Ҙур мәктәптең ҙур мәшәҡәттәре06.02.2018
Ҙур мәктәптең ҙур мәшәҡәттәре “Мәктәпте тамамлағандың тәүге йылында юғары уҡыу йортона инә алмауым алдағы тормошома этәргес бирҙе. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып йөрөгәндә, эшселәр ятағында йәшәнем. Уларҙың арып ҡайтыуын, йоҡоларын ҡалдырып төнгө сменаларға йөрөүен күреү уҡыуҙың тәмен белергә ярҙам итте”, – тип иҫкә ала Башҡортостандағы иң ҙур башҡорт ауылдарынан һаналған Сәйетбаба мәктәбе директоры Зөһрә Хәйрулла ҡыҙы Хәйруллина.


Зөһрә, Стәрлетамаҡ педагогия институты­ның физика һәм математика факультетын уңышлы тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ теүәл фәндәрҙе мауығып өйрәнә, айырыуса математиканы ярата.
– Фәнгә һөйөүҙе иң тәүҙә уҡытыусы уята. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәзимә Зиннәт ҡыҙы Ғайсаровала уҡыу бәхете эләкте миңә. Һәр бер мәсьәлә, миҫал сиселешен уҡытыусымдың оҫта аңлатҡанын йотлоғоп тыңлап, үҙләштереп бара инем, – ти Зөһрә Хәйрулла ҡыҙы.
Сәйетбабаға ҡайтҡас йәш белгескә эш булмай, уны күрше Ҡолҡан мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Көн һайын биш-алты километр йәйәү йөрөп, ике йыл шунда эшләй ҡыҙ.
– Бик тәжрибәле уҡытыусы Римма Сәғәҙиева­ның ҡул аҫтында тәү башлап эшкә өйрәндем. Математиканы белһәм дә, башҡа фәндәрҙең методикаһын остазымдан өйрәндем, уға ҙур рәхмәт, – тип хәтерләй Зөһрә.
Сәйетбаба урта мәктәбендә оло уҡытыусы­лар ҡурсыуында эшләгән йәш белгескә эшкә өйрәнеү ауыр булмай. Уларҙың дәрестәренә инеп, тәжрибә уртаҡлаша. Шулай ҙа үҙенең генә эшләү алымдарын да оҫта файҙалана.
Әлеге федераль стандарттарға ярашлы, уҡыусы белемде үҙе эҙләнеп табырға тейеш, ә уҡытыусы һөйләгәндәрҙән генә түгел.
– Эшләй башлаған йылдарымда уҡ бала­ларҙа үҙаллылыҡ тәрбиәләргә тырыштым, теге йәки был мәсьәлә сиселешен үҙаллы эҙләп табыуға йүнәлеш бирә инем, – ти математик.
Һәр эшкә яуаплы ҡараған, белемле, тырыш уҡы­тыусыны директор урынбаҫары итеп тә­ғәйен­ләйҙәр. Был вазифала ун биш йыл эшләү дәүе­рендә, әлбиттә, ҡыйынлыҡтар ҙа осрай, уңыштар ҙа йылмая.
Мәҫәлән, мәктәптең 100 йыллығын билдә­ләүгә әҙерлек, уны юғары кимәлдә үткәреп ебәреү бөтә уҡытыусылар коллективынан әүҙемлек, берҙәмлек талап итә. Ә директор менән уның ярҙамсыларына икеләтә һынау тоторға тура килә.
Был сараға Сәйетбаба мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар йыйылды. Абруйлы уҡыу йортонда белем алғандар араһында билдәле яҙыу­сылар, журналистар, ғалимдар һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләре бар. Мәктәп тарихына арнап музей ойошторҙоҡ, экспонаттар тупланыҡ. Ҡунаҡтарҙы иң тәүҙә шунда йыйҙыҡ. Мәктәпте ремонтлау, биҙәү, биләмә­һен, аш-һыу, иҫтәлекле бүләктәр хәстәрләү, концерт әҙерләү – барыһын да күҙ уңынан ысҡындырмай тотоу мәктәп етәкселеге өҫтөндә булды, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Зөһрә Хәйрулла ҡыҙы.
Сәйетбаба милли-мәҙәни үҙәге менән бер­лектә “Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡ­ла­йыҡ” исемле йүнәлеш буйынса эшләй уҡыу­сылар һәм уҡытыу­сылар коллективы. 2007 йылда мәктәп грант яулауға өлгәшә. Бер миллион һумға уҡыусыларға компьютерҙар, спорт ҡорамалдары, хеҙмәт дәрес­тәре өсөн станоктар алына. Был эштәрҙең бөтә мәшәҡәтен үҙ иңендә тоя директор урынбаҫары. Документтар тултырыу, мәғлүмәт туплау, саралар үткәреү һәм башҡалар.
Ошо йылдарҙа беренсе тапҡыр “Кейекбаев уҡыуҙары”н үткәрә ул. Сараның инициаторы булараҡ, уны уҙғарыу тәртибен, сценарийын үҙ өҫтөнә ала. Хәҙер туғыҙ йыл рәттән район күләмендә Сәйетбаба мәктәбендә яҙыусылар, ауылдың абруйлы кешеләре менән осрашыу­ҙар уҙа, уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли эштәре ҡарала.
– Уҡыусыларҙы фәнгә ылыҡтырыу, хәҙерге заман проблемаларын хәл итеү юлдарын эҙләү, матурлыҡҡа, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиә­ләүҙе күҙ уңында тотоп уҙғарабыҙ уҡыуҙарҙы, – ти тәжрибәле уҡытыусы.
– Был эштәрҙе хуплап, ярҙам итергә әҙер торған ауылдаштарыбыҙ булыуы беҙгә дәрт өҫтәй. Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар Әхмәт Аҫыл­бәков еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшыра, күп сараларҙа шулай матди яҡтан ярҙам итеп тора, уға ҙур рәхмәт!
Зөһрә Хәйрулла ҡыҙы һәр ваҡыт алдынғы эш алымдарын өйрәнеп, тәжрибәһен, белемен арттырып тора. Әленән-әле яңы методикалар, яңы әсбаптар, заманса технологиялар барлыҡ­ҡа килеп торған тынғыһыҙ тормош эсендә ҡайнай ул. Эйе, хәҙерге уҡытыусы тап шундай булырға тейеш.
2011 йылда Зөһрә Хәйрулла ҡыҙына үтә лә яуап­лы эш йөкмәтелә: мәктәп директоры вазифа­һына тәғәйенләнә. Әлбиттә, был эште атҡарып сығыу өсөн ышаныслы коллектив, үҙ эшенең оҫталары булған ярҙамсылар кәрәк.
– Маҙаға иң тейгәне – төрлө инстанциянан иҫәпһеҙ-һанһыҙ тикшереүҙәр, юҡтан ғына етешһеҙлек табып, штраф һалыуҙар, – тип хафалана мәктәп етәксеһе.
Әлеге көндә мәктәптә 240 уҡыусы белем ала, балалар баҡсаһында 80 бала тәрбиәләнә. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, башҡа хеҙмәткәр­ҙәрҙең дөйөм һаны биш тиҫтәгә яҡын. Шундай ҙур коллектив менән етәкселек итеүе ҡатын-ҡыҙ өсөн еңелдән түгел икәне билдәле.
– Уҡытыу-тәрбиә эштәренән башҡа хужалыҡ эштәре лә күп. Айырыуса ҡыш көндәре ике ҡатлы ҙур бинаны йылытыу яуаплылыҡ талап итә, тирә-яҡты тәртиптә һәм именлектә тотоу, уҡыусыларҙы туҡландырыу – был эштәр­ҙә дирек­тор­ҙың хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фәнир Ишмырҙин, Азамат Мәүлетҡолов, ашнаҡсы Рәйсә Ғәзизоваларҙың ныҡлы ярҙа­мын тоям, – ти етәксе. — Өсөһө лә класташтарым бит! – тип йылмая.
Мәктәп бинаһы, класс бүлмәләре заманға ярашлы ремонт талап итеп тора, уҡыусыларға уңайлыҡ­тар тыуҙырырға ла кәрәк. Әле бына тәҙрәләрҙе евро стилендәгегә алмаштырыу бара, киләсәктә ике бинаны бергә тоташтырыу эше лә күҙ уңында тотола.
– Ашхананың икенсе бинала булыуы уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, ҡайһы ваҡыт уҡыусылар кейенмәйенсә лә сығып йүгерә. Ҡышҡы бурандар, яҙлы-көҙлө ямғырҙар ваҡытында айырыуса ҡыйын, – ти хәстәрлекле етәксе.
Сәйетбаба мәктәбе элек-электән үҙ фәнен тәрән белгән, юғары интеллектлы, көслө уҡы­тыусылары менән данлыҡлы. Уларға алмашҡа килгән йәш быуын уҡытыусылары ла һынат­май. Мәктәп район кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа алдынғылыҡты бирмәй. Ысын оҫталар эшләгәндә генә ошондай уңыштарға өлгәшеп була.
Ысынлап та, музыка уҡытыусыһы Илһам Байбулдин, физкультура уҡытыусыһы Илнур Шәйәхмә­тов, тәрбиә эштәрен алып барыусы Зилә Иҙрисова, математика уҡытыусыһы Рәйес Мурзин – тап шундайҙар. Тынғыһыҙ уҡытыу­сылар Гөлшат Мусина, Фәнүзә Заһиҙуллина, Әлфиә Байбулдина, Рәсүл Ғилманов­тар тәжрибә-оҫталыҡтарын йәштәргә өйрәтә.
Етәксе ҡатын-ҡыҙ ғаиләһендә ныҡлы терәге булғанда ғына бындай яуаплы эште еңеп сыға ала. Зөһрә тормош иптәше Фәрит менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә.
Әлеге көндә ҡыҙҙары Айһылыу Өфө ҡала­һында терапевт булып эшләп йөрөй, кейәүгә сығып, ҡыҙ бала тәрбиәләй. Улдары Салауат БДУ-ның инженер факультетын тамамлаған, яңыраҡ әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан. Кесе ҡыҙ­ҙа­ры Айгүзәл туғыҙынсы класта яҡшы билдәләргә генә уҡый.
– Тормош иптәшем эшемдә ныҡ ярҙам итә. Ҡайһы ваҡыт төндә лә мәктәпкә барырға тура килә, бигерәк тә ҡыш көндәре. Ундай ваҡытта уға ғына ышанам, – ти Зөһрә Хәйрулла ҡыҙы. – Район үҙәгенә лә алып бара, йорт эштәрендә лә ярҙам итә.
Ауылдаштары, ата-әсәләр алдында һәр бала өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоп, заман ауыр­лығын еңеп, ең һыҙғанып эшләй Башҡортос­тандың мәғариф отличнигы Зөһрә Хәйрулла ҡыҙы.
Ғафури районы.


Вернуться назад