Ҡатын-ҡыҙҙы оҙаҡ эшләтмәҫкә…06.02.2018
Ҡатын-ҡыҙҙы оҙаҡ эшләтмәҫкә…Хәбәр ителеүенсә, Өфөлә Волга буйы федераль округының “Киләсәк” исемле социаль форумы үтте. Илдең социаль тармағы образын тыуҙырыу маҡсатын ҡуйған бындай йыйындар артабан Рәсәйҙең башҡа округтарында ла уҙғарыласаҡ.


Бындай образды тыуҙырыу мөмкинлек­тәрен форумдың биш эш төркөмөндә тикшер­ҙеләр. Фекерҙәр бик күп булды, уларҙың ҡайһы берҙәренең яҡын киләсәктә үк тормошҡа ашырылыуы ихтимал, бәғ­зеләре тейешле шарттар тыу­ҙырыл­ғанын көтөр, моғайын. Конгресс-холда ике көн барған әңгәмәлә Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республика­ларының һәм Һамар, Пенза, Ырымбур өлкәләренең социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе белгестәре фәҡирлекте кәме­теү, демография, инвалидтар өсөн тиң мөмкинлектәр булдырыу, социаль даирәне һан­лыға күсереү, хеҙ­мәтләнде­реүҙе ауыл еренә яҡынайтыу кеүек темаларҙы тикшерҙе.
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эксперттар, ни­геҙ­ҙә, түбәндәге тәҡдимдәрҙе хупланы: 1) ҡатын-ҡыҙҙарҙың эш көнөн бер сәғәткә аҙайтыу; 2) мәктәптә биш көнлөк уҡыу аҙна­һы индереү; 3) юғары уҡыу йорттарында инвалид студенттар һанын арттырыу; 4) медицина һәм педагогия уҡыу йорттарында абилитация (тормошҡа социаль яҡтан яраҡлашырға ярҙам итеү һәм шул маҡсатта дауалау) буйынса махсус курс­тар һәм айырым кафедралар асыу; 5) инвалид балаларға ҡарата реабилитация һәм абилитация буйынса үҙәктәр асыу (18 йәшкә тиклемге һәр мең инвалид балаға – бер үҙәк); 6) ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса башланғыстарға грант ярҙамы күрһәтеү; 7) бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙы эшкә алған өсөн һалым таш­ламаһы биреү; 8) йәш белгес­тәргә квота билдәләү; 9) эш­һеҙ­лектән страховкалау; 10) мәктәптәрҙә ғаилә тәрбиәһе һәм финанс грамоталылығы буйынса дәрестәр индереү; 11) балаға өс йәш тулғансы уның атаһына эш гарантиялау; 12) электрон хеҙмәт кенәгәһе индереү; 13) киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен ғаилә ҡиммәттәрен пропагандаларға өйрәтеү һәм социаль селтәрҙә ғаилә блогерҙарын әүҙемләш­тереү; 14) ирҙәрҙе һауыҡтырыу буйынса дәүләт программаһы булдырыу.
Ошондай форумдарҙы тағы ла Көньяҡ, Урал, Төньяҡ Кавказ, Себер һәм Алыҫ Көн­сығыш федераль округтарында үткә­рә­һе ҡалды, артабан уларҙа йыйылған тәҡ­димдәр һәм проекттар март башында Мәс­кәүҙә үткәреләсәк йыйында “Рәсәйҙең социаль даирәһенең киләсәге” тигән “юл картаһы” эшләүҙә дөйөмләштереләсәк.


Вернуться назад