтың яңы тармаҡтары – йәшелсә һәм емеш баҡсасылығы, умартасылыҡ һәм ярҙамсы предприятиеләр – электростанцияһы, таҡта ярыу заводы, һумала (ыҫмала) ағыҙыу заводы – улар бөтәһе лә колхозниктарҙың намыҫлы хеҙмәте менән булдырылдылар.
Мин “Яңы ауыл” павильонын бигрәк тә ҡыҙыҡһынып ҡараным. Ул колхоз ауылын нисек итеп культуралы төҙөү тураһында өлгө булып тора. Беҙ, плотниктар, ташсылар, колхоз канцелярияһын, Совет йортон, клуб, мәктәп, библиотекаларҙы, ясли һәм балалар баҡсаһын, шулай уҡ колхозниктар өсөн “Яңы ауыл” павильонында күрһәтелгәнсә төҙөргә тейешбеҙ. Мин колхозға ҡайтҡас та төҙөлөш буйынса алған тәжрибәләремде колхоздың төҙөлөшенә индерәсәкмен.
Хәҙер мин тағы ла яҡшыраҡ эшләү дәрте менән тулымын. Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙ­мәһендә күрһәтелгән еңеүҙәрҙе бөтә колхоз­никтарға һәм колхозницаларға еткерәсәкмен.
Социалистик ауыл хужалығының грандиоз еңеүенең смотры – Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә барыу, СССР-ҙың йөрәге – Мәскәүҙе күреү – ҙур бәхет, ҙур хөрмәт ул. Бөйөк хөрмәт өсөн иптәш Сталинға, Молотовҡа ҙур рәхмәт.

Сафа МӨРСӘЛИМОВ.
Учалы районы “Ҡыҙыл партизан” колхозының төҙөү бригадаһы бригадиры.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”,
1939 йыл, 11 сентябрь).
____________________

Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.
Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль, орфография үҙенсәлектәре һаҡланды.


Вернуться назад