Тарихын белмәгәндең киләсәге юҡ06.02.2018
Тарихын белмәгәндең киләсәге юҡМәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында үткәрелгән төрлө сараларҙа йыш ҡына республикабыҙ, йәшәгән төйәгебеҙ тураһында һөйләргә, улар менән тарихыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә ҡағылышлы темаларға йәнле әңгәмә ҡорорға тура килә. Ҡайһы саҡта һөйләшеү, үкенескә ҡаршы, бик йәнлеләрҙән булмай ҡуя, сөнки үҫеп килгән быуын был өлкәләрҙә бик һай йөҙә. Туған телендә этеп-төртөп һупалаған, бер куплет шиғырҙы еренә еткереп һөйләй алмаған, үҙ ауылының, районының, республикабыҙҙың тарихын насар белгән был балаларҙың йөрәгенә илһөйәрлек орлоҡтарын нисек һалырға, күңелдәрен баҫып барған битарафлыҡтан нисек ҡурсаларға тигән уй борсоғандан-борсой.


Эйе, бөгөн мәктәп уҡыусыларын патриотик рухта тәрбиәләүҙең мөһимлеге тураһында күп һөйләйҙәр. Ил Президентының, Дәүләт Думаһы депутатта­ры­ның, мәғариф министрының сығыштарында ла был темаға айырыуса иғтибар бүленә. Республи­кабыҙҙа ла ошо йүнәлештә бихисап эш башҡарыла. Йәш быуындың күңелендә туған телен, халыҡ йолаларын, тарихын һеңдереү маҡсатында Мәғариф, Мәҙәниәт министрлыҡтарына ҡараған учреждение­лар, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре күп көс һала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, совет осо­рондағы кеүек, Тыуған иле, ғәзиз ере, халҡы өсөн бар булмышын, кәрәк булһа, йәнен дә бирергә әҙер булған илһөйәрҙәр тәрбиәләйбеҙ тип әйтә алабыҙмы?
Дөрөҫ, бөгөнгө мәктәптәге тәрбиәне совет зама­нындағыһы менән сағыштырыу, бәлки, бик урынлы ла түгелдер. Октябрят, пионер, комсомол ойошмаларына таянып коммунизм төҙөүселәргә әхлаҡ кодексын ҡанына бәләкәйҙән ныҡлы һеңдергән Коммунистар партияһына, һәр хәлдә, рәхмәт әйтәһе генә ҡала. Демократияның ал әләме аҫтында тыуып, төрлө яҡҡа тартҡыланған, төрлө идеология­ларҙың шауҡымы ҡағылып, бер ҡояш аҫтында һәр ҡайһыһы үҙенә мулыраҡ йылылыҡ табырға ынтыл­ған йәштәрҙең, әлбиттә, ҡараштары икенсерәк.
“Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә — бер һыйыр” тураһында хыялланған йәштәрҙең булдыҡлылары океан аръяғындағы евролы, долларлы илдәрҙе төбәк итеү уйы менән янып йәшәй. Рәсәйҙә ҡалырға теләгәндәренең дә күбеһе ҡайҙан аҡсалы эш табыу, елле машина алыу, етеш донъя ҡороу хаҡында хыяллана. Гаджеттар, айфондар менән ҡораллан­ған йәштәр интернеттан үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған рекламалы мәғлүмәттәрҙе сүпләй, шаулы музыка тыңлай, сит ил фильмдарын, порнография ҡарай, “тейһә — тейенгә, теймәһә — ботаҡҡа” тигәндәй, нимә етте, шуны һыҙмаҡлап виртуаль “дуҫтары” менән аралаша.
Ҡайҙа ул интернеттан булһа ла гәзит-журнал, әҙәби китаптар уҡыу, ата-бабаларының үткәне менән ҡыҙыҡһыныу... “Миңә әлегеһе ҡиммәт, иртәгә нимә булырын бер Хоҙай ғына белә. Был тормош­тан мөмкин тиклем күберәк ҡәнәғәтлек алып ҡа­лыу­ҙы хуп күрәм”, — тип бөгөнгө көн проблемалары менән генә йәшәгән, киләсәген күҙ алдына килте­рергә лә теләмәгән йәштәр артҡандан-арта түгел­ме? Матди байлыҡ рухи байлыҡтан өҫтөнлөк алған һайын йөрәктәребеҙҙә Тыуған ил, йәнтөйәккә ҡара­та булған изге тойғолар төҫһөҙләнгәндән-төҫһөҙләнә бара төҫлө...
Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың рухын күтәреү маҡсатында төрлө йыйындар, ҡорҙар, байрамдар йыш үткәрелә. Уттай ҡыҙыу эш ваҡытында урынлы-урынһыҙға уҙғарылған, уйлап табылған байрам­дарға ла “бик мәслихәт!” тибеҙ. Нисек кенә булма­һын, бындай байрамдар халҡыбыҙҙы берләш­тереү, күңелен үҫтереү, ауылдарыбыҙҙы йәмлән­дереү, туған-тыумасаның, ауылдаштарҙың үҙ-ара аралашып, татыу, берҙәм йәшәү рәүешендә мөһим роль уйнай. Һабантуйҙарыбыҙҙы ла хәҙер ҡолас йәйеп, байҙарса уҙғарабыҙ: урам-урам булып аҡ тирмәләр һуҙыла, улар эргәһендәге оло ҡаҙанда бишбармаҡ бешә, өҫтәлдәр һыйҙан һығыла.
Теге йәки был һуғышты һүрәтләгән театрлаш­тырылған тамашала батша армияһы кейемендә хатта сит төбәктәрҙән йәлеп ителгән “һалдаттар” ҡатнаша, сәхнәләге үҙешмәкәр артистарҙы ил, республика күләмендә танылған профессионалдар алыштыра. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауылдарҙың хәрәкәт көсө булған ағинәйҙәр ярҙамында фольклор сығыштарын ҡойоп ҡуя.
Бөтәһе лә һәйбәт, тик халыҡ бындай сараларға йолаларыбыҙҙы хөрмәтләп байрам итергә түгел, ә театрға тамаша ҡарарға йыйыла төҫлө. Байрамыбыҙ республиканан, райондан килгән оло ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килһен өсөн көсөбөҙҙө лә, ваҡытыбыҙҙы ла йәлләмәйбеҙ. Улар маҡтап, бер кәлимә йылы һүҙ яҙылған “Рәхмәт хаты”н тапшырып киткәс, үҙебеҙҙең “шәп сығыштарыбыҙ” тураһында ауыҙ һыуыбыҙҙы ҡоротоп өй һайын һөйләйбеҙ, икенсе байрамға тағы ла нығыраҡ әҙерләнеп, таҡмаҡтарҙан “оҫталыҡ дәрестәре” күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ.
Өлкәндәрҙең сығыштарын ситтән ауыҙын асып күҙәтеп торған мәктәп уҡыусылары үҙҙәренә файҙалы, иҫтәрендә ҡалдырырлыҡ берәй белем эстәнеме, фәһем алдымы — был турала иҫебеҙгә лә төшөрмәйбеҙ. Ә бала күңеле бит аҡ ҡағыҙ, уға нимә яҙһаң, шуны һеңдерә. “Элек олатайҙарыбыҙ гел һуғышта йөрөгән, ә өләсәйҙәребеҙ таҡмаҡ әйтеп бейегән дә бейегән”, — тине бер уҡыусы, Бөйөк Ватан һуғышына арналған реконструкцияны һәм тылдағы тормошто сағылдырған скетчты ҡарағас. Ейән-ейәнсәрҙәренә тарих һөйләгән, ауыҙ-тел ижады өлгөләре менән таныштырған олатай-өләсәйҙәр күпме икән арабыҙҙа? Әллә барыбыҙ ҙа донъям, баҡсам тип мөкиббән киткәнбеҙме, ҡартлыҡ көндәребеҙҙе үҙебеҙгә генә бағышла­ғанбыҙмы?
Йәштәрҙән ҡалышмаҫҡа тырышып, ғүмер буйы эшләп еткерә алмаған аҡсаны еткерер, балала­ры­быҙҙың әле бер, әле икенсе яҡтан бүҫелгән донъя­һын бөтәйтер өсөн икенсе һулышыбыҙҙы асып, һаман да дәүләт эшенә егелгәнбеҙме? “Һөйләр инем дә, ул тарихты һөйләрлек белемем дә, телем дә юғыраҡ...” — тиһегеҙме? Быныһы ла дөрөҫ. Ҡыҙғаныс, балалар түгел, беҙ, ололар ҙа, үҙ тарихыбыҙҙы өҙөп-йолҡоп ҡына күҙаллайбыҙ шул.
Эйе, совет осоронда ла мәктәптәрҙә Башҡорт АССР-ының тарихын өйрәнеүгә айырым дәрестәр бүленмәне. Ғаиләләге олатай-өләсәйҙәр тәрбиәһе, мәктәптәрҙәге туған тел уҡытыусыларының, урын­дағы Карамзиндарҙың тырышлығы арҡаһында тарих яҙылған һәр таш тураһында белемебеҙҙе арттырҙыҡ. Беҙҙең үксәгә баҫып ҡыуып килгән быуын вәкилдәренең күбеһе, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, рус телле мәктәптәрҙә белем алды. Үкенес­кә, телен юғалтҡан быуынға халҡының йолалары, мәҙәниәте, тарихы ҡыҙыҡ та, кәрәк тә түгел.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында мәктәп программаһына “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” дәресе индерелде. Белем биреү эшенә етди ҡараған мәктәп етәкселеге был дәрес­тәрҙе рухлы, белемле уҡытыусылар ҡарамағына тапшырырға тырышты. Дәрестәрҙе алып барыу еңелдән булманы: уҡыу әсбаптары бөтөнләй юҡ тиерлек, дәрестә ҡулланырлыҡ материалдар тик башҡорт телендә нәшер ителгән, дидактик материалдар, фильмдар тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Уҡытыусыларға “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Истоки” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Ағиҙел”, “Бельские просторы”, “Шоңҡар” журналдары ярҙамға килде.
Һәр класҡа тәғәйен уҡыу әсбаптары нәшер ителгәс, уҡытыу күпкә еңелләште. Ә был дәрестәрҙе балалар нисек көтөп ала ине! Эпос, әкиәттәрҙе, риүәйәттәрҙе, ике йәш йөрәктең саф мөхәббәтен сағылдырған ҡиссаларҙы, трагик бәйеттәрҙе, халыҡ йырҙары тарихын уҡыусылар иҫе китеп тыңлай, ҡат-ҡат һөйләтә, көйләтә торғайны. Дәрес барышын күҙәтергә ингән директор урынбаҫарҙары, класс етәкселәре лә, онотолоп китеп, балалар менән бергә әңгәмәгә ҡушылыр, дәрестәрҙә әүҙемлек күрһәтер ине. Йыл аҙағында уҡыусыларҙың үҙ теләге менән һайлаған имтихандары араһында ошо предметҡа туҡталғандар бихисап булды. Имтихан алған комиссия ағзалары балаларҙың талпынып-талпынып республикабыҙҙың, тыуған районының тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен, ер-һыу атамаларына ҡағылышлы легендаларҙы, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен һөйләүенә һоҡланып, хайран булыр, хатта, ә беҙ бит былар тураһында тәүгә ише­тәбеҙ, йәл, тип үҙҙәренең ошо ҡомартҡыларҙан мәхрүм булыуҙарына үкенес белдерер ине...
Мәктәп китапханаларында тау-тау булып өйөлөп, саң баҫып ятҡан Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте тураһындағы уҡыу әсбаптарына ҡарап йөрәк өҙөлә. Милли телдә нәшер ителгән гәзит-журналдарға ла күптән ҡул теймәгән. Республикабыҙ тарихына бағышланған ҡалын-ҡалын китаптар, энциклопедиялар ҡулланыу тапмай интегә. Һигеҙенсе, туғы­ҙынсы кластарҙа аҙнаһына бер сәғәт индерелгән “Башҡортостан тарихы” дәрестәре күптән яңыртыу талап иткән уҡыу әсбабы буйынса күп мәктәптәрҙә әлеге лә баяғы дәрес һанын тултырыу өсөн генә алған уҡытыусылар тарафынан уҡытыла. Уҡытыу­сыларҙың башҡортса китап, гәзит-журналдар уҡырға ла “ваҡыты” юҡ, отчеттарҙан баштары буталған. Хатта башҡорт теле уҡытыусылары менән дә башҡорт яҙыусыһының яңы сыҡҡан китабы, йә булмаһа, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәрендә баҫылған ҡыҙыҡлы мәҡәләләр тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел — улар быны уҡымаған. (Ә, бәлки, был гәзиттәрҙең береһенә булһа ла яҙылмағандарҙыр ҙа). “Район гәзитенең дүртенсе битен генә ҡараш­тырып сығам, ҡалғандарын асып та ҡарағаным юҡ!” — тип ғорур рәүештә белдергәндәре лә табыла араларында.
Ниңә беҙ үҙ тарихыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә шулай битараф? “Бөтә нәмәне лә аҡсаға һалып үлсәп булмай. Уҡытыусы тигән бөйөк исемде күтәргәнһең икән, шәхес тәрбиәләү эшенә төптән егел. Ғаилә бирә алмаған тәрбиәне мәктәп тулыландырырға бурыслы”, — тип элегерәк эшкә егәләр ине йәш уҡытыусыны. Заман башҡа булһа ла, мәктәп уҡытыусыһының елкәһенән был бурысты бер кем дә төшөрмәгән. “Программала ул тема юҡ, планымда ҡаралмаған”, — тип бер балыҡ башын дәрес буйы сәйнәп, башҡорт телендә “әлеп”те “таяҡ”тан айырмаған уҡыусыларҙан ҡатмарлы ҡағиҙәләрҙе белеүҙе талап итеп, насар билдәләр ҡуйып, телгә ҡарата нәфрәт тыуҙырғансы, дәресеңә “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Йәншишмә” гәзиттәрен, “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын тотоп ин, уҡытыусы! Бәләкәй генә дүрт юллыҡ шиғырҙы ятлатып, һүрәттәре буйынса бер нисә һөйләм төҙөргә өйрәтһәң дә, балалар күңеленә тура юл һала алыр­һың, бер ыңғайҙан ваҡытлы матбуғат баҫма­лары менән дә таныштырырһың. Программаға, планыңа йәбешеп ятмайынса, уңайы тура килгән һайын данлы ла, шанлы ла, ғибрәтле лә булған башҡорт тарихын күберәк һөйлә. Ә бының өсөн уҡытыусының үҙенә төплө белемле, телле һәм рухлы булыу мөһим.
Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙа. Теленән яҙған, тарихын онотҡан, үткәндәрҙән һабаҡ алмаған, һығымталар яһамаған халыҡтың киләсәге лә юҡ. Билдәле тарихсыларыбыҙҙың күҙ нурҙары түгелгән, тотош архив мәғлүмәттәренә ҡоролған алтынға бәрәбәр фәнни эштәре китапхана кәштәләрендә саң йыйып ятмаһын, балаларыбыҙҙы, йәштәре­беҙҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләйек тиһәк, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә иғтибарҙы ныҡлы арттырыу кәрәк. Ҡайһы өлкәлә эшләүенә ҡарамаҫтан, уҡытыу­сымы ул, мәҙәниәт хеҙмәткәреме йәки атай-әсәйме, олатай-өләсәйме, был мөһим мәсьәләгә күҙ буяп ҡарамаһын ине. Шулай уҡ “Тормош һабаҡтары”, “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” дәрестәрен мәктәптәргә кире ҡайтарыу көн ҡаҙағында булырға тейеш.

Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад