Өфө ҡалаһында, Достоевский урамы, № 78 йортта В.И. Ленин музей-өйө асылды. Был йортта В.И. Ленин 1900 йылдың йәйендә бер айҙан артығыраҡ торған. Ул Өфөлә административ һөргөндә иҫәпләнгән Надежда Крупская янына килгәйне.Владимир Ильич Өфөгә килеүен административ һөргөндә булған кешеләрҙән һәм Өфө эшселәренән “Искра” юнәлешендә группа ойоштороу өсөн файҙаланды. Административ һөргөндәгеләр араһында был ваҡытта Свидерский һәм Цюрупа иптәштәр бар ине. В. И. Ленин Өфө социал-демократтары менән “Искра” юнәлешендәге социал-демократтар группаһы ойоштороу һәм Өфө губернаһындағы эшселәр һәм крәҫтиәндәр араһында политик эш алып барыу мәсьәләләре буйынса бер нисә тапҡыр кәңәшмә үткәрҙе.
Лениндың актив ҡатнашлығында административ һөргөндәгеләрҙән һәм Өфө эшселәренән Өфөлә “Искра” юнәлешендә группа ойошторола, ул группа Ленин тарафынан ойошторолған “Искра” газетаһы менән тығыҙ бәйләнеш алып бара. Был группа Өфө губернаһындағы эшселәр һәм крәҫтиәндәр араһында ҙур революцион эш алып бара. Был группаның юлбашсылығы һәм актив ҡатнашлығында (Якутов, Свидерский, Цюрупа һ. б.) Беренсе рус революцияһы йылдарында самодержавиеға ҡаршы демонстрациялар һәм забастовкалар үткәрелә.
Музей-өй ҙур булмаған 4 залдан һәм мезониндан (икенсе ҡатта 2 бүлмә) тора. Беренсе залда В. И. Лениндың балалыҡ ваҡыты, йәшлек йылдары һәм революцион деятельносының башланыуы күрһәтелгән. Музейҙың икенсе залында В. И. Лениндың 1901 йылдан 1918 йылға тиклемге булған тормош һәм революцион деятельносы тураһындағы экспонаттар урынлаштырылған. Музейҙың өсөнсө залында Владимир Ильичтың 1918-1923 йылдарҙағы революцион деятельносын сағылдырған экспонаттар ҡуйылған. Дуртенсе зал В. И. Лениндың үлеүе тураһындағы ҡайһы бер материалдар менән йыйыштырылған траур залы.
Музей-өйҙөң бишенсе залы мезониндан тора. Бында В. И. Ленин Н. К. Крупская янына Өфөгә килгән ваҡытта торған.
ҒАЙСАРОВ,
музейҙың директоры.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”,
1941 йыл, 21 ғинуар).