Нисә һум һиңә, комиссар?06.02.2018
Рәсәйҙә ваҡ юл-транспорт ваҡиғаларына автоинспекторҙы түгел, ә авария комиссарҙарын саҡырыу осраҡтары арта бара – хәҙер һәр өсөнсө юл ваҡиғаһы ошо хеҙмәткәрҙәр ярҙамында хәл ителә. Был турала яңыраҡ илдең Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итте. Ни өсөн был ысул абруйлыраҡ була бара?


Аварияға осрағанда ғәйепле яҡты Европротокол нигеҙендә билдәләү былтыр бөтә юл-транспорт ваҡиғаларының 33 процентын тәшкил иткән. Ә 2016 йылда был күрһәткес 29,5 процент булған икән. Страховкалаусылар мәғлүмәте буйынса, үткән йыл 480 меңдән ашыу шофер европротокол менән файҙаланған.
Был ҡағиҙәнең шарттарын иҫкә төшө­рәйек: аварияны дәүләт автоинспектор­ҙарын саҡырмай ғына теркәтеү бәрелештә ике генә автомобиль ҡатнашҡанда һәм ике шоферҙың да ОСАГО полисы булған осраҡта ғына мөмкин. Һәм тағы ла ике шарты бар: 1) аварияла кешеләр имгән­мәҫ­кә һәм өсөнсө яҡтың (башҡа автомо­бил­дәрҙең) мөлкәтенә зыян килмәҫкә тейеш; 2) ике шоферҙың да кем ғәйепле икәнлеге тураһында килешкән булыуы мотлаҡ. Бындай саҡта европротокол буйынса иң ҙур түләүҙең 50 мең һумдан ашмауын да күҙҙә тоторға кәрәк.
Башҡаса булғанда, дәүләт автоин­спек­тор­ҙарын саҡырырға тура киләсәк. Ә уның нимәне аңлатыуын аварияға бер тапҡыр ғына булһа ла осраған һәр шофер белә: килеп протокол тултыра башлағандарын ғына ла ҙур ҡалала бер нисә сәғәт көтөргә тура килә. Артабан автоинспекция полкында күпме сиратта тораһың!
Авария комиссары тиҙ генә килеп етә (сөнки уға аҡса эшләргә кәрәк) һәм уның менән эште башҡарыу өсөн 15-20 минут самаһы ғына ваҡыт китә. Ғәйепле яҡ хеҙ­мәтлән­дереү өсөн түләй (Өфөлә ул 500 һумдан алып 1 500 һумға саҡлы) һәм артабан дүрт яғы ҡибла. Кемделер көтөргә йәки сиратта торорға кәрәкмәй. Зыян күргән шофер иһә үҙенең страховка полисы алған компанияһына аҡса алырға юллана.
Дәүләт автоинспекцияһы белде­реүен­сә, был ысулды ул даими про­пагандалай. Шул иҫәптән үҙҙә­ренең интернеттағы сайтында ла. Аварияны үҙаллы теркәргә өй­рәт­кән мәғлүмәт хәҙер күп таратыла, авто­һәүәҫкәрҙәр мәктәбендә лә ошо курсты уҡыт­май ҡалмайҙар, автостраховкалаусылар ҙа семинарҙар үткәреп тора. Улар, нигеҙҙә, авария комиссары килеп еткәнсе үк протоколды нисек дөрөҫ тултырырға икә­нен һәм, ғөмүмән, бындай осраҡта башҡарылырға тейешле алгоритмды күр­һәтә. Ә уның буш бланктарын, белеүебеҙ­сә, алдан һатып алып йәки әлеге сайттан принтер аша сығартып һаҡларға мөмкин.


Вернуться назад