Ижадында илаһи мәл24.04.2012
Ижадында илаһи мәлИң бөйөк ижад эйәһе Аллаһы Тәғәлә һәр ижадсы күңеленә ҡомар, матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо, сәм, эске бер һиҙемләү, башҡалар бер төҫтә генә күргәнде мең балҡышта күреү һәләтен һалған.
Шуға күрә ижад кешеләрен халыҡ яратып та, сәйерһенеп тә “бер төрлөрәк” тип баһалай. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Бөйөк ижадсының бер сифатын алғанға ла улар шундайҙыр ҙа.
Баһадир кәүҙәле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, үҙ еренә ныҡлы баҫып, бер ергә лә ҡабаланмағанлығын һәлмәк кенә баҫыуы менән иҫбатлаған “Бөрйән айыуы” Ижадында илаһи мәл— яурынына һәр саҡ юл сумкаһы менән фотоаппаратын аҫып йөрөүсе Флүр Ғазин да — шулар иҫәбендә.
“Шоңҡар”ҙар тап уның үҙенә генә тәғәйен “Флүрография” тигән рубрика булдырып, Флүрҙең күңел донъяһын күп ҡатлам халыҡҡа еткереүгә өлгәшкәйне инде.
Ижадында илаһи мәлБашҡортостандың, Көньяҡ Уралдың, ижад шишмәһенең башы — Бөрйәндең барлыҡ гүзәллеген объективына эләктереп, илаһи миҙгелдәрҙең беренсе матурлығын күңел күҙе аша бирә алған шәхес бит ул. Хәйер, кемдең кемлеген белер өсөн беҙҙең башҡорт уның шәжәрәһендә, зат-ырыуында ҡаҙыныусан.
Флүр Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында донъяға килгән. Өсөнсө класта уҡығанда, әсәһе Темәскә тормошҡа сығыу сәбәпле, кесе Ватанынан Ижадында илаһи мәлваҡытлыса айырылырға тура килә уға. Флүрҙең бошоноу белмәҫ бала сағы, иләҫ-миләҫ йәшлек осоро Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһында үтә. Бөгөн Флүр Ғазин — республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә танылыу яулай барған фоторәссам, “Һыбайлы ҡыҙ” һәм “Эш алтында түгел” исемле сәсмә әҫәрҙәр тупланған ике китап авторы. 2004 йылда “Йәшлек” гәзитенең идея-тематик йөкмәткеһен байытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн йәштәр гәзите лауреаты исеменә, “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы” тип иғлан ителгән йылда Ижадында илаһи мәл“Аманат” журналында даими сығып торған фотоһүрәттәре өсөн журналдың лауреаты исеменә, 2006 йылда баҫылған эштәре өсөн “Аманат” журналының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһына лайыҡ булды, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләгән йылда “Мәңгелеккә Рәсәй менән” республика фотоконкурсында “Башҡортостандың тәбиғәте” номинацияһында 3-сө урынды яуланы, 2007, 2010 йылдарҙа ТӨРКСОЙ программаһына ярашлы төрки телле фоторәссамдар конкурсында ҡатнашып, ҙур уңыш яуланы. Ҡыҫҡаһы, үҙ иленә, еренә, тәбиғәтенә, матурлыҡҡа ғашиҡ кеше ул Флүр!
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Бөрйән районы.

Ижадында илаһи мәлИжадында илаһи мәл
Ижадында илаһи мәлИжадында илаһи мәл
Ижадында илаһи мәл


Вернуться назад